Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/А
Уҡыу көйләүҙәре
А
[үҙгәртергә]Аб
- Абайламай ашаһаң, ауыҙың бешер
- Абайламай һөйләгән - ауырымай үлгән
- Абруй - ирҙең ҡеүәте
- Абынмаҫ ерҙә абынма, абруйың төшөр
- Абынмаҫ ат булмаҫ
- Абынмаҫ аяҡ булмаҫ, ярылмаҫ таяҡ булмаҫ
- Абыныр өсөн түңгәк табылыр
- Абынған алты һөрөнгән
- Абынғанға аяҡ салмайҙар
- Абынғандың хәлен һөрөнгәндән һора
Ағ
- Аға булыр егеттең итәк-еңе киң булыр
- Ағай алғанда, еңгә йыйғанда яҡшы
- Ағаһы барҙың һағы бар, балаһы барҙың ялы бар
- Ағаһын күреп эне үҫер, апаһын күреп һеңле үҫер
- Ағайым кемде алһа - еңгәм шул, апайым кемгә барһа - еҙнәм шул
- Ағай алғанда, еңгәй йыйғанда яҡшы
- Ағай булыр егеттең итәк-еңе киң булыр
- Ағай булыр егеттең әйткән һүҙе им булыр, Булыр - булмаҫ егеттең әйткән һүҙе ел булыр
- Ағай - оло, мин - ҙур, атҡа бесән кем һалыр?
- Ағайым алғансы, еңгәм килгәнсе(яҡшы)
- Ағайым кемде алһа - еңгәм шул, апайым кемгә барһа - еҙнәм шул
- Ағайым өйө - аҡ йәйләү, энем өйө - өң төбө
- Ағайҙыҡы алғансы, еңгәйҙеке елгәнсе
- Ағай - эне -ағай - эненең көҙгөһө
- Ағай - эне аҙһа, ала булыр
- Ағай- эне бер үлелә, бер терелә кәрәк
- Ағай - эне менән аш татлы
- Ағай - эне талашһа, ятҡа йәм
- Ағай - эне талашыр, атҡа менһә ярашыр
- Ағай - эне татыу булһа, ат күп булыр; Апһын - әзе татыу булһа, аш күп булыр
- Ағай - эне татыу булһа, менергә ат етә; Килендәштәр татыу булһа, ашарға аш етә
- Ағай - эне яуға кәрәк, мал дауға кәрәк
- Ағай - энегә ҡарап мал үҫер, ҡарағайға ҡарап тал үҫер
- Ағай-эненән айыу-бүре ҡурҡҡан
- Ағай - энеңдең аты уҙғансы, ауылдашыңдың тайы уҙһын
- Ағай - энеңдең аты үткәнсе, ауылыңдың эте үтһен
- Ағай- эненең ҡыҙығы - алыш-биреш, ҡоҙалыҡтың ҡыҙығы - барып килеш
- Ағай - эненең тартышы - туй бүләге йыртышы
- Ағай - эненән айыу-бүре ҡурҡҡан
- Ағай - энең бар ерҙә, "дошманым" юҡ тимә, апһының бар ерҙә, "көндәшем" юҡ тимә
- Ағайым өйө - аҡ йәйләү, энем өйө - өң төбө
- Ағас ағасҡа таяна, әҙәм әҙәмгә таяна
- Ағас айыры үҫһә лә тамыры бер
- Ағас ауыҙ, балта тел
- Ағас балтанан ҡурҡа
- Ағас башы - ҡаҙыҡ, балдыҙ алыу - яҙыҡ
- Ағас башы - япраҡ, ҡырау төшһә, һарғайыр, кеше күрке - сепрәк, баҫып кейһәң, таушалыр
- Ағас башын ел алыр, күпер башын һыу алыр
- Ағас башын ел борор, әҙәм башын һүҙ борор
- Ағас бейек булһа ла, тамыры ерҙә
- Ағас ботаҡһыҙ булмаҫ, дан уртаҡһыҙ булмаҫ
- Ағас емеше менән, кеше эше менән
- Ағас емеше менән матур
- Ағас емешенән, кеше ҡыланышынан билгеле
- Ағас күрке -япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк
- Ағас ҡырҡһаң, оҙон ҡырҡ: ҡырҡа -ҡырҡа ҡыҫҡарыр, тимер ҡырҡһаң, ҡыҫҡа ҡырҡ: һуға-һуға оҙонайыр
- Ағас нәҫеле - ерҙә, ир нәҫеле - илдә
- Ағас сыбыҡ саҡта бөгөлә
- Ағас та ергә төпләнә
- Ағас та үҙ нәҫелен үҙе тирәһенә йыя
- Ағас тамыры ер үтә керә, әҙәм тамыры ил үтә керә
- Ағас тамырынан әҙәм тамыры күберәк
- Ағас урмандан йыраҡ үҫһә лә шунда табан һығыла
- Ағас үлеме балтанан
- Ағас япрағы менән матур
- Ағасҡа ла мен, ботаҡҡа ла ҡаҙалмаһын
- Ағастан япраҡ төшмәй тормай
- Ағасты йәштән бөк
- Ағасты кем ултыртһа, емеше шуныҡы
- Ағасты ҡапыл эймә -һыныр
- Ағасты тотҡан ерҙән һындырып булмай
- Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.
