Эстәлеккә күсергә

37-се ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 оло гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

37-се ҙур гонаһ— тәҡдирҙе инкар итеү.

Тәҡдирҙе инкар итеү

[үҙгәртергә]

Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Ысынлап та, Беҙ һәр нәмәне үҙ тәҡдире менән яралттыҡ". ("Ҡәмәр", 49).

"Аллаһ һеҙҙе лә, хатта һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе лә донъяға яралтҡан" ("Саффат", 96).

"Аллаһ аҙаштырған кешегә Аллаһтан башҡа тура юл күрһәтеүсе булмаҫ, һәм Ул уларҙы аҙғынлыҡ эсендә аҙашҡан килеш ҡалдырыр." ("Әғрәф", 186).

"Үҙенең аҙғын теләген илаһ иткән кешене Аллаһ Үҙ белеме менән юлдан яҙҙырып, ҡолағы менән йөрәген кәпләне, күҙен томаланы - шуны күрмәнеңме ни? Аллаһтан һуң уны кем тура юлға күндерә ала? Аҡылға килмәҫһегеҙме икән һеҙ?" ("Жәҫиә",23).

"Әгәр Аллаһ Үҙе теләмәһә, һеҙ теләй ҙә алмайһығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ Белеүсе, Хикмәтле!" (Инсан, 30).

"Уға яҡшылыҡ, һәм яманлыҡ ҡылырға ирекле иткәндең исеме менән ант итәм." ("Шәмс",8).

Был турала бик кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр бар.

Бохари һәм Мөслимдән еткерелгән хәҙистәрҙә, Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ябраилдың (ғәләйһис-сәләм): "Эй, Аллаһ илсеһе! Иман нимә ул?" - тигән һорауына, былай тип яуап бирә:

"Аллаһҡа, Уның фәрештәләренә, Изге китаптарына, Уның пәйғәмбәрҙәренә, үлгәндән һуң терелеүгә һәм тәҡдиргә ышаныу".

Ғәйшә (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткәнен еткерә: "Алты кешегә мин ләғнәтлемен. Уларҙы Аллаһы Тәғәлә лә һәм бөтә Пәйғәмбәрҙәр ҙә ләғнәт ҡыла.

  • Улар тәҡдирҙе инҡар итеүсе;
  • Аллаһтың Китабында яҙылғандарҙан күберәк башҡарыусы, артыҡлыҡ ҡылыусы;
  • ҡаты күңелле түрә;
  • Аллаһ тыйғандарын рөхсәт итеүсе;
  • яҡын туғаны менән никахты рөхсәт итеүсе;
  • минең Сөннәтемде ҡалдырыусы "

Әбү Дәрдәһ (радиаллаһу ғәнһү) еткерә:"Ата-әсәһен хөрмәт итмәүсе, тәҡдирҙе инҡар итеүсе һәм хәмер әсеүсе (ҡулланыусы) ожмахҡа инмәҫ".

Ибн Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерә: "Тәҡдирҙе инҡар итеүселәр минең өммәтемдәге утҡа табыныусылар кеүек. Улар ауырыһа, хәлдәрен белмәгеҙ. Уларҙы ерләгәнгә барып йөрөмәгеҙ ".

Ибн Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) әйтә:"Мин Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Минең өммәтемдә тәҡдирҙе инҡар итеүсе кешеләр барлыҡҡа килер" - тип әйткәнен ишеттем". Нәфиғ еткерә: "Ибн Ғүмәргә бер кеше килеп: "Мин һиңә фәлән кешенән сәләм алып килдем", - тигән икән, ул:"Миңә уның бидғәт нәмәләр уйлап сығарыуы тураһында хәбәрҙәр килде. Әгәр был ысынлап та шулай икән, һин уға минән сәләм әйтмә, сөнки мин Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйтеүен ишеттем: "Тиҙҙән был өммәттә бысраҡҡа батҡан һәм боҙолған кешеләр барлыҡҡа килер "

Ғәли (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткәнен еткерә: "Дүрт хәҡиҡәткә: Берҙән-бер Аллаһҡа һәм Уның тиңдәштәре юҡлығына; Минең - Аллаһ илсеһе булыуыма; үлгәндән һуң терелеүгә һәм яҙмышҡа ышанмайынса тороп, кеше ихлас иманлы була алмай "

Джәбир (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйтеүен еткерә: "Минең өммәтемдәге утҡа табыныусылар - яҙмышты инҡар итеүселәр. Улар ауырыһа, хәлдәрен белешмәгеҙ, уларҙы ерләшергә бармағыҙ, осрашҡанда сәләм бирмәгеҙ".

Муғәҙ бин Джәбәл (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Аллаһ ебәргән һәр пәйғәмбәр өммәтендә тәҡдирҙе инкар итеүселәр һәм фәхишәлеккә төшәөүселәр булды. Ысынында, Аллаһ тәҡдирҙе инҡар итеүселәрҙе һәм мурджииларҙы етмеш пәйғәмбәр теле менән ләғнәт ҡылды", - тине".

Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Өс төркөм кешеләр бар, Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә улар менән һөйләшмәйәсәк, уларға ҡарамаясаҡ һәм тәүбәләрен ҡабул итмәйәсәк:

  1. Тәҡдирҙе инҡар итеүсе;
  2. Хәмер ҡулланыусы;
  3. Үҙ балаһын ҡабул итмәүсе",

Хүҙәфә (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙҙәрен еткерә: аһәр өммәттең үҙенең утҡа табыныусылары бар. Беҙҙең өммәттә улар — яҙмыш юҡ, тип һанаусылар.

Ғәйшә (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Тәҡдирҙе инҡар итеүселәр — был өммәттең утҡа табыныусылары".

Ибн Ғәббәс (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Минең өммәтемдә исламдан бер нәмә лә алмаясаҡ ике төркөм бар: ҡадириттар һәм мурджиҙар

Хүҙәйфә (радиаллаһу ғәнһү) еткерә: "Бөйөк Аллаһы Тәғәлә һәр барлыҡҡа килтереүсене һәм барлыҡты яралтыусы".