39-сы ҙур гонаһ
← 37-се ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
39-се ҙур гонаһ → |
39-сы ҙур гонаһ— ҡарғау, ләғнәт ҡылыу. Ҡарғау, ләғнәт ҡылыу[үҙгәртергә]
"Хәҡиҡәттә, кеше ҡарғаған ваҡытта уның карғышы күккә күтәрелә. Күк ҡапҡалары ябыла һәм ҡарғышты үткәрмәй. Артабан ул ергә төшһә, ер ҡапҡалары ла ябыла. Ҡарғыш үҙенә уңдан да, һулдан да урын эҙләй башлай, Әгәр ул үҙенә урын тапмаһа, һәм әгәр ҡарғалған кеше ҡарғышҡа лайыҡ булһа, ул уға табан йүнәлә. Әгәр ҙә ул лайыҡлы булмаһа, ҡарғыш ҡарғаған кешегә кире әйләнеп ҡайта" Ғимран бин Хөсәйен еткерә: "Ниндәйҙер бер һуғышта ансарҙарҙан бер ҡатын дөйәгә һыбай атланған ине. Әммә тегеһе ҡуҙғалманы. Шул ваҡыт ул хайуанды ҡарғаны. Ҡарғышты ишетеп, Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Был дөйә ҡарғалды, унан әйберҙәрҙе алығыҙ ҙа ебәрегеҙ", - тине. Ғимран бин Хөсәйен: Был дөйәнең кешеләр араһында йөрөгәне, ләкин бер кемдең дә уға ҡулы менән ҡағылмағаны һаман күҙ алдымда", - тип һөйләгән. |