- Ағастың башын киҫһәң, төбө ҡалыр
- Ағастың йомшағын ҡорт баҫыр
- Ағастың тамырына балта сабып, япрағы менән дуҫ булма
- Ағасына күрә алмаһы, инәһенә күрә балаһы
- Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ
- Ағасһыҙ урман юҡ, хужаһыҙ донъя юҡ
- Ағасына күрә емеше
- Ағиҙел ҡаты аҡһа ла, ҡомо ҡалыр; Хәсрәт үҙе баҫылһа ла, моңо ҡалыр
- Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә бер һыйыр
- Ағиҙелдең башы — Ирәмәл
- Ағы барҙың туғы бар
- Ағыр һыуҙың ҡәҙере юҡ
- Ағыу хәтәр, ағыуҙан ғәйбәт хәтәр
- Ағыу яһаған ағыуҙан үлер, һөңгө яһаған һөңгөнән үлер
- Ағымға ҡаршы йөҙөү ауыр
- Аҡҡан һыу кире ҡайтмай
- Аҡҡан һыу юлын табыр
- Аҡҡан һыуҙа монтар юҡ
- Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа
- Аҡмаһа ла тама
Аж
- Ажғырған айғырҙың өйөрөн күр
Аҙ
- Аҙ аҙҙырыр, күп яҙҙырыр
- Аҙ ауырыу, анһат үлем(бир)
- Аҙ аша - йыш аша
- Аҙ ашаған да ауырыған, күп ашаған да ауырыған
- Аҙ ашаған май ашар, күп ашаған лай ашар
- Аҙ ашаһаң, тағы ашарһың, күп ашаһаң, ни ашарһың?
- Аҙ ашым - ҡайғыһыҙ башым
- Аҙ белмәгән күп тә белмәҫ
- Аҙ булһа ла күптәй күр
- Аҙ булһын, тәмле булһын
- Аҙ ҙа етә, күп тә бөтә, бергә торғанға ни етә?
- Аҙ кешене күп кеше бер яйға килтерер
- Аҙ күпкә буйһонор
- Аҙ ҡап, ҡаҙ ҡап
- Аҙ һөйлә, күп тыңла
- Аҙ һөйлә, күп эшлә
- Аҙ һөйләгән күп эшләр
- Аҙ һөйләһәң, күп ишетерһең
- Аҙ һүҙ менән күпте әйт
- Аҙ һүҙҙән мәғәнә сығыр, күп һүҙҙән бәлә сығыр
- Аҙ эш күп һүҙҙән яҡшыраҡ
- Аҙға ҡәнәғәт итмәгән күбен күрмәҫ
- Аҙғын ат тайға эйәрер, әрһеҙ кеше байға эйәрер.
- Аҙҙан ғына күңел табыла, юҡтан ғына күңел ҡала
- Аҙҙан күп була, күптән юҡ була
- Аҙҙы күпкә ҡушҡандың арманы юҡ
- Аҙҙың аҙығы бергә
- Аҙҙың ҡәҙерен белмәгән күптең ҡәҙерен белмәҫ
- Аҙыҡлы ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ.
- Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ.
- Аҙамат ирҙең билдәһе - аҙ һөйләр ҙә күп тыңлар, арғымаҡ аттың билдәһе - аҙ уртлар ҙа күп юшар
- Аҙаматҡа ҡул бирһәң, абруйың артыр
- Аҙанды ҡырҡ ҡабат әйтмәйҙәр
- Аҙашҡандан юл һорамайҙар
- "Аҙашмам" тигән егетте ҡара томан аҙаштырыр
- "Аҙашмайым" тигән кеше күҙ менән ҡаш араһында аҙашыр
- Аҙашһаң, алдыңа ҡара
- Аҙашһаң, алдыңа ҡара
- Аҙашһаң, ил менән аҙаш
- Аҙбары бар, аты юҡ
- Аҙғын ат тайға эйәрер, әрһеҙ кеше байға эйәрер
- Аҙғын ҡатын йөрөр-йөрөр ҙә, өйөнә еткәс, йүгерер
- Аҙғын тапһа, айырым ашар; йомарт тапһа, бергә ашар
- Аҙғын эт үҙ ояһына ҡарап өрөр
- Аҙғын тапһа, айырым ашар; йомарт тапһа, бергә ашар
- Аҙғынға эйәрһәң, аҙырһың, тоғро юлдан яҙырһың
- Аҙығың булһа, арымаҫһың, дуҫың булһа, бәләгә тарымаҫһың
- Аҙығыңды алыҫ ҡуй, ҡаҙығыңды ҡулбуй(ы)
- Аҙыҡ мул ерҙә ауырыу булмаҫ
- Аҙыҡлы ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ
- Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ
- Аҙыҡлы ҡунаҡ ҡупрайыр
- Аҙыҡлы ат арымаҫ, аҙыҡһыҙ ат бармаҫ
Ай
- Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама
- Ай байыһа - йондоҙ бар, ҡатын үлһә - балдыҙ бар
- Ай бирҙе - ҡояш алды
- Ай йөрө - аман йөрө
- Ай йөрөмәй ат маҡтама, йыл тормай кейәү маҡтама
- Ай ҡолаҡланһа - аяғыңды нығыт, көн ҡолаҡланһа - ҡолаҡсыныңды нығыт
- Ай менән көн уртаҡ, йыр менән көй
- Ай менән көндәй, һәр кемгә берҙәй
- Ай менән ҡояш берәр генә була
- Ай менән ай бер түгел
- Ай уртаҡ, көн уртаҡ, яҡшы кешенең эше уртаҡ
- Ай уртаҡ, төн уртаҡ
- Айға үрелгән – нурға күмелгән
- Ай үткәс - көн һана, көн үткәс - ай һана(ғүмер үтә)
- Ай үтә, йыл үтә, ай әйләнә көн үтә
- Ай яҡтыртҡанда, йондоҙ күренмәй
- Айға ҡарап ай булма
- Айға ҡарап аҡырма, илгә бәлә саҡырма
- Айғыр ҡалдырһаң, йүнлеһен ҡалдыр, ҡусҡар ҡалдырһаң, йөнлөһөн ҡалдыр
- Айғыр малға ни етә, йөрөй белгән кешегә?Тыуған илгә ни етә - ҡәҙерен белгән кешегә?
