Ҡанатлы һүҙҙәр Ҡ
Уҡыу көйләүҙәре
- Ҡалған эшкә ҡар яуа;
- Ҡалын елкә;
- Ҡара һаҡалың ҡайҙа барһаң да эйәреп йөрөй (ғәйепте икенселәрҙән генә эҙләп йөрөгән алама холоҡло кешегә әйтәләр)
- Ҡара тырыш;
- Ҡарама тояҡ, ҡарпыш ҡолаҡ;
- Ҡата башындай ғына (бик бәләкәй, "Ҡата башындай булһа ла, ҡайһылый эшкенгән);
- Ҡатындан ҡатын быуаҙый (бер-береһенән өйрәнә мәғәнәһендә)
- Ҡобараһы осҡан;
- Ҡолағы ҡарп итеп ҡалды (ишетә һалды);
- Ҡолға буйы;
- Ҡомо ҡойолған;
- Ҡыҙыл ҡар яуғас;
- Ҡыл һыйғыһыҙ;
- Ҡылтымбый;
- Ҡыйыш атып, тура тигеҙә;
- Ҡыйышҡа һаплай;
- Ҡыҫыҡ сикә;
- Ҡыялҡы;
- Ҡул арты еңел;
- Ҡул арты ауыр;
- Ҡулын–ҡулса, ботон–ботса;
- Ҡул уйнатыу-һуғышырға әҙер генә торған кеше("Ҡулыңды уйнатма");
- Ҡулы тик тормай;