44-сө ҙур гонаһ
← 43-сө ҙур гонаһ | 76 ҙур гонаһ Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби |
45-се ҙур гонаһ → |
44-сө ҙур гонаһ−йән эйәләре һүрәтен төшөрөү Йән эйәләре һүрәтен төшөрөү[үҙгәртергә]Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: “Кем һүрәт төшөрә, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ унан һүрәтенә йән биреүҙе талап итер, ә ул быны бер ҡасан да эшләй алмаҫ!” “Ысынында Ҡиәмәт көнөндә һүрәт төшөрөүселәр иң ҡаты язаларға тарыр, уларға: “Нимә төшөргәнһегеҙ, шуға йән өрөгөҙ!” - тип әйтелер ”. Ғәйшә (раҙыйаллаһу ғәнһү): “Бер көндө Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сираттағы һуғыштан әйләнеп ҡайтты. Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер һүрәт төшөрөлгән япманы күреп ҡалды, шунда уҡ йөҙө боҙолдо һәм уны йыртҡысланы. Һуңынан Ул: “Эй Ғәйшә! Аллаһҡа оҡшатып йән эйәләрен һүрәткә төшөрөүсе, иң ҡаты язаларға тарттырыласаҡ, тине”, - тип һөйләй. Сүнән Тирмиҙила шундай хәҙис бар: “Тамуҡтан берәү әйтер: “Ысынында, мин Аллаһтан башҡа илаһҡа табыныусы, яуыз залим булдым һәм һүрәт төшөрҙөм”. Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Ысынында, һүрәт төшөрөүселәрҙе Ҡиәмәт көнөндә ҡаты яза көтә. Уларға: “Төшөргән һүрәттәрегеҙҙе терелтегеҙ!” –тип әйтеләсәк”. Ибн Ғәббәс (раҙыйаллаһу ғәнһү) Аллаһ Илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) шундай һүҙәрен еткерә: “Һәр рәссам тамуҡта буласаҡ. Һәр төшөрөлгән һүрәт өсөн Аллаһ уға йән бирәсәк һәм уны тамуҡта язалаясаҡ”. Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән:“Аллаһы Тәғәлә әйтә: “Ә кем Минең мәхлүгемә оҡшаш нимәлер төшөрөргә баҙнат иткән? Әйҙә, арпа орлоғо йәки саң бөртөгө булһа ла эшләп ҡараһын”. Шулай уҡ Аллаһ илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) рәссамдарҙы ҡәһәрләгәне билдәле. |