Эстәлеккә күсергә

Көгөш йылғаһы/Күгеш йылғаһы

Викидәреслек проектынан

Күгеш йылғаһы


Күгеш йылғаһы инеш кенә булып элекке Бейәләйкүл (әлеге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан), ауылының өҫ яғынан башлана. Күпмелер ағып барғас ул Ишембай районы биләмәһенә кергән Һарғай ауылынан өҫтәрәк Биктәр тауы эргәһендә Рәүҙәк йылғаһына барып ҡоя. Биктәр яланында Ташбүкән ауылы кешеләре бесән сапҡан. Рәүҙәк йылғаһы Һаралы ауылына барып етмәҫ элек Оло Рәүҙәк һәм Кесе Рәүҙәк йылғаларынан берләшкән йылға. Оло Рәүҙәк Рәүҙәкбашында башлана, ә кесе Рәүҙәк элекке Сәфәртуйы (хәҙер юҡҡа сыҡҡан ауыл) яғынан ағып килә. Ике Рәүҙәк Сатра яланын- да бергә ҡушылалар. Сатра яланында элек Әрмет колхозы малдарының йәйләүе булған. Рәүҙәккә ҡойған тау йылғаһы Күгештә бағыр, бәрҙе, ҡоморой, сабаҡтар бар. Рәүҙәк башы яланына беҙҙең Иҫәкәй ауылынан да (Ишембай районы) бесән сабырға бара торған инеләр.


Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