15-се ҙур гонаһ
← 14-се ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
16-сы ҙур гонаһ → |
15-се ҙур гонаһ ЭРЕЛӘНЕҮ, ҒОРУРЛАНЫУ, ТӘКӘББЕРЛӘНЕҮ[үҙгәртергә]Аллаһы Тәғәлә әйтә:
ал. Золом итеп (кофорлоккә тошоүселәр) осон Миңә ялбарма. Уларҙың барыһы ла батып үләсәк. (Мөьминүн, 27). "Шик юҡ - Аллаһ уларҙың нимәне йәшергәнен һәм нимәне асыҡ эшләгәнен белә. Ысынлап та ул тәкәбберҙәрҙе яратмай!"(Нәхел, 23).
Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:
Беҙҙең ҡайһы бер ата-бабаларыбыҙ, тәкәбберлек - ул Аллаһы Тәғәләгә ҡаршы башҡарылған тәүге "фетнә" тигән. Аллаһы Тәғәлә "Баҡара" сүрәһенең 34-енсе аятында былай тигән:
Ҡөрьәндең "Лоҡман" сүрәһенең 18-енсе аятында: "Тәкәбберләнеп, кешеләрҙән йоҙ сойормә. Донъяла маһайып, танау сойороп йөромә. Аллаһ тәкәбберҙәрҙе, үҙен генә яратыусыларҙы, маҡтансыҡтарҙы яратмаҫ.", - тип яҙылған. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Аллаһы Тәғәлә әйткән: 44.Ғиззәтем (Бөйөклөгөм) - минең изарым (салбар һымаҡ кейемгә әйтелә). Тәкәбберлек - минең кейемем (ридә -елән һымаҡ кейем). Кем был сифаттарҙа Минең менән ярышһа ғазаплармынтип әйткән. Икенсе бер хәҙистә былай тиелә: "Бер көндө тамуҡ менән ожмах бер-береһе менән бәхәсләшә башлаған. Ожмах: "Эй, Раббым! Ниңә миңә тик көсһөҙҙәр һәм ҡеүәтһеҙҙәр генә инә?" ~ тигәнТамуҡ иһә: "Мин тәкәбберҙәр һәм залимдар* урыны-тигән. Аллаһ Тәғәлә әйтә: "Бына әхирәт йорто. Беҙ уны Ер йөҙөндә маһайырға һәм боҙоҡлок таратырға теләмәгән кеше әсән әҙерләнек, һәм (хәйерле) ахыры - тәкүәлеләргә!" (Ҡасас, 83). Сәләмәһ бин Аҡүә һөйләгән: "Бер көндө Аллаһ илсеһенең (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) янында булған кеше аҙыҡты һул ҡулы менән ашаны. Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Уң ҡулың менән аша", - тигән. Теге кеше: "Килеп сыҡмай", - тип яуап биргән. Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Нисек инде килеп сыҡмаһын? Тик тәкәбберлек кенә уны шундайға әйләндергән", - тип әйткән, һәм ошөнан һуң теге кеше башҡаса ҡулын күтәрә алмаған. Аллаһ инсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Тамуҡта кемдәр буласағын белгегеҙ киләме? Улар - йәлләй белмәгән дошман, һаран һәм тәкәббер кеше", - тигән. Ибн Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ғорур йөрөгән һәм үҙе менән һоҡланған һәр кеше асыуланған Аллаһ менән осрашасаҡ- тигән һүҙҙәрен еткерә. Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) пәйғәмбәребеҙҙән (ғ.с.) еткерә: "Түбәндәге өс төркөм тамуҡҡа беренселәрҙән булып инәсәк:
Мин, тәкәбберлектең иң юғары кимәле - үҙеңдең белемең менән ғорурланыу һәм ниндәйҙер өҫтөнлөгөң арҡаһында башҡаларға эреләнеп ҡарау, тип һанайым. Ундай кешегә булған белеме бер ниндәй ҙә файҙа килтермәйәсәк. Мәңгелек донъя өсөн алынған белем кешене баҫалҡы яһай, уның йөрәген тынысландыра, нәфсеһен буйһондора һәм үҙ хакимлығы аҫтына ала һәм бер ҡасан да уны ҡарауһыҙ ҡалдырмай, ә киреһенсә, уны һәр ваҡыт һанап торасаҡ һәм төҙәтергә тырышасаҡ. Әгәр ҙә ул бынан мәхрүм булһа, юлдан сығасаҡ һәм һәләк буласаҡ. Тәкәбберлектең иң юғары кимәле - ул кеше белем алып, бының менән маһайһа, мосолмандарға юғарынан ҡараһа, уларҙың дәрәжәһен кәмһетһә. Был ваҡытта шундай ҡағиҙә көскә инәсәк: "Хатта тамсы тиклем генә лэ тәкәбберлеге булған кеше ожмахҡа инмәҫ" Вә лә хәүлә вә лә ҡеүәтә иллә билләһ. |