Эстәлеккә күсергә

41-се ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
76 ҙур гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

41-се ҙур гонаһ — күрәҙәселәрҙең һәм юраусыларҙың (астрологтарҙың) юрауына ышаныу.

Күрәҙәселәрҙең һәм юраусыларҙың (астрологтарҙың) юрауына ышаныу

[үҙгәртергә]
  • "Үҙең белмәгән нәмә артынан эйәрмә: ҡолағыңдан, күҙеңдән, йөрәгеңдән - бөтәһенән дә шул хаҡта һоралыр" (Исра, 36).
  • "Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Күп (гонаһлы) уйҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки ҡайһы бер уй гонаһ була" (Худжурат, 12).
  • "Йәшерен серҙәрҙе бары тик Ул ғына белә. һәм Аллаһ йәшерен серҙәрҙең асҡысын бер кемгә лә бирмәй. Үҙенә айырыуса яҡын, Уның ризалығын ҡаҙанған Пәйғәмбәренән башҡа. Ул (Пәйғәмбәрҙең) алдына ла, артына ла күҙәтеүселәр (һаҡсы-фәрештәләр) ҡуйған." (Ен, 26-27).

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу гәләйһи үә сәлләм): "Сихырсы йәки күрәҙәселәрҙе күреп уның һүҙҙәрен дөрөҫләгән кеше, шуның менән Мөхәммәдкә төшөрөлгән Ҡөрьәнде инҡар иткән булыр", - тигән.

Бер ваҡыт ямғырлы төндән һуң таңға ҡарай Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: Аллаһы Тәғәлә әйткән: "Минең ҡолдарымдың кемеһелер иманлы булып, ә кемеһелер кафыр булып уянды. Ямғыр Аллаһ ихтыяры менән яуҙы тип әйтеүсе Миңә инанды һәм йондоҙҙарҙан баш тартты, Ә кем ямғыр йондоҙҙар арҡаһында яуҙы тип әйтһә, шул Минән баш тартты һәм йондоҙҙарға инанды.

Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Кем йондоҙҙар буйынса юрау белемен арттырһа, шул сихырсылыҡ ғилемен арттыра барған булыр", - тигән.