- Айғыр менән уйнаған тайҙың арҡаһы яралы булыр
- Айғыр өйөрөн ташламаҫ
- Айғырың ала булһа, ҡолоноң ҡола булыр
- Айҙың да йондоҙо бар
- Айғыр ҡалдырһаң, йүнлеһен ҡалдыр, ҡусҡар ҡалдырһаң, йөнлөһөн ҡалдыр.
- Айлы төн аҙашмаҫҡа яҡшы
- Айныҡ башта - айныҡ аҡыл
- Айныҡ өгөтө иҫереккә кермәй
- Айран һорап килһәң, туҫтағыңды йәшермә
- Айран эскән ҡотолған, күнәк ялаған тотолған
- "Айт" иткәнгә "тайт" иткән
- Айһыҙ атың маҡтама, йылһыҙ ҡатын маҡтама
- Айһыҙ төндә ҡыҙ күҙләмәйҙәр, болғансыҡ һыуҙа балыҡ эҙләмәйҙәр
- Айы еткән -айында үлә, көнө еткән - көнөндә үлә
- Айым тура баҡҡанда, йондоҙҙарға йоҙроҡ
- Айың-көнөң уртаҡ булһын, ирең уртаҡ булмаһын
- Айың-көнөң уртаҡ булһын, малың уртаҡ булмаһын
- Айырылған ир аҙыр, ҡушылған ир уҙыр
- Айырылған ҡаҙ тупланған ҡарғаға ем булыр
- Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар
- Айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
- Айырылмаҫтай дуҫыңа ҡайырылмаҫтай һүҙ әйтмә
- Айырылыу - ҡанатың ҡайырылыу
- Айырылма өйөрөңдән: айырылһаң өйөрөңдән, ике ҡулың китмәҫ бөйөрөңдән
- Айырылыр дуҫ аяулы малыңды һорар
- Айырылыр дуҫ эйәрҙең арт ҡашын һорай
- Айыу алыр егетте атынан танырмын, бүре алыр егетте бүркенән танырмын
- Айыу йоҡоһон йоҡлама, айыу йоҡоһо айҙа ла бөтмәй.
- Айыу атырҙың аяғынан, бүре атырҙың бүркенән билгеле
- Айыу балаһын алға һалһаң да иш булмаҫ
- Айыу балаһын итәккә һалһаң да илекмәҫ, бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ
- Айыу беләгенә, әҙәм белегенә ышана
- Айыу беләгенә ышаныр, егет йөрәгенә ышаныр
- Айыу ҡашҡа булмаҫ, яман яҡшы булмаҫ
- Айыу ҡыуып ҡуян тотҡан
- Айыу өңөндә, ҡурҡаҡ өйөндә көслө
- Айыу урманды һаҡлай, урман айыуҙы һаҡлай
- Айыу-бүре берекмәҫ
- Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ
- Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ, муллаға аҡыл өйрәткән - тамаҡ
- Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ, йүнһеҙгә аҡыл өйрәткән - һабаҡ
- Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ
- Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ, йүнһеҙгә аҡыл өйрәткән - һабаҡ
- Айыуға аҡыл өйрәткән - таяҡ, муллаға аҡыл өйрәткән - тамаҡ
- Айыуға намаҙ өйрәткән - таяҡ
- Айыуҙан ҡасҡан -бүрегә тарыған; Дощмандан ҡасҡан - үлемгә тарыған
- Айыуҙан ҡастым - бүрегә юлыҡтым
- Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаҫ
- Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаҫ, сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәҫ
- Айыуҙы айыу ашамаҫ, бүрене бүре ашамаҫ
- Айыуҙы еңгән - ярты ир, асыуҙы еңгән - бөтөн ир
- Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр
- Айыуҙы үҙ майы менән майлайҙар
- Айыуҙы үлтермәҫ борон тиреһен һатмайҙар
- Айыуҙы һыйпау менән һыйыр булмаҫ
- Айыуҙың үҙен тапҡас, эҙен эҙләмә
- Айыуҙы айыу ашамаҫ, бүрене бүре ашамаҫ.
- Айыу балаһын алға һалһаң да, иш булмаҫ.
- Айыу-бүре берекмәҫ.
