Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/М
Уҡыу көйләүҙәре
- Малик — эйә, хужа; бында: тамуҡ утының һаҡсыһы.
- Манат — Исламға тиклем ғәрәптәр табынған илаһ исеме.
- Манна — рәхмәт, бүләк, йомартлыҡ, изгелек, бал ысығы.
- Махау ауырыуы — йоғошло тире ауырыуы, лепра.
- Миннәт — бында: изгелек, яҡшылыҡ, рәхмәт, бүләк.
- Мисек — хуш еҫле матдә, мускус.
- Михрап — ғибәҙәт ҡылыу урыны, мәсеттәге Ҡәғбә йүнәлешен күрһәтеүсе уйым.
- Монафиҡ — ике йөҙлө кеше.
- Мосолман — Ислам динендәге кеше, ислам динен тотоусы, Аллаға иман килтергән, бирелгән, буйһонған кеше.
- Мөбәрәк — бәрәкәтләнгән, фатихаланған, бәхетле, хуш.
- Мөртәт — үҙ диненә хыянат иткән, башҡа дингә күскән, үҙ диненән уаз кискән кеше, һатлыҡ йән.
- Мөхәммәт (Мехәммәт бине Ғабдулла бине Ғабделмотталиб әл-һашими, йәшәгән йылдары 570—632) — ғәрәп донъяһының дин һәм дәүләт эшмәкәре, Ислам диненә нигеҙ һалыусы, рәсүл, иң һуңғы бәйғәмбәр.
- Мөһәжир — Мөхәммәт бәйғәмбәр менән бергә Мәккәнән Мәҙинәгә күсеп килгән мосолмандар.
- Мөшрик — күп илаһтарға, һындарға (боттарға) табыныусы.
- Мөьмин — динле, дин тотоусы, мосолман, Аллаға иман килтергән кеше.
- Муса — бәйғәмбәр, христиандарҙа Моисей.
- Мәғрип — көнбайыш.
- Мәғрәм — штраф, зыян, отолоу, бурыс, аҡса бурысы.
- Мәғшәр — бында: йыйылыу, күмәк халыҡ, йәмғиәт.
- Мәдйән — Шөғәйеп бәйғәмбәрҙең халҡы, Әл-Әйкә.
- Мәҙһәб — диндә тотҡан юл, йүнәлеш.
- Мәйсир — боронғо ғәрәптәрҙә отош уйыны.
- Мәжнүн — енләнгән, йүләрләнгән, аҡылдан яҙған, ен эйәләшкән кеше.
- Мәжүсилек — күп илаһҡа табыныу.
- Мәшриҡ — көнсығыш.