Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/И
Уҡыу көйләүҙәре
- Иблис — Аллаға буйһонмағаны өсөн ҡәһәрләнеп, Күктән Ергә һөрөлгән һәм кешеләрҙе аҙҙырыу менән шөғөлләнеүсе элекке фәрештә, шайтандар башлығы. Алла янында фәрештә сағындағы исеме Ғазазил.
- Ибраһим — бәйғәмбәр, христиандарҙа Авраам.
- Иҙрис — бәйғәмбәр.
- Илаһ — табына, ғибәҙәт ҡыла торған зат, әйбер, нәмә.
- Ильяс — бәйғәмбәр, христиандарҙа Илья.
- Ильясиғин — бәйғәмбәр, христиандарҙа Елисей.
- Иншалла — «Әгәр Алла теләһә».
- Иман — Аллаға, бәйғәмбәргә, диндең төп нигеҙҙәренә ышаныу.
- Имам — кешеләрҙе үҙенә эйәртеп намаҙ уҡытыусы; өммәт, мәхәллә башлығы, юлбашсы.
- Иңдереү — Күктән бойоролоп күңелгә һеңдерелеү.
- Исмәғил — бәйғәмбәр, христиандарҙа Исмаил.
- Исраил — Яҡуп бәйғәмбәрҙең икенсе исеме һәм унан таралған йәһүттәр нәҫеле.
- Исраф — сиктән уҙыу; малды кәрәкһеҙгә, юҡҡа тотоноу, әрәм-шәрәм итеү.
- Исхаҡ — бәйғәмбәр, Ибраһим бәйғәмбәрҙең уариҫы, христиандарҙа Исаак.
- Ихрам бәйләү, кейеү, ихрамда булыу — хаж уаҡытында изге ергә инер алдынан кейелә торған кейем. Ике аҡ таҙа туҡыманан тороп, уларға энә тейергә тейеш түгел; бер киҫәге муйынға һәм иңбашҡә һалына, икенсеһе менән бил быуалар.