16-сы ҙур гонаһ
← 15-се ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
17-се ҙур гонаһ → |
16-сы ҙур гонаһ ЯЛҒАН ШАҺИТЛЫҠ[үҙгәртергә]Аллаһы Тәғәлә әйтә: "(Аллаһтың ҡолдары) ялған шаһитлык ҡылмаҫтар, буш һүҙ һәм тейешһеҙ нәмәләр эргәһенән үткәндә йөҙ сөйөп үтеүселәр" (Фурҡан, 72). Ибн Хузәмә менән Ибн Хиббән еткереүе буйынса "Ялған шаһитлыҡ Аллаһҡа ширек ҡылыуға тиң". Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Аллаһтың әмерен хөрмәт менән үтәп, тыйылғандарҙы ҡылмаған һәр кемгә Раббы ҡаршында бик тә хәйерле эш булыр. Харам тнп иғлан ителгән хайуандарҙан тыш (хайуандар) һеҙгә хәләл ителде. Боттарға табыныуҙан һаҡланығыҙ, ялған һөйләүҙән ҡурҡығыҙ" (Хаж, 30). Хәҙистә әйтелә: "Ялған шаһитлыҡ биреүсегә тамуҡ мотлаҡ тип һаналмайынса, уның аяҡтары урынынан ҡуҙғалмаясаҡ ". Ялған шаһитлыҡ килтереүсе бер юлы бер нисә башҡа гонаһтар ҙа эшләй:
Был йәһәттән Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Ниндәй генә мосолман булмаһын, уның намыҫы, мөлкәте һәм ҡаны икенсе мосолман өсөн харам", - тигән. "Ҡайһы гонаһтар иң ҙуры тураһында һеҙгә әйтәйемме?
Сәхәбәләр Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) был турала шул тиклем күп ҡабатлауы һәм улар түҙмәй: "Эх, ул шымһа ине!" - тип әйтеүе тураһында һөйләй". |