36-сы ҙур гонаһ
Уҡыу көйләүҙәре
← 35-се ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
37-се ҙур гонаһ → |
36-сы ҙур гонаһ— күрһәтелгән яҡшылыҡты иҫкә төшөрөп кешене кәмһетеү. Күрһәтелгән яҡшылыҡты иҫкә төшөрөп кешене кәмһетеү[үҙгәртергә]"Битәрләү һәм иҫкә төшөрөү менән биргән саҙаҡағыҙҙы юҡ итмәгеҙ"(Саҙаҡа ихластан бирелергә тейеш. Мин һиңә, һин миңә тигән мәгәнәлә түгел. Саҙаҡа биреү сауҙа түгел, бирәһең дә, онотаһың), Баҡара, 264. Бер хәҙистә әйтелә: өс төркөм кешеләр барҙыр: улар менән Аллаһы Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә һөйләшеп тә тормаҫ, уларға ҡарамаҫ һәм тәүбәләрен дә ҡабул итмәҫ:
Әбү Үмәмәһ әл-Бахили (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерә: "Аллаһ өс кешенең сығымдарын да (саҙаҡаларын, тырышыуҙарын), ихласлыҡтарын да ҡабул итмәҫ: ата-әсәһенә буйһонмаусы, күрһәтелгән яҡшылыҡҡа аҙһыныусы һәм тәҡдирҙе инҡар итеүсе" |