Аҡ
- Аҡ аҡса ҡара көн өсөн
- Аҡ ашаған арымаҫ
- Аҡ булмаһа ла пак булһын
- Аҡ кейем кер тотмай
- Аҡ кеше - саҡ кеше, ҡара кеше - ныҡ кеше
- Аҡ күңелдең аты арымаҫ, туны туҙмаҫ
- Аҡ кәүҙәңдең ҡәҙерен ауырыу булғас белерһең
- Аҡҡа ҡара тамһа - бөтмәй
- Аҡҡа ҡара тиҙ тейә
- Аҡҡа төшкәнсе, ташҡа төш
- Аҡ матур - саҡ матур, ҡара матур - бик матур
- Аҡ сәлләле мулланан аҡ яулыҡлы ҡатын артыҡ
- Аҡ тигәнең - алғыш, ҡара тигәнең - ҡарғыш
- Аҡ өҫтөндә аҡ яҙыу беленмәҫ, аҡ өҫтөнә ҡара төшһә, юйылмаҫ
- Аҡ туныңды яманлап, атлас ҡайҙан табырһың? Түрәләрҙе яманлап, ғәҙел ҡайҙан табырһың?
- Аҡ эт бәләһе ҡара эткә
- Аҡ эт, ҡара эт - икеһе лә эт
- Аҡ юл - оҙон ғүмер
- Аҡайған күҙҙә аҡыл аҙ
- Аҡбуҙ атҡа еҙ ҡамсы
- Аҡҡа ҡара тиҙ йоға
- Аҡҡан һыу кире ҡайтмай
- Аҡҡан һыу юлын табыр
- Аҡҡан-тамғанды көтмә, үҙең тап
- Аҡҡош күлдә булыр, аҡсарлаҡ һыуҙа булыр
- Аҡҡош күрһәң, атып ал, былбыл күрһәң, һатып ал
- Аҡҡош боҙ ашап китә,боҙ ашап ҡайта
- Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа
- Аҡрын барған аҡрын аттан уҙған, йүгереп барған тайҙан ҡалған
- Аҡса аҡыл таптыра
- Аҡса алһаң, һанап ал, ҡатын алһаң, һынап ал
- Аҡса таш аҫтында, таш аждаһа башы аҫтында.
- Аҡса - байҙыҡы, янсыҡ - тайҙыҡы
- Аҡса - баҡса емеше түгел
- Аҡса баҡыр, һанарға таҡыр
- Аҡса барҙа бары ла дуҫ
- Аҡса батшаны еңгән
- Аҡса бөткәнгә ҡайғырма, эш бөткәнгә ҡайғыр
- Аҡса бөткәс, аҡыл керә
- Аҡса бөтә донъяны гиҙә
- Аҡса иҫәп ярата.
- Аҡса - иҫәпте, аҡыл үлсәүҙе ярата
- Аҡса кемдеке - мал шуныҡы
- Аҡса кешене кешегә ят итә
- Аҡса ҡалала ҡала
- Аҡса-мал бер көнлөк, ғилем-һөнәр ғүмерлек
- Аҡса - һанаулы, аҡсалы - танаулы
- Аҡса сыҡмай, аҡса кермәй
- Аҡса тапҡансы, аҡыл тап
- Аҡса тарат, белем йый
- Аҡса - таш аҫтында, таш аждаһа башы аҫтында
- Аҡса таш киҫтерә
- Аҡса туҙа, мал уҙа
- Аҡса һанағанды ярата
- Аҡса - һанаулы, аҡсалы - танаулы
- Аҡса эсте тищмәй
- Аҡса янына аҡса һыя
- Аҡсаға һат, аҡсаға һатылма
- Аҡсаға хеҙмәт итмә, һаулыҡҡа хеҙмәт ит.
- Аҡсалының ҡулы уйнай, аҡсаһыҙҙың күҙе уйнай
- Аҡсалының ҡулы уйнар, аҙғындың күҙе уйнар
- Аҡсалының эше күп, баҡсалының ашы күп
- Аҡсаны аҡса таба
- Аҡсаны ахмаҡ та ярата
- Аҡсаны берәү ҙә һыуға атмай
- Аҡсаның йоҙағы - һаран, ашлыҡтың йоҙағы - һалам
- Аҡсаның күҙе юҡ
- Аҡсаң бөткәнгә ҡайғырма, эшең бөткәнгә ҡайғыр
- Аҡсаң бөттө - ҡәҙерең бөттө
- Аҡсаң булмаһа ла, выжданың булһын
- Аҡсаң булһа - аш күп, ашың булһа - дуҫ күп
- Аҡсаң күп булғансы, дуҫың күп булһын
- Аҡсаңды юғалт, өмөтөңдө юғалтма
- Аҡсаңды юғалтһаң да, аҡылыңды юғалтма
- Аҡсаһыҙ баҙарға барғансы, кәфенһеҙ гүргә бар
- Аҡсаһыҙ баҙарға бармайҙар.
