4-се ҙур гонаһ
← 5-се ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ | 6-сы ҙур гонаһ → |
4-се ҙур гонаһ — намаҙға иғтибарһыҙлыҡ. Намаҙға иғтибарһыҙлыҡ[үҙгәртергә]Бөйөк Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Уларҙан һуң тағы бер нәҫел килде лә намаҙҙы ташланылар, аҙғынлыҡ нәфсеһенә эйәрҙеләр. Шуға күрә улар ошо аҙғынлыҡтарына күрә язаһын да аласаҡтар. Тәүбә иткәндәр, иманға килгәндәр һәм изгелек ҡылғандарҙан башҡа. Улар йәннәткә керер һәм уларға рәнйетеүҙәр булмаҫ. Рахмән булған Аллаһ кешеләргә Ғәден ожмахын Үҙен күрмәйенсә ышаныусы ҡолдарына вәғәҙә иткән. Уның вәғәҙәһе һәр ваҡыт үтәлә"(Мәрйәм, 59-61). "Намаҙ уҡығанда, намаҙына иғтибарһыҙ булған кешегә бәлә булыр" (Мәғүн, 5). "(Улар йәннәттәрҙә булыр һәм йәһәннәмгә кергән таныштарынан гонаһлыларҙың хәлен һорашыр.) "һеҙ нисек Йәһәннәмгә килеп эләктегеҙ?" Гонаһлылар әйтер: "Беҙ намаҙ уҡыманыҡ"(Мүдәҫҫир, 42,43). Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Беҙҙең менән улар араһындағы айырма - намаҙ үтәү. Кем намаҙҙан баш тарта, шул көфөрлөккә төшә", - тигән. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шулай тигән: "Икенде намаҙын ҡалдырыусы кешенең эштәре юҡҡа сығасаҡ" "Намаҙ - кешене иманһыҙлыҡтан ҡурсалаусы пәрҙә". "Әгәр кеше ниәтләнеп (аңлап, белеп) намаҙ ҡылыуҙы ташлаһа, Аллаһ уны һаҡлауҙан туҡтаясаҡ. Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү): "Намаҙҙың ҡәҙерен ебәргән кешенең ислам менән бер уртаҡлығы ла юҡ", - тип әйтеп ҡалдырған. Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү): "Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләре намаҙҙан башҡа нимәнәндер баш тартыуҙы көфөрлөккә һанаманылар", -тигән. Ибн Хәзим: "Күп илаһҡа табыныуҙан һуң, ваҡытында уҡымай, намаҙҙан баш тартыуҙан һәм хаҡың булмай тороп мосолманды үлтереүҙән дә ҙурыраҡ гонаһ юҡ", - тигән. Әбү Хөрәйрә (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең һүҙҙәрен һөйләй: "Ҡиәмәт көнөндә мөсөлмандан иң беренсе намаҙын һораясаҡтар. Әгәр ҙә ул уны тейешенсә башҡарһа, уны ҡотолоу көтә, ә кире осраҡта ул өмөтөн югалта һәм уны күңелһеҙлектәр көтә". Аллаһ илсеһе (салаллаһу ғәләйһи вә сәлләм) әйткән: "Миңә кешеләр "Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Мөхәммәт Уның пәйғәмбәре" тип шаһитлыҡ килтермәйенсә, һәм намаҙ ҡыла башламайынса, һәм зәкәт түләмәйенсә улар менән көрәшергә ҡушылды. Быны эшләп, улар минән Ислам хоҡуҡтары буйынса үҙҙәренең ғүмерен һәм малын һаҡлап ҡалалар. Ҡалғаны - Аллаһтан". Әбү Сәғид (радиаллаһу ғәнһү) һөйләй: "Бер ваҡыт Аллаһ илсеһенә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер кеше килде һәм: "Эй, Аллаһ илсеһе! Аллаһтан ҡурҡ!" - тине, быға Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Эй, кеше! һин үҙ аҡылыңдамы? Мин Унан бөтәһенән дә нығыраҡ ҡурҡырга тейеш түгелменме ни?" - тип яуап биргән. Был ваҡытта уларҙың янында булған Хәлид бин Вәлид: "Эй, Аллаһ илсеһе! Уның башын киҫәйемме?" - тип һораған. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Кәрәкмәй, ул бәлки, намаҙ уҡыйҙыр", - тип яуап биргән. Ғабдуллаһ бин Ғүмәр (радиаллаһу ғәнһү) Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткән һүҙҙәрен: "Үҙенең намаҙын һаҡламаған кешенең нуры ла, дәлилдәре лә, ҡотолоуы ла ҡалмай. Ҡиәмәт көнөндә ул кеше Ҡарун, Фирғәүен, Хәмән һәм Ғүбәй бин Хәләф янында буласаҡ". Был кешеләр янында булыу, намаҙҙан баш тартҡан кешенең ни тиклем иманһыҙлыҡҡа яҡын булыуын күрһәтә. Шулай ҙа Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Муғәзгә: "Аллаһ ихлас күңелдән "Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Мөхәммәт уның илсеһе" тип таныҡлыҡ иткән кешене тамуҡта ҡалдырмаҫ-тигән. Намаҙҙы ваҡытында ҡылмау йәки унан баш тартыу, урлашыу йәки зина ҡылыу - ауыр гонаһтар. Әгәр кеше, ниәт менән теләп, намаҙҙан бер нисә тапҡыр баш тарта икән, ул бөйөк гонаһ эйәһе буласаҡ. Әгәр был дауам итеп, кешенең ғәҙәтенә әйләнһә, ул зарар күреүсе, аҙашыусы, гонаһлылар рәтендә булыр. |