17-се ҙур гонаһ
← 16-сы ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
18-се ҙур гонаһ → |
17-се ҙур гонаһ ЛӘҮӘТ (ГОМОСЕКСУАЛИЗМ)[үҙгәртергә]Ҡөрьәндә фәхишәлек арҡаһында юғалыуға дусар булған Лут халҡы тураһында тарих һөйләнелә. Бөтә мосолман халҡы ла ләүәттең ҡурҡыныс гонаһ икәнен яҡшы белә. Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Ниңә һеҙ ирҙәргә якынлык ҡылып, Раббығыҙ һеҙҙең өсөн булдырылған ҡатындарығыҙҙан ситләшәһегеҙ..." (Шуғара, 165-166). Ләүәт зина ҡылыуҙан күпкә аҙғыныраҡ һәм ҡурҡынысыраҡ. Был йәһәттән Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тигән: "Кем бының менән шөғөлләнә (ҡылыусыларҙы, ҡылырға мәжбүрләүсене һәм бының менән файҙаланыусыларҙы) үлтерегеҙ. "Лут халҡы шөғөлләнгән менән шөғөлләнеүселәргә Аллаһтың ләғнәте төшһөн Ибн Ғәббәс (радиаллаһу ғәнһү) һөйләй: "Был гонаһ менән шөғөлләнеүселәр өсөн иң бейек бина табырға һәм уларҙы шунан ташлап, һуңынан таш менән бәргесләргә кәрәк". Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Бер ҡатын икенсеһе менән енси бәйләнешкә инһә, быш зина ҡылыу тип һанала (ҡатындарҙың бер-береһе менән енси яҡынлығы - зина ҡылыу, мүсәхәҡә, лесбиянство)". Шәфиғиҙәр (Имам Шафиғи (рәхмәтуллаһу ғәләйһи) нигеҙ һалған хоҡуҡи мәктәп) зина ҡылыу менән гомосексуализм өсөн яза бер үк тип һанай. |