22-се ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

22-се ҙур гонаһ

БАҪЫУ, ТАЛАУ[үҙгәртергә]

"Ысынлап та, Аллаһ менән Уның рәсүлдәренә ҡаршы һуғышып, донъяға боҙолоҡ таратырға тырышҡан кешеләрҙе үлтерерҙәр, йә, арҡысаҡҡа киреп, ботарлап (уң ҡулын һәм һул аяғын, йәки һул ҡулын һәм уң аяғын ҡырҡын) язаларҙар, йә торған еренән ҡыуырҙар. Уларға донъялыҡта хурлыҡ, әхирәттә оло ғазап булыр" (Мәидә, 33).

Язалау менән янап, сит кешеләрҙең мөлкәтен алған кешеләр менән нимә буласаҡ? Улар яралаһа йәки үлтерһә, йәки башҡа бөйөк гонаһтар ҡылһа, улар менән нимә булыр? Бынан башҡа, ундай кешеләр ғәҙәттә намаҙ ҡылмай, ә тапҡан аҡсаларын иҫерткес эсемлектәргә һәм боҙоҡ ҡатын-ҡыҙҙарға тотона.