Ай эсендә көн иҫәбе (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Бер сүлмәктә утыҙ балан,
Утыҙына бер исем. - Торойҡ-торойҡ торналар,
Торҡолдашып баралар,
Утыҙлаған йомортҡаны
Бер ояға һалалар. - Әләләй, һәләләй,
Оя тапмай, йомортҡа һалмай,
Айына утыҙ балалай. - Ҡыйҡым, ҡыйҡым, ҡыйҡым ҡош,
Ҡыйҡылдашып бара, имеш.
Утыҙлаған йомортҡа
Ояһында ҡала, имеш. - Утыҙ улын теҙгән,
Урындарын биргән.