Ай (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- Ағас башында көмөш алҡа.
- Ағас башында алтын йөҙөк,
Уның бер яртыһы өҙөк. - Күктә тора кәүҙәһе,
Ергә төшә шәүләһе. - Көндөҙ йоҡлай, кис уяна.
- Өй башында ярты икмәк.
- Ҡапҡа башында
Ҡобрам мөгөҙө. - Ябыҡ тирмәлә ярты икмәк.
- Бәләкәй генә икмәк
Бөтә ғәләмгә етә. - Күк һыйырҙа көмөш мөгөҙ.
- Кәштә башында аҡ ҡалас.
- Кәштә башында ярты күмәс.
- Тәгәс тулы аҡ май.
- Күк тирмәлә көмөш ырғаҡ элдем.
- Төндә йылмая, көндөҙ юғала.
- Төндә түтәй ҡалҡынған,
Ҡарап ҡала артымдан. - Төндә ауыҙын йыра,
Таң атһа, юғала. - Ураҡ түгел — кәк(е)ре,
Ҡояш түгел — яҡты. - Бер ҡараһаң, кителер,
Бер ҡараһаң, бөтәйер —
Үҙен күрә бөтә ер. - Бер мәлендә ул — йом(о)ро йомғаҡ,
Бер мәлендә ул — нәҡ ураҡ.
Арымай ҙа, талмай ҙа,
Йөрөй гел ерҙе урап. - Ҡай ваҡыт ҡояш кеүек,
Ҡай ваҡыт ураҡ кеүек. - Кирәгәм башы аҡ яулыҡ.
- Кирәгәм осо асыла төштө,
Аҡ тәңкәһе сәселә төштө. - Төпһөҙ даръя төбөндә көмөш беләҙегем ята.
- Күк яланда тай эҙе, ярылып ята бер үҙе.
- Тигеҙ ерҙә тай эҙе.
- Үҙенең нуры юҡ, кешенән нур ала.
Урландыҡ нур менән кем шулай алдана?