- Аҡта ҡара юҡ, ҡараға сара юҡ
- Аҡһаҡ ат күп йөрөр
- Аҡһаҡ булһа ла үҙ атың
- Аҡһаҡ булһа ла үҙ атың булһын
- Аҡһаҡ йөрөп туҡтамаҫ, һуҡыр күреп туҡтамаҫ
- Аҡһаҡ ултырмаҫ, һаҡау тик тормаҫ
- Аҡһаҡты сатанларға өйрәтмәйҙәр
- Аҡыл айнымаҫ, алтын серемәҫ
- Аҡыл аҡсаны таба
- Аҡыл йәштә түгел, башта
- Аҡыл йәштән сыға, аҫыл нәмә таштан сыға
- Аҡыл көстө еңә
- Аҡыл - ҡаҙна, күңел - йоҙаҡ, тел- асҡыс
- Аҡыл менән алтын табыла, алтын менән аҡыл табылмай
- Аҡыл өләшкәндә урынында булмаған
- Аҡыл - теҙген, ҡылыҡ - ат, теҙгенеңде белеп тарт
- Аҡыл теше ахмаҡта ла бар
- Аҡыл төбө- тәжрибә
- Аҡыл һаҡалға ҡарап йөрөмәй
- Аҡыл һатма, үҙеңә ҡалмаҫ
- Аҡыл эҙләгән - аҡыл табыр, мал эҙләгән - мал табыр, Нәфсеһенә эйәргән малынан да, аҡылынан да яҙыр
- Аҡыл эйәһен табыр
- Аҡылды аҡсаға һатып алып булмай
- Аҡылды ҡаш аҫтында маяҡ ит
- Аҡылды сәсеп үҫтермәйҙәр
- Аҡылдың ҡулы нәфсенең теҙгенен тотор
- Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән
- Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән, байлыҡтың ҡәҙере йомартлыҡ менән
- Аҡылдың ҡәҙере- әҙәп менән, Байлыҡтың ҡәҙере йомартлыҡ менән, Ҡеүәттең ҡәҙере - баһадирлыҡ менән
- Аҡылдың үлсәүе - һүҙҙә
- Аҡылдың юлдашы - бәхет
- Аҡыллы аҡса йыя, аҡылһыҙ таш йыя
- Аҡыллы аҡса йыя, ахмаҡ тоҡсай тегә
- Аҡыллы алға барыр, артына ҡарар
- Аҡыллы атын маҡтар, тинтәк ҡатынын маҡтар
- Аҡыллы атын маҡтар, урта йүләр ҡатынын маҡтар, үтә йүләр үҙен маҡтар
- Аҡыллы аҡса йыя, аҡылһыҙ таш йыя
- Аҡыллы аҡса йыя, ахмаҡ тоҡсай тегә
- Аҡылһыҙ баш аяҡ тындырмаҫ, аяҡһыҙ баш донъя ҡыҙырмаҫ
- Аҡылһыҙ башҡа алтын бүрек файҙа бирмәҫ
- Аҡылһыҙ башҡа дан ҡунмаҫ, ҡунһа ла оҙаҡ тормаҫ
- Аҡыллы булған - әйтмәй белгән, йомарт булған - һорамай биргән
- Аҡыллы ир - ил ағаһы, аҡылһыҙ ир - ил бәләһе
- Аҡыллы ир ҡатынын яманламаҫ
- Аҡыллы ир шул булыр: ҡулындағың алдырмаҫ; Кеше һайын туҡталып, юҡ һүҙ тыңлап ҡаңғырмаҫ;Барынан да бере шул: бөгөнгө эшен таңға ҡалдырмаҫ
- Аҡыллы ирҙең эсендә эйәрле - йүгәнле ат ятыр
- Аҡыллы кеше алдамаҫ та, алдатмаҫ та
- Аҡыллы кешенең һүҙе алдан йөрөр
- Аҡыллы ҡатын - хазина
- Аҡыллы ҡатын 3 көнлөгөн алдан уйлар, аҡыллы ир 3 йыллығын алдан уйлар
- Аҡыллы ҡош ҡанатын һаҡлай, аҡыллы кеше һүҙен һаҡлай
- Аҡыллы ҡуйҙым, иҫәр еңдем тиәр
- Аҡыллы өйләнгәнсе, тиленең улы булған
- Аҡыллы тигәнең маҡтана башлаһа, тинтәк тип иҫәплә
- Аҡыллы тип әйтәләр кеше әйтмәй белгәнгә, Йомарт тип әйтәләр - кеше һорамай биргәнгә
- Аҡыллы тиргәлһә лә, тир сығармаҫ
- Аҡыллы тәкә һуйыр, ахмаҡ йүкә һуйыр
- Аҡыллы уйлағансы, тиле һуғып йыҡҡан
- Аҡыллы ул - алтын ҡул
- Аҡыллы үҙен ғәйепләр, алйот иптәшен ғәйепләр
- Аҡыллы хәтер ҡалдырмаҫ, ахмаҡ хәтер һаҡламаҫ
- Аҡыллы һүҙҙән ҡурҡа, ахмаҡ таяҡтан ҡурҡа
- Аҡыллы һүҙен тыңлағанда, ашар ашың онотолор
- Аҡыллыға аҡыл бирһәң, күпте белер, Аҡылһыҙға аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр
- Аҡыллыға баш ҡиммәт, аҡылһыҙға мал ҡиммәт
- Аҡыллыға бер һүҙ - мая, аҡылһыҙға мең һүҙ -зая
- Аҡыллыға ишара
- Аҡыллыға һүҙ әйттем - уйланы ла белде, Аҡылһыҙға һүҙ әйттем - тыңланы ла көлдө
- Аҡыллыға аҡыл бирһәң, күпте белер, Аҡылһыҙға аҡыл бирһәң, ҡысҡырып көлөр
- Аҡыллыға ым да етә, ахмаҡҡа туҡмаҡ та аҙ
