Эстәлеккә күсергә

45-се ҙур гонаһ

Викидәреслек проектынан
45-се ҙур гонаһ
Автор: хафиз Шәмсетдин әҙ-Ҙәхәби

45-се ҙур гонаһ — ҒӘЙБӘТ

ҒӘЙБӘТ

[үҙгәртергә]

Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): “Ғәйбәтсе йәннәткә инмәҫ”, - тигән. Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ике ҡәбер эргәһенән үтеп барғанда: “Ысынында, улар икеһе лә ғазап кисерә. Һәм уларҙы ҙур гонаһтар өсөн ғазапҡа тарттырмайҙар. Уларҙың береһе ғәйбәт һөйләгән, икенсеһе үҙенең һейҙегенән таҙарынмаған”, - тигән.

“Кешеләрҙең иң насары – ике йөҙлөләр. Берәүгә ул бер йөҙ менән, икенсегә икенсе йөҙ менән бара”.(Уның алдында яҡшы һүҙҙәр һөйләй, артында яманлай.)

Икенсе бер хәҙистә: “Һин күргән кешеләр араһында иң насарҙары ике йөҙлөлөләр”, - тип әйтелә.

Кәғбтың: “Ғәйбәттән һаҡланығыҙ, сөнки ғәйбәтсе ҡәбер ғазаптарынан ҡаса алмаҫ”, - тип әйткән һүҙҙәре еткерелә.

Мансур Мөжтәһит “әл-Мәсәд” сүрәһенең 4-се аятында һөйләнелгән кешеләр тураһында, улар “ғәйбәт таратыр өсөн йөрөүселәр” тигән һүҙҙәрен еткерә.