Эстәлеккә күсергә

Көгөш йылғаһы/Көгөш буйында

Викидәреслек проектынан
Көгөш ҡиссаһы
ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ: башҡортса.
СЫҒАНАҠ: Фәүзиә Ҡотлогилдина  

1

Көгөш йылғаһы әллә нисә ауыл эргәһенән ағып үтә, уның аша бер нисә күпер бар. Дөрөҫ яҙыулы күрһәткес беҙҙең Родина - Ватан ауылына кергән күпер янында ғына, ә башҡа ерҙәрҙәге күпер эргәһендә ана шул өҫтә күрһәткән дөрөҫ булмаған яҙыулы күрһәткес тора. Кемдер йылғаның исемен русса Усолка һүҙенән башҡортса Усолҡа һүҙе эшләп ҡуйған(к хәрефен ҡ тиеп яҙып анһат ҡына башҡортсаға әйләндергәндәр) Ә ул йылғаның исеме Усолка булғанға тиклем үк Көгөш булған.Көгөш -ул Манас эпосындағы бер тылсымсы исеме, тик был өҙөк Манас эпосының өс вариантында ғына бар икән, ҡалғандарында юҡ. Көгөш исемле тылсымсы бик матур бер атҡа әйләнә лә бер баланы үҙенә атландырып урлап алып китә...Үәт нисек, беҙҙең яҡ башҡорттары Манас эпосы менән таныш булғандар!


Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ



Башвикиҙә Рөстәм Нуриевҡа яҙған инем ошо турала, ул унда Көгөш тиеп башҡортса атамаһын өҫтәп ҡуйҙы.Уға рәхмәтем ҙур! Шулай уҡ минең тырышлығым арҡаһында Ғафури районында Башҡортостандың 100 йыллығы алдынан башҡортса Усолҡа тигән хата яҙманы юйып Көгөш тип йылғаның дөрөҫ атамаһын яҙып ҡуйҙылар..ә рус телендәгеһе река Усолка дөрөҫ яҙылған. .Был минең хеҙмәтем емеше тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Тик уны ябай буяу менән төҙәткәс төндә күренмәй, янып тормай., шул Көгөш тигәнен дә төндә янып торорлоҡ итеп яҙһындар ине ул! Ноябрь 2018 Фәүзиә Ҡотлогилдина.


Көгөш буйында


 
Сыҡтым әле Көгөш буйҙарына
Йәшел йәйҙе күреп ҡалырға,
Көгөшөмдөң тауыштарын тыңлап
Моңло ғына көйгә һалырға.

Көгөш ярҙарында ағас һирәк,
Ярға һыйынып үҫә ҡарт тирәк,
Тормош юлдарынан үткән саҡта
Ышаныслы дуҫтар бик кәрәк.

Көгөш кенә һыуы , ай, татырлы,
Өнһөҙ ир-егеттәр батырмы...
Батыр тигән ҡыйыу ир-егеттәр
Үҙ һүҙҙәрен әйтмәй ятырмы.

Көгөш һыуҡайҙары борма-борма
Ҡарпып ҡына уйнай балығы,
Шифа һыуҙарынан дауа таба
Төрлө яҡтан килгән халығы.

Көгөш йылғаһына ҡоя икән
Ун ике лә шифа шишмәһе,
Шифа табыр өсөн һаулығына
Йыйыла ти бик күп кешеһе..

Көгөш йылғаһының көмөш һыуы
Барып ҡоя икән Иҙелгә,
Ағиҙелем алып китә уны
Каспий тигән оло диңгеҙгә.

Көгөш буйҡайҙарын ай, буйланым,
Көгөш моңон эсеп туйманым,
Көгөш буйҡайҙарын гиҙгән саҡта
Дуҫҡайҙарым һеҙҙе уйланым. ..

Яр буйында үҫкән ҡарт тирәге
Ете ҡолас икән ҡосарға,
Яңғыҙ ҡанат менән осоп булмай,
Пар ҡанаттар кәрәк осарға.

Иртән тороп тышҡа сығыуыма
Көгөш буйҡайҙары аҡ томан,
Томан араһында мине көтөп
Һөйгән йәрем торалыр һаман.

Көгөштән эсәргә һыу алмайҙар,
Һыуҙарынан әйтә тоҙ тәме,
Эй Көгөшөм, көмөш йылғаҡайым,
Тыуған яҡтың сағыу бер йәме!

Көгөштөң саф һыуын тоҙло итә
Изге инеш килеп ҡушылып,
Шифаларын ала күп кешеләр
Шул шишмәләрендә ҡойоноп.(Краноусол)

Йоморола ғына таштары юҡ
Көгөш йылғаһының эсендә,
Тыуған яҡтан ситтә йәшәһәм дә
Рәүҙәккәйем һәр саҡ иҫемдә.

Көгөш йылғаһына барып ҡоя
Селтер шишмә менән Бирешле,
Донъя булғас, төрлө хәлдәр була,
Ауырлыҡтар килһә, бирешмә!

Йәйҙәр үтеп көҙҙәр килеп етә,
Башланырҙар инде һалҡындар,
Һыуҙа ғына батмаҫ, утта янмаҫ
Бай тарихлы башҡорт халҡым бар.

Оло Төлкәҫ менән Кесе Төлкәҫ
Йырлай- йырлай ҡоя Көгөшкә,
Риза булып ҡына донъя көтәм
Раббыҡайым биргән өлөшкә.

Табын ауылының эргәһендә
Көгөш йылғаһының тамағы,
Халҡыбыҙҙың күңел донъяһы бай
Күп йырҙары, таҡмаҡ, һамағы.

Киске эңер төшөп килгән саҡта
Төштөм әле Көгөш буйына,
Ғүмеремдең көҙгө балҡыштарын
Нурҙар менән яҙҙым һыуына.


Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ

31.08.2018

  • Көгөш — Усолка.йылғаһының башҡорт телендәге исеме. Ул Ғафури районында аға..