Эстәлеккә күсергә

23-сө ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

23-сө ҙур гонаһ

ЯЛҒАН АНТТАР БИРЕҮ (ҒАМУС)

[үҙгәртергә]

Ғабдуллаһ бин Ғәмр Аллаһ илсеһенең (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйтеүен еткерә: "Бөйөк гонаһтар - Аллаһҡа тиңдәшлек килтереү, ата-әсәне тыңлашмау, кеше үлтереү һәм ялған ант биреү". Ялған ант биреү кешене гонаһҡа батыра, шуға күрә уны "ғамус" - "батырыусы" тип тә атайҙар.

Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Бер кеше: "Аллаһ менән ант итәм, фәлән кешене Аллаһ гәфү итмәйәсәк! " - тип әйткән.

Аллаһы Тәғәлә уға: "Фәлән кеше ярлыҡанмаясаҡ, тип ант иткән кеше кем? Нәҡ ул ярлыҡанасаҡ, ә бына һинең эштәрең юҡҡа сығасаҡ " - тигән.

"Өс төркөм кешеләр барҙыр, улар менән Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә һөйләшмәйәсәк, уларҙы ғәфү итмәйәсәк һәм уларға ҡаты язалар әҙерләнгән:

  1. Тәкәббер;
  2. Булғаны менән ҡәнәғәт булмаған;
  3. Үҙенең тауарын ялған ант менән һатыу итеүсе.

Ибн Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Хәҡиҡәттә, Аллаһы Тәғәлә менән ант итмәгән кеше иманһыҙға әйләнәсәк.

Икенсе бер хәҙистә: "Мөшриккә әйләнәсәк- тип әйтелә.

"Аллаһ Тәғәләгә ялған ант менән мосолмандың мөлкәтен үҙләштерергә тырышыусы һәр кемде Аллаһың асыуы көтәсәк".

Аллаһ илсеһенән (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Хатта был "юҡ" ҡына берәй нәмә булһаламы?", - тип һорағандар, ул был һорауға: "Хатта мисүәк ботағы булһа ла". - тип яуап биргән.

Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм), бигерәк тә икенде намаҙынан һуң пәйғәмбәрҙең минбары эргәһендә әйтелгән ялған ант иң ауыр гонаһ, тип бәйән иткән. (Йәғни пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм була тороп, Харам мәсетендә ҡылынған гонаһ тағы ла ауырыраҡ.)

Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Кем Лат һәм Ғузза (боттарҙың исеме) исеме менән ант итә, тиҙ генә "Аллаһтан башҡа илаһ юҡ" тип әйтһен (үҙенең иманын таҙартһын)",- тигән.

Ислам ҡабул иткәнгә тиклем ҡайһы бер сәхәбәләр (радиаллаһу ғәнһүм) төрлө боттарҙың исемдәре менән ант иткән. Килтерелеп үтелгән хәҙис аңғармаҫтан ошо һүҙҙәрҙе әйтеп ебәрергә мөмкин кешеләргә ҡағыла, һәм ундай кешеләргә тәүбә итер өсөн: "Лә иләһә иллаллаһ" һүҙҙәрен әйтергә кәңәш ителә.

"Кем ошо минбар янында алдап ант итә - хатта шундай, мисүәк ботағы кеүек мөһим булмаған әйбер өсөн булһа ла, уның өсөн тамуҡ мотлаҡ буласаҡ"