Башҡорт теле/Һүҙлектәр/Ислам/Ҡ
Уҡыу көйләүҙәре
- Ҡанун — закон, ниндәй ҙә булһа ҡағиҙә, мәжбүри тип һаналған норма.
- Ҡарун — Мусаның туғаны, Корах.
- Ҡибла — Мәккәгә ҡараған яҡ, намаҙ уҡығанда мосолмандарҙың йөҙөн төбәй торған йүнәлеш.
- Ҡинтар — ауырлыҡ үлсәме.
- Ҡиртас — ҡағыҙ, ҡатырға, папирус.
- Ҡисса — хикәйәт, тарих.
- Ҡиссис — насраниҙарҙа рухани дәрәжә, поп.
- Ҡиәмәт — үлгәндән һуң хисап биреү өсөн яңынан терелеп тороу, баҫыу.
- Ҡөрәйш — ҡәбилә исеме.
- Ҡәғбә — Сауд Ғәрәбстанының Мәккә ҡалаһындағы, мосолмандар Күктән иңгән, изге тип һанаған ҡара таш ҡуйылған, хажға барыуҙың төп маҡсаты булған — Харам мәсет урынындағы бина.
- Ҡәүем — халыҡ, ҡәбилә.