Эстәлеккә күсергә

Кейәү үләне (чабрец)

Викидәреслек проектынан

Алһыу сәскәле был шифалы үлән бик күп урында үҫә.

Ул май аҙағынан алып сентябргә тиклем сәскә ата. Кейәү үләненең шифалы үҙенсәлектәре хаҡында ла күптән билдәле. Эфир майҙарына бай булыуы сәбәпле, хуш еҫе һәм дауалау үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Уның составында шулай флавоноидтар, дубиль матдәләр, камедь, сайыр, олеанол, урсол, хина кислотаһы, сапониндар бар.

Кейәү үләнен медицинала ғына түгел, аш-һыу әҙерләүҙә лә, парфюмерияла ла киң файҙаланалар. Көслө, әскелтем тәмгә эйә булғаны өсөн аш-һыу әҙерләгәндә иткә, ҡаҡланған ризыҡтарға ҡушалар. Унан алынған бал хуш еҫле һәм бик тә файҙалы. Хуш еҫле был үлән сәйгә лә бик үҙенсәлекле тәм бирә.

Медицинала кейәү үләне иң ҙур урындарҙың береһен биләй. Сәскә атҡан ваҡытта йыйылып, асыҡ һауала киптәрелгән үләндең япрағы һәм сәскәһен ике йыл һаҡларға мөмкин. Уларҙан төрлө төнәтмә әҙерләп, киҫкен һәм хроник тын юлдары ауырыуҙарын, туберкулезды, ауыҙ ҡыуышлығы һәм тамаҡ ялҡынһыныуын дауалауҙа файҙаланалар.

Эфир майҙары мускулдар һәм быуындар ауыртҡанда ыуыныу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ серәкәй һәм башҡа бөжәктәр тешләгәндә, 90 мл зәйтүн майына 10 мл эфир майын ҡушып, зарар күргән урынға һөртөргә кәңәш ителә.

Халыҡ медицинаһында был дарыу үләнен невралгиянан, гипертониянан, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, быуындар һәм мускулдар һыҙлағанда, һәм бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ та тәҡдим итәләр.

Әммә уның һәр кемгә берҙәй файҙаһы тейә тип уйлау дөрөҫ түгел. Бөйөр, бауыр һәм ашҡаҙан ауырыуҙары, бөйән сей яраһы ауырыуҙары менән яфаланыусыларға, шулай уҡ ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға ла уны ҡулланыу тыйыла.

Хуш еҫенә һәм шифалы үҙенсәлектәренә ҡыҙығып, кешеләр уны сәйгә һалып эсә башлаған. Ысынлап та ул яраларҙы бөтәштерә, ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра. Һалҡын тейгәндә, аш эшкәртеү проблемаһы булғанда, йүтәл йонсотҡанда, сәйгә кейәү үләне ҡушып эсергә кәңәш итәләр. Өҫтәүенә, бындай сәй организмдың эшкә һәләтлелеген арттыра, көс өҫтәй. Сәйҙе эҫе йә йылы килеш эскәндә, файҙаһы күберәк.

Шулай уҡ унан төрлө төнәтмә әҙерләргә була. Мәҫәлән, эмалле һауытҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ике ҡалаҡ кейәү үләне ҡушырға һәм ҡапҡасын ябып, быу өҫтөндә 15 минут ҡайнатырға һәм 45 минут төнәтергә. Ныҡ ҡайнап, кәмеһә, һөҙөп алғас, ҡайнаған һыу өҫтәп, күләмен бер стаканға еткерергә онотмағыҙ. Ошондай төнтәмәне өс аҙна буйы көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә.

Һылтанмалар

[үҙгәртергә]