Эстәлеккә күсергә

21-се ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

21-се ҙур гонаһ

УРЛАШЫУ

[үҙгәртергә]

"Уғрылыҡ итеүсе иргә үә ҡатынға Аллаһтан бер яза: ғибрәт өсөн уларҙың ҡулдары киҫелер. Аллаһ - ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһелер" (Мәидә, 38).

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм):

  • "Йомортҡа урлаған өсөн, бау урлаған өсөн ҡулы ҡырҡылған бурға Аллаһтың ләғнәте төшһөн.
  • "Әгәр Мөхәммәттең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ҡыҙы Фатима урлашһа, уның да ҡулдары киҫелер ине.
  • "Әғәр иманлы кеше зина ҡылһа, ул уны иманы булмаған саҡта эшләй. Әғәр иманлы кеше урлашһа, ул быны иманлы булмаған ваҡытында эшләй. Әгәр иманлы кеше шарап эсһә, ул быны иманлы булмаған сағында эшләй. Әммә тәүбәгә килер өсөн ишектәр һәр ваҡыт асыҡ".

Сәләмаһ бин Кай Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерә: "Түбәндәге дүрт нәмәгә иғтибар итегеҙ: Аллаһҡа ширек килтермәгеҙ, Аллаһ харам ҡылған йәнде үлтермәгеҙ, зина ҡылмағыҙ, урлашмағыҙ.

Хеҙмәтте яҙыусы, урлаған нәмәһен кире ҡайтармайынса тороп, бурҙың тәүбәһе бер ниндәй ҙә файҙа килтермәйәсәк, тип һанай.

Әгәр урланған нәмә инде булмаһа йәки ҡайтарыу мөмкинлеге юҡ икән, ул эйәһенән ғәфү үтенергә тейеш.

Балаларҙы үҫтергәндә харам юл менән табып, ашатҡан мал, уларҙы мәғәнәһеҙ, йүнһеҙ, ахырҙа тамуҡ әһеле итеп ҡылдыра.