40-сы ҙур гонаһ
← 39-сы ҙур гонаһ | 76 оло гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
41-се ҙур гонаһ → |
40-сы ҙур гонаһ — Әмергә буйһонмау Әмергә буйһонмау[үҙгәртергә]Аллаһы Тәғәлә әйтә: "Үҙ-ара килешкән вәғәҙәләрегеҙҙе үтәгеҙ. Ул вәғәҙәләрегеҙ тураһында һеҙҙән һоралыр" (Исра, 34). "Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Ҡуйышҡан һүҙегеҙгә тоғро булығыҙ!" (Мәидә, 1). "Аллаһҡа биргән һүҙегеҙҙе үтәгеҙ, нығытҡан антығыҙҙы боҙмағыҙ, сокки һеҙ Аллаһты үҙегеҙ осон шаһит иткәнһегеҙ " (Нәхл, 91). Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: "Ике йөҙлө кешенең дүрт сифатына эйэ булыусы ысын ике йөҙлө кеше буласаҡ, ә уларҙың берәүһенә генә эйә булыусыла ике йөҙлөлөк сифаты буласаҡ:
"Ҡиәмәт көнөндә һәр кафыр байраҡ менән булыр, һәм был байраҡ шул хыянатсыныҡы тип әйтеләсәк. Иғтибарлы булығыҙ! Йәмғиәт менән идара итеүсенекенән дә ҙурыраҡ хыянат булмаясаҡ" Аллаһы Тәғәлә ҡудси хәҙистә әйтә: "Ҡиәмәт көнөндә өс кеше минең дошманым буласаҡ:
Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:
Тәүҙә кешегә ант биреп, һуңынан уға буйһонмауҙан да ҡурҡынысыраҡ нәмә бармы? Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): "Беҙгә ҡаршы ҡорал төбәүсе - беҙҙең аранан түгел", - тигән. |