Эстәлеккә күсергә
- Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ үҫә,
Үҫә лә дөп итеп ергә төшә.
- Көн күргәндә:
«Бешәм», — ти,
Ел килгәндә:
«Төшәм», — ти.
- Оҙон ҡолға башында
Ҡыҙыл сәпсек ултыра.
«Ел-дауылдар сыҡтиһә,
Осамын», — тип ултыра.
- Ҡыҙарып беште — ергә төштө.
- Сәскәһе ап-аҡ,
Емеше ҡыҙыл.
- Алһыу битле ҡыҙ үҫте,
Дөп итеп ағастан төштө.