Эстәлеккә күсергә

Көгөш йылғаһы/ Көгөш йылғаһы ҡайҙа башлана?

Викидәреслек проектынан

Көгөш йылғаһы ҡайҙа башлана?



Мин нәүбәттәге китабыма КӨГӨШ МОҢДАРЫ тип исем бирергә ҡарар иткәс, был йылға ҡайҙан башлана икәнен белгем килеп белешмәләр тупланым. Хәҙерге ваҡытта бик күп башҡортса атамалар юғалып барғанда дөрөҫлөктө килтереп ошонда яҙып ҡуйыу минең бурысым тип һананым.
Шул маҡсат менән Ҡурғашлы ауылында йәшәгән тарихты яҡшы белгән Хәсән ағай Кутовҡа һәм уның улы Венер Кутовҡа шылтыратып һөйләштем.
Көгөш һәм Күгеш , Рәүҙәк йылғаларының башланған ере хаҡындағы хәбәрҙәрҙе улар һәм тормош иптәшем Әнүәр Ҡотлогилдин һөйләне. Тарихи ер-һыу атамаларын юғалта күрмәйек, замандаштарым. Ата-бабалар рухы был хатаны ғәфү итмәҫ. Беҙ бит уларҙы киләһе быуындарға тапшырыусы кешеләр. Үҙегеҙҙең яҡтағы ер-һыу атамаларының тарихын асыҡлап
балаларығыҙға, ейән–ейәнсәрҙәрегеҙгә һөйләгеҙ, китаптар яҙығыҙ..
Яҙылған юғалмай ул.