Ҡанатлы һүҙҙәр А
Уҡыу көйләүҙәре
- Ағиҙелдә аҡ томан(берәйһе мутлашһа, алдашһа әйтәләр)
- Ағиҙелдең арьяғында бер энәгә бер һыйыр (ситтән арзан әйбер эҙләп һемәймә). Бында: сыуашса "энә"(Ĕнĕ)- һыйыр.
- Ала-танығы ҡалмаған (ойпаланған, насарайған, йолҡошланған);
- Алған белмәй, биргән белә;
- Алдырыр көн - яҙҙырыр
- Алтылағы алтмышта
- Ас бет ныҡ тешләй;
- Аста ашағаныңды ,туҡта онотма
- Ас та түгел, туҡ та түгел, бер өйрәнгәс буҡ та түгел;
- Ауыҙын асһа үпкәһе күренеп тора;
- Асығауыҙ;
- Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман;
- Асыр ишегеңде ҡаты япма;
- Ат аҙғыны тайға эйәрер
- Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған (һәр кәрәкмәгән ергә ҡыҫылмаһын тип әйтәләр)
- Ауыҙыңа бал да май( яҡшы һүҙен ҡушҡан кешегә әйтелә);Ауыр аяҡлы;
- Ауыртүләк;
- Ауыртмаҫ башҡа тимер таяҡ;
- Ашаған белмәй, тураған белә;