Алма тултырылған ҡаҙ (өйрәк)
Алма тултырылған ҡаҙ (өйрәк) — Яңы йыл табыны, юбилейҙар, тыуған көндәр кеүек ҙур табындарға әҙерләй торған байрам ризығы.
Ингредиенттары
[үҙгәртергә]- 100—150 грамм самаһы ҡара емеш (чернослив)
- 50-100 грамм төшһөҙ йөҙөм
- 4 аш ҡалағы аш һеркәһе (уксус)
- 4-5 әскелтем алма
- 100 грамм ҡара икмәк
- 1 баш һарымһаҡ
- Тәменсә тоҙ
- Тәменсә борос
- 7-8 уртаса картуф
Әҙерләү
[үҙгәртергә]Ҡара емештәрҙе урталай ҡырҡып сығырға һәм йөҙөм менән бергә һеркәлә ебетергә ҡуйырға.
Духовканы тоҡандырып, 225 градусҡа тиклем йылытырға.
Алма менән ҡара икмәкте шаҡмаҡлап турарға.
Ҡаҙҙы һалҡын һыуҙа һәйбәтләп йыуғандан һуң эсен-тышын тоҙ, борос һәм һарымһаҡ менән ышҡып ыуырға.
Ҡара емеш, йөҙөм, алма, икмәкте бергә ҡушып бутап, ҡаҙҙың эсенә тултырырға (7-8 алманың үҙен генә лә тултырырға була).
10 минутҡа эҫе духовкаға ҡуйып алырға.
Һуңынан 250 грамм һурпа өҫтәп, утын кәметеп, 3 сәғәт тирәһе өҫтөнә һурпаһын ҡоя-ҡоя яй ғына утта быҡтырырға.
Ҡаҙҙан ҡалған майҙа картуфты ла алтын-һары төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырып алырға мөмкин.
Ҙур батмустың уртаһына ҡаҙҙы һалып, ситтәренә бешкән картуфты, тоҙланған ҡыяр, помидор, алма, йөҙөмдәрҙе теҙеп сығырға.
Өҫтөн йәшел укроп, петрушка менән матур итеп биҙәп ҡуйырға. Ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килерлек, хужабикәгә ғорурлыҡ булырлыҡ аш-һыу әҙер.