- Аҡыллыға әйтһәң - белә, тинтәккә әйтһәң - көлә
- Аҡыллылар янына барһаң, аңраны эйәртмә
- Аҡыллынан ғилем ал,
Аҡылһыҙҙан ғибрәт ал
- Аҡыллының аҡылы - йөрәгендә, тинтәктеке - телендә
- Аҡыллының аты ла арымай, туны ла туҙмай
- Аҡыллының йөҙө әйтер, йөҙө әйтмәһә, һүҙе әйтер
- Аҡыллының ҡәҙере ахмаҡ янында беленер
- Аҡыллының теле күңелендә, аҡылһыҙҙың күңеле телендә
- Аҡыллының - уйында, тиленең - телендә
- Аҡыллының аҡылы - йөрәгендә, тиленеке - телендә
- Аҡылһыҙ атҡа менһә, атаһын танымаҫ
- Аҡылһыҙ егет - ауыҙлыҡһыҙ ат, йүнһеҙ егет - йүгәнһеҙ ат
- Аҡылһыҙ кеше алтмышта ла йәш була, аҡыллы алтыла ла баш була
- Аҡылһыҙ кеше дошманы менән дуҫ булыр, дуҫы менән дошман булыр
- Аҡылһыҙҙан алты тапҡыр маҡталғансы, аҡыллынан бер тиргәл
- Аҡылһыҙҙан кәңәш һорау - үҙе аҡылһыҙлыҡ
- Аҡылһыҙҙан маҡталғансы, аҡыллынан бер тиргәл
- Аҡылһыҙҙың аҡылын эт ашар
- Аҡылһыҙҙың ауыҙынан да бер аҡыллы һүҙ сығыр
- Аҡылһыҙҙың һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
- Аҡылһыҙҙан кәңәш - үҙе аҡылһыҙлыҡ
- Аҡылһыҙҙың аҡылын эт ашар
- Аҡылһыҙҙың ауыҙынан да бер аҡыллы һүҙ сыға
- Аҡылһыҙҙың һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
- Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон
- Аҡылы юҡ кешенең аҙырайған күҙе бар
- Аҡылы юҡтың яҡыны юҡ
- Аҡылын алтынға алышҡан алтынын баҡырға алышыр
- Аҡылың булһа, аҡыллыға эйәр, аҡылың булмаһа - мәҡәлгә эйәр
- Аҡылың булһа, алданмаҫһың, алйот булһаң, алдыра алмаҫһың
- Аҡылың булһа, асыу һаҡлама
- Аҡылыңды ҡаш араңа маяҡ ит
- Аҡырған башлыҡ түгел, аҡылы бар башлыҡ
- Аҡшам ваҡыты - ашам ваҡыты
Ал
- Ала белһәң, бирә бел
- Ала ҡарға алдан ҡысҡырыр
- Ала ҡарҙа аласағың булһын, бирәсәгең булмаһын
- Ала ҡарғала аласағың булһын, бирәсәгең бул¬маһын
- Аласағым китһә лә, әйтәсәгем китмәһен
- Аласағың булһын, бирәсәгең булмаһын
- Аласағың китһә лә, әйтәсәгең китмәһен
- Аласаҡ менән бирәсәк бөтмәй
- Алаһы нәмә алтын булып күренер
- Алаһы тауар — мең алтын
- Алашаны атҡа һанама
- Ала ҡуңыҙ тиреһе эйегә күнмәҫ
- Алабута аш икән, баҡыр аҡса таш икән
- Алабута аш булмаҫ, алтын-көмөш таш булмаҫ
- Алабута аш булмаҫ, ара бутаған иш булмаҫ
- Алабута аш икән, баҡыр аҡса таш икән
- Алабутала ҡолаҡ юҡ, алйот кешелә оят юҡ
- Алам тигән ауыҙ яман, күрәм тигән күҙ яман
- Алама ағас ботаҡҡа үҫер
- Алама атҡа менгәнсе, йүгер кеше күргәнсе
- Алама булһа ла ир яҡшы
- Алама булһа ла, ир яҡшы, һуҡыр булһа ла, ҡыҙ яҡшы
- Алама кешегә дәрәжә килешмәй
- Алама кешелә һүҙ тормаҫ
- Алама ҡәйнәгә сәсең менән ер һеперһәң дә ярамаҫһың
- Алама тайҙың тире әсе, алдаҡсының теле әсе
- Алама эт ҡойроҡҡа үҫер
- Алан-йолан йә артыңды алыр, йә ҡатыныңды алыр
- Алаһы ла, ҡолаһы ла
- Алға бар, артыңа ҡара
- Алға барырҙың эте үлән ашар
- Алға киткән кешенең эте үлән ашар, Кирегә киткән кешенең килене урлап ашар
- Алған алғанда ҡала
- Алған — алғандыҡы, ат — менгәндеке
- Алған алыр, ҡалған ҡалыр
- Алған бер яҙыҡлы, алдырған мең яҙыҡлы
- Алған ҡулдан биргән ҡул артыҡ
- Алған менән биргән бер түгел, сыҡҡан менән кергән бер түгел
- Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп
- Алғанда - бисмилла, биргәндә –әстәғафирулла!
