Эстәлеккә күсергә

26-сы ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

26-сы ҙур гонаһ

Хөкөм сығарғанда, ғәҙел булмау

[үҙгәртергә]

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Кем дә кем Аллаһ күндергән (Ҡөрьән) буйынса хөкөм итмәй (ҡарар сығармай), ул - кафыр" ("Мәидә',44).

"Эйе, Беҙҙең тоғро ҡулланма итеп күндереп, китапта аңлатҡан асыҡ аяттарыбыҙҙы йәшергән әҙәмдәргә Аллаһтың һәм кешеләрҙең ләғнәте булыр." ("Баҡара", 159).

Талха бин Ғүбәйдуллаһ Аллаһ илсеһенең шундай һүҙҙәрен еткергән: "Аллаһы Тәгәлә ебәргән ҡанундар (шәриғәткә хилаф ҡылған) менән идара итмәгән етәксенең намаҙы ҡабул ителмәйәсәк". Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Өс ҡазыйҙың (судьяның) берәүһе ожмахҡа, икәүһе тамуҡҡа инә. Ожмахҡа хәҡиҡәтте белгән һәм шуның буйынса эш иткән эләгәсәк. Тамуҡҡа эләккәндәрҙең беренсеһе - хәҡиҡәтте белеүсе, әммә уның буйынса эш итмәүсе, ә икенсеһе - хәҡиҡәтте белмәй, үҙенең белмәгәнлеге арҡаһында ҡарар сығарыусы- тигән.

Автор, был иҫкәрмә Аллаһы Тәғәләнең һәм Аллаһ илсеһенең (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) һүҙҙәренә таянмай, ҡарар ҡабул итеүсе шәриғәт ҡазыйҙарына ҡағыла, тип һанай.

Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Өс ҡазыйҙың берәүһе ожмахҡа, икәүһе тамуҡҡа инә", - тигәс, сәхәбәләр: "Эй, Аллаһ илсеһе! Белмәүсенең ғәйебе нимәлә?" - тип һорағандар, быға Аллаһ илсеһе (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Кәрәкле ғилемдәрҙе белмәйенсә, ул ҡазый булырга тейеш түгел ине" - гип яуап биргән.

Был хәҙис раҫланған. Әммә тағы ла ышаныслыраҡ хәҙис бар: Мағҡал бин Синән Аллаһ илсеһенең (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм)шундай һүҙҙәрен еткерә: "Ниндәй булһа ла һорау буйынса ғәҙелһеҙ ҡарар сығарған һәр кемде Аллаһ тамуҡҡа ташлай "

Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһ) еткерә: "Ҡазый булыу бысаҡһыҙ киҫелеүгә тиң".

Пәйғәмбәребеҙҙең (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтеүенсә, хәкөм сығарыусы бөтә көсөн һәм тырышлығын дәлилдәр эҙләүгә йүнәлтһә, үҙенең фекеренә түгел, ә табылған дәлилдәргә таянһа, тейешле әжерен аласаҡ: "Әгәр хөкөм сығарыусы ҡарар сығарыу өсөн бөтә көсөн һәм тырышлығын һалһа, өҫтәүенә ҡарар дөрөҫ булһа, ул әжерен икеләтә аласаҡ. Әгәр, бөтә көсөн һәм тырышлығын һалыуға ҡарамаҫтан, ҡарар дөрөҫ булмаһа, бер әжерен аласаҡ.

Пәйғәмбәр (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) алынған әжерҙәрҙе көс һалыуға бәйләгән. Әгәр хөкөм сығарыусы көс һалмай ғына, кемдеңдер фекерен үҙләштереп ҡарар ҡабул итһә, әйтелгәндәр уға ҡағылмаясаҡ. Хөкөм сығарыусыға асыу менән ҡарар ҡабул итеү тыйыла, бигерәк тә әгәр был асыу дошманға ҡарай йүнәлтелгән булһа. Хөкөм сығарыусының белеме етмәүе, насар холоҡ, тәҡүәлек булмауы кеүек сифаттар булыуы хәлен тағы ла ҡатмарлаштыра. Ундай осраҡтарҙа ул был вазифанан китергә һәм үҙен Уттан һаҡларға тейеш.