Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/З
Уҡыу көйләүҙәре
- Зариғ үләне — тамуҡтағы ағыулы үлән.
- 3алим — иҙеүсе, йәберләүсе, яуыз, уҫал, ҡаты күңелле, боҙоҡ кеше, тиран, деспот.
- Золом — йәберләү, ҡыҫыу, ғәҙелһеҙлек, боҙоҡлоҡ.
- Зөлкифел — бәйғәмбәр, Иязекииль.
- Зөлҡәрнәй — Искәндәр батша.
- 3әбур — йәһүҙиҙәрҙең һәм насраниҙарҙың изге яҙмалары, псаломдар (доғалар) йыйынтығы.
- Зәйет — Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең аҫрау улы, тәүге мосолмандарҙың береһе.
- Зәҡҡүм ағасы — тамуҡтағы ағас, емештәрен гонаһлы бәндәләр ашай.
- 3әкәт — мал-мөлкәт хисабынан сығып, ярлы мосолмандар өсөн тип бирелә торған һалым, «сафланыу, таҙарыу» мәғәнәһендә.
- Зәнйәбил — тамырҙары эфир майҙарына бай булған үлән һымаҡ тропик үҫемлек, имбир.