- Алғандың бирәһе бар
- Алғаныңа ҡарап шөкөр ит, алырыңа ҡарап фекер ит
- Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп
- Алғыр кеше алымынан, йылғыр кеше аҙымынан билдәле
- Алғыр кеше алмышынан, йылғыр кеше аҙмышынан билдәле
- Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк
- Алдан аяғын кейенгән – алға сыҡҡан
- Алданым тип маҡтанма, үҙеңде лә алдарҙар
- Алдап, алты аҙым да китмәҫһең
- Алдашһаң - абруйың китер, әрләшһәң - ҡәҙерең китер
- Алды барҙың арты бар
- Алды болот булһа, арты - аяҙ
- Алды-артыңды ҡарап йөрө
- Алдың-артың йыйып йөрө
- Алдыма килде тип тығынма: ҡоҫоуың бар
- Алдын аяғына ҡарап юрғанын һуҙыр, ялҡау юрғанына ҡарап аяғын һуҙыр.
- Алдын бер уйла, артын биш уйла
- Алдынғылыҡ – тәхеткә, иремтәлек – ләхеткә.
- Алдыңа бер ҡара, артыңа биш ҡара
- Алдыңа килгән ашты йота бел
- Алдыңа ҡуйған ашты хурлама
- Алдыңда етәксең булһа, артыңда таянысың булһын
- Алдыңда ышаныс булһын, артыңда таяныс булһын
- Алдыңдан әйткән телең артыңдан килеп тотмаһын
- Алдыңды бер ҡара, артыңды биш ҡара
- Алйот булһаң, аҡыл кәрәкмәй
- Алйоттоң эше булмаҫ, ялҡауҙың ашы булмаҫ.
- Алйот дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ
- Алйот ирҙән аҡыллы ҡатын артыҡ.
- Алйот төйнәгән төйөндө аҡыллы ла сисә алмаҫ
- Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ
- Алйотҡа өгөт әйтһәң, алдай, тиер, аҡыллыға өгөт әйтһәң, балдай, тиер
- Алйотҡа әйткән кәңәшең ағып киткән һыуға тиң
- Алйоттан аҡыл һорама
- Алма ағасынан алыҫ төшмәҫ
- Алма үҙең һөйгәнде - алданырһың, Ал һине һөйгәнде - ҡыуанырһың
- Алма һигеҙҙе, ал һимеҙҙе
- Алмағаста алма бешә, дегәнәктә - дегәнәк
- Алманың алына ҡорт төшөр
- Алма беш, ауыҙыма төш.
- Алтау ала булһа — аулағаны китер, икәү иптәш булһа — аңдығаны китер
- Алтау ала булһа — ауыҙҙағы китер,Дүртәү теүәл булһа — түбәләге китер
- Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара
- Алтмыш көн ат булғансы, алты көн айғыр бул
- Алтмыш ҡолон ат булмаҫ.
- Алтмыш - ҡайтмыш
- -Алтмыш, һиңә ни ҡылдым? Аяғыма бау һалдың, ҡолағыма шау һалдың.-Етмеш, Һиңә ни ҡылдым? Уртымдағы теште алдың, башымдағы һушты алдың.
-Һикһән, һиңә ни ҡылдым?Маңлайҙағы күҙҙе алдың, бурбайҙағы биҙҙе алдың. - Туҡһан, һиңә ни ҡылдым?Ауыҙҙағы һүҙҙе алдың, илтеп ләхеткә һалдың.
- Алтмышҡа еткәс, атайыңдан аҡыл һорама
- Алтмыштыҡы бөтә, алтыныҡы бөтмәй
- Алтмышта ҡартлығың ҡаршы алыр
- Алты ағай-эненән айыу-бүре ҡурҡыр
- Алты аҙым атлағансы алтмыш тапҡыр артыңа ҡара
- Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр күрешергә килер
- Алты көн утын киҫмәһәң, алты ай туҡылдарһың
- Алты тин аҡсаһы юҡ, баҙарҙа ат һатыулашҡан
- Алты тин файҙа итәм тип, алтмыш тин аҡсаһын сығарған
- Алтыға алып бишкә һат, атың булһын һатыусы
- Алтыға алып бишкә һатмайҙар
- Алтыла бер дәңгелдәк, алтмышта бер дәңгелдәк
- Алтылағы аҡылың алтмышҡа тиклем
- Алтын алма, аҡыл ал
- Алтын алма, аҡыл ал, алтын - аҡыл була алмаҫ
- Алтын алма, алғыш ал
- Алтын балдаҡ кейһәң дә кәкре бармаҡ тураймай.
- Алтын булһа ла, эш һаулыҡты алмаштырмай.
- Алтын тотҡан алтынды таныр, күрмәй күргән еҙҙе лә алтын тир.
- Алтын түгел, ғилем дәүләт.
- Алтын ирең атыңа тейһә, алтынын ал да утҡа яҡ
- Алтын кәрәкмәй, аҡыл кәрәк, аҡыл булһа, алтын табылыр
- Алтын күрһә, фәрештә лә шайтанға әйләнә
- Алтын өҫтөнә аҡыл - ике алтын
- Алтын таш ҡаш булмаҫ, алабута аш булмаҫ, дошман яуҙа иш булмаҫ
- Алтын - ташта, аҡыл - башта
- Алтын теш тә телде тешләй.
- Алтын тотҡан алтынды таныр, күрмәй күргән еҙҙе лә алтын тиер
- Алтынға иҫе киткән - аҡылынан ситкә киткән
- Алтынға эйәргән юғалған, аҡылға эйәргән - юл алған
- Алтын эйәр атҡа тейер, эйәһе белмәҫ, ат белер.
