Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/Ғ
Уҡыу көйләүҙәре
- Ғайса — бәйғәмбәр, Мәрйәм улы Әл-Мәсих Ғайса; христиандарҙа Иисус Христос.
- Ғибәҙәт (ғәрәп. العبادة, уҡыла: әл-ғибәдә — табыныу), буйһыныу, баш эйеү.
- Ғиддәт — ирһеҙ ҡалған ҡатындың икенсе иргә бармай торорға тейеш булған уаҡыты.
- Ғимран — Ғайса бәйғәмбәрҙең ҡартатаһы, Мәрйәмдең атаһы.
- Ғиффәт — ҡыҙ намыҫы булған енси сафлыҡ. Күсермә мәғәнәһендә ғөмүмән сафлыҡ, бысранмаған, таҙа, намыҫлы булыу.
- Ғөзәйер — бәйғәмбәр, Ездра.
- Ғөмрә — кесе хаж, зөлхизә айының 8, 9, 10-сы көндәренән башҡа уаҡытта Мәккәгә барып, Ҡәғбәгә генә табыныу.
- Ғөсөл — тулыһынса таҙарыныу, йыуыныу, тәһәрәт алыу.
- Ғәд — залимлыҡтары өсөн Алла һәләк иткән халыҡ исеме.
- Ғәден — мәңгелек баҡсаһы, ожмах, фирдәүес, йәннәт.
- Ғәйеп — йәшерен, серле, берәүгә лә билдәле булмаған нәмә.
- Ғәләм — Ер йөҙө, йыһан, бөтә тереклек һәм тере булмаған тәбиғәт, донъя, халыҡ, кешеләр.
- Ғәнимәт — һуғыш табышы, яумал, трофей.