Ҡанатлы һүҙҙәр Б
Уҡыу көйләүҙәре
- Балыҡ башынан серей
- Балыҡ ҡыуығы hымаҡ еп-еңелhең
- Барҙың барлығы тейә, юҡтың юҡлығы тейә;
- Бары менән байрам;
- Бары– барса, юғы– юҡса
- Барған ере–балта һабындай, килгән ере –киле күтендәй;
- Батыр яуҙа һынала
- Бауырҙы киҫә (хаяһыҙ кеше хаҡында);
- Башы– башҡа, аҡылы– башҡа
- Башы инһә лә, арты инмәгән;
- Баҫымсаҡҡа баҡа ла - айғыр
- Бет асыуы тунға;
- Бет ҡабығы
- Бер аяғын баҫҡансы, икенсеһен эт ашай;
- Бет аяғын ҡырҡҡан;
- Битенә сиртһәң ,ҡаны һытылып сығырға тора.
- Болот яумай - бойороҡ яуа
- Борсағы бешмәй;
- Бүрәнә аша бүре күргән;
- Буш ҡыуыҡ
- Бәғерҙе телгеләй (ҡайғы-хәсрәттәр килтереү);
- Бәләкәс телгә лә етмәне(бик әҙ тигәнде аңлата);