Аджика
Уҡыу көйләүҙәре
Аджика — ҡышҡылыҡҡа әсе ҡабымлыҡ. Йәй көнө, йәшелсәләр мул саҡта, бер мәшәҡәтләнгәндә, бер юлы күп итеп әҙерләп алып ҡалырға була. Түбәндә күрһәтелгән ингредиенттарҙан ярты литрлыҡ 18 банка тәмле әҙерләмә сыға.
Ингредиенттары
[үҙгәртергә]- 5 кг помидор
- 4 кг кишер
- 1 кг һуған
- 1 кг татлы борос
- 1 кг әскелтем алма
- 1 литр көнбағыш майы
- 300 г һарымһаҡ
- 200 г шәкәр
- 5-6 дана уртаса ҙурлыҡтағы әсе борос
- 300 г петрушка (мотлаҡ түгел, ҡушмаһаң да була)
- самалап тоҙ
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Бөтә йәшелсәләрҙе лә ит турағыс аша үткәрергә.
2 сәғәт быҡтырып бешерергә.
Алдан стерилләп әҙерләнгән быяла банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән нығытырға, түңкәреп ҡуйып, томалап, һыуытҡансы тоторға. Ҡыш буйы һалҡынса баҙҙа һәйбәт һаҡлана.