Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/Ә
Уҡыу көйләүҙәре
- бү-Ләһәб — Ғәбд-Әл-Ғүззә, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙәрҙең туғаны, исламға ҡаршы көрәшкән кеше.
- Әҙәм — Алла яратҡан беренсе кеше, Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың атаһы.
- Әл-Ғуззә — Исламға тиклем ғәрәптәр табынған илаһ исеме.
- Әл-Жүзи— Ғәрәбстандағы йәки Әрмәнстан менән Курдистан араһындағы тау атамаһы.
- Әл-Жибет — һын, бот исеме.
- Әл-Инжил — насраниҙарҙың изге китаптары, Евангелие.
- Әл-Лат — Исламға тиклем ғәрәптәр табынған илаһ исеме.
- Әл-Мәғшәр Әл-Харам — Мәккә менән Ғәрәфәт тауы араһындағы тау.
- Әл-Мәсих — ҡара: Ғайса.
- Әр-Рас — географик урын атамаһы.
- Әр-Рәҡим — традиция буйынса: яҙыулы таҡта; эт, ҡала-ауыл, үҙән, тау исемдәре.
- Әр-Рәхман — Алла исемдәренең береһе; ҡара: рәхмәт.
- Әт-Тәүрат — йәһүҙиҙәрҙең изге китабы, Тора.
- Әл-Ясағ — бәйғәмбәр, Елисей.
- Әжер — түләү, хеҙмәт хаҡы, бүләк.
- Әжәл — билдәләнгән уаҡыт, мәл.
- Әйүп — бәйғәмбәр, христиандарҙа Иов.
- Әл-Әйкә — географик урын һәм ҡәбилә исеме.
- Әһел — туғандар, ғаилә, халыҡ, билдәле урында йәшәүселәр; мәҫәлән, Әһлел-Әйкә халҡы.
- Әһлел-Китап — бында: китап бирелгән кешеләр, йәғни йәһүҙиҙәр, насраниҙар.
- Әл-Әхҡаф — географик урын атамаһы.