Автомобиль (йомаҡтар)
Уҡыу көйләүҙәре
- «На-а», — тиһәң, атламай,
«Тр-р», — тиһәң, туҡтамай.
Бесән һалһаң, ашамай.
Ҡысҡыра-ҡысҡыра саба,
Йүгереүҙән бушамай. - Дүрт аяғын ат иткән,
Ике күҙен ут иткән.
Төнөн йөрөп, ут йотҡан. - Аяғы юҡ — йүгерә, ауыҙы юҡ — үкерә.
- Боро айғырҙы ектеләр,
Ултырҙылар киттеләр. - Һыу эсә, бесән ашамай,
Үҙе дүрт аяҡлы. - Эй, ат саба, ат саба,
Һығыла билгенәһе.
Тояҡтары резинка,
Тимерҙән дилбегәһе. - Йөк ташый, тик ат түгел,
Үҙе йәнле зат түгел.
Кеше ултырһа — китә,
Кәрәк ереңә илтә. - Атһыҙ йөрөгән арба.