Эстәлеккә күсергә

Көгөш йылғаһы/Көгөш таҡмаҡтары

Викидәреслек проектынан
Көгөш таҡмаҡтары
ОРИГИНАЛ ТЕЛЕ: башҡортса.
СЫҒАНАҠ: Фәүзиә Ҡотлогилдина  

1

КӨГӨШ ТАҠМАҠТАРЫ


Көгөш һыуҙары көмөш,
Көгөш һыуҙары көмөш,
Көгөш йылғаһын урыҫса
Усолка тиҙәр имеш..

Көгөш һынына ҡушыла
Селтер менән Бирешле,
Селтер шишмә Бирешлегә
Серҙәрен сисә төҫлө.

Бирешленең һыуы йылы
Селтерҙең һыуы һалҡын,
Ғүмер буйы һүнмәҫ инде
Йөрәгемдәге ялҡын.

Тамсы тама тып та тып,
Тамсы тама тып та тып,
Родинаны үҙ телемдә
Ватан тинем яратып.

Тамсы тама тып та тып,
Тамсы тама тып та тып,
Йөрәктәр елкенеп тора
Бейетеп тә йырлатып,

Һай, үҙебеҙ, үҙебеҙ,
Ағинәйҙәр үҙебеҙ,
Үҙебеҙҙең күңелдәрҙе
Күреп ятҡан көнөбөҙ.


Фәүзиә Ҡотлогилдина. АЛТЫНБИКӘ