- Алтындан аҡыл ҡиммәт
- Алтынды тут алмаҫ, һыуҙы ут алмаҫ
- Алы булды, гөлө лә булыр
- Алып маҡтарлыҡ түгел, һалып таптарлыҡ түгел
- Алыҫ аҙаштыра, тәрән батыра
- Алыҫтан ут алма, яҡындан ҡыҙ алма
- Алтынды эҙлә таштан, аҡылды эҙлә баштан
- Алтының менән маҡтанма, аҡылың менән маҡтан
- Алтын ҡомһоҙҙоң күңелен ташҡа, күҙен аҡҡа әйләндерә
- Алырмын тигән алдан ингән
- Алыҫ аҙаштыра, тәрән батыра
- Алыуҙан биреү яҡшы.
Ам
- Аманатҡа итһәң хыянат, алырһың ғүмерлек яман
- Амин, амин — аман төбө,әбейҙәргә — ҡаба төбө,ирҙәргә — һуҡа башы,
ҡатындарға — киҫәү башы
Ан
- Андыҙлы ерҙә ат үлмәҫ, атлы ерҙә ир үлмәҫ.
Аң
- Аңра башҡа аҡыл йоҡмаҫ
Ап
- Аптыраған атаһының ҡуйынын аҡтарған
- Аптыраған ҡатын абышҡаһын "атай" тигән
- Ата-инә ҡәҙерен балалы булғас белерһең; Ағай-эне ҡәҙерен ялалы булғас белерһең
- Аптыраған һөлөк ағас тешләр
- Аптырағанда ахмаҡҡа ла " ағай" тиерһең
- Апһын ағарып алдыма сыҡмаһын, ҡарайып артымда ҡалмаһын
- Апһынды апһын күрә алмай
- Асыу - ағыу, йотһаң - дарыу
- Аҫылынһаң, ағастың аҫылына аҫылын
Ар
- Араҡы яратҡан - аҡылын таратҡан
- Араланған ҡуйҙы бүре алыр
- Арбаның алды ҡайҙа аунаһа, арты шундай аунай
- Арғымаҡ алын бирмәҫ
- Арғымаҡ менгән арымаҫ.
- Арғымаҡ ат юл башлар, Аҡыллы егет ил башлар; Батыр егет яу башлар; Сәсән егет дау башлар
- Арғымаҡ һыйпау һөймәҫ, алаша маҡтау һөймәҫ
- Арғымаҡты яманлап, толпар ҡайҙан табырһың? Ағай-энеңде яманлап, туған ҡайҙа табырһың?
- Арғымаҡтың билгеһе - ҡаҙы йыймаҫ, ял йыйыр; Яман егеттең билгеһе - ҡатын алмаҫ, мал йыйыр
- Арҡан ишһәң, бау булыр, арбаң-санаң һау булыр.
- Арҡауын атһаң, буйын алырһың
- Арҡыры ятҡан ағасты буй һалмаҫ
- Арпа алтмыш көндә өлгөрә.
- Арпа сәскән бойҙай урмаҫ.
- Арт йортто туйҙырған ҡатын иренә баш бирмәҫ
- Арт йортто туйҙырған ҡатын ирҙе алға сығармай
- Артҡа ҡалһаң — тапалырһың, алға сыҡһаң - туҡмалырһың
- Артҡа ҡарап ғибрәт ал, алға ҡарап шөһрәт ал
- Артҡы аҡылға кем дә бай
- Артҡы айылың ныҡ булһа, атың тулап ни ҡылыр? Алған ҡатының яҡшы булһа, йортоң тулап ни ҡылыр?
- Артығын һөйләгән аҡылын ашаған.
- Артыҡ байлыҡ әҙәмде аҙҙырыр
- Артыш ағасы им булыр
- Артыңда ни барын белмәһәң - тотолорһоң,Алдыңда ни барын белмәһәң - йығылырһың
- Арыған ат соҡор һанай, асыҡҡан ат ҡулыңды ялай, ярат¬ҡан ат күҙеңә ҡарай.
- Арыҡ атҡа ҡамсы ла йөк.
- Арыҡ атҡа менгәнсе, аяғыңа мен.
- Арыҡ булһа ла, һарыҡ аҫыра.
- Арыҡ мал яҙга сыҡһа уйнаҡлар.
- Арыҫландың аҙғаны айға һикерер
- Арыҫландың аҙғаны айға һикерер; тауыҡтың аҙғаны әтәс булып ҡысҡырыр
- Арыҫландың айға менмәһә лә һикереүе дан
- Арыҫландың айға менәм тип, биле биртенгән
- Арыш сәсһәң, икмәк ашарһың.
- Арыштың хисабы һуҡҡас беленер.
- Арышы булһа, батманы табылыр.
- Арбам һынды тип күстән ҡалма,
Башым ауырта тип эштән ҡалма.
- Арбаны ат тартыр,күләгәне эт тартыр
- Арғымаҡтың билгеһе-ҡаҙылыҡ йыймаҫ,ял йыйыр
- Арҡан ишһәң бау булыр,арба-санаң һау булыр
- Арҡауын атһаң,буйын алырһың
Артҡа ҡалһаң, тапалырһың
- Артыҡ байлыҡ — башҡа бәлә.
- Артыҡ байлыҡ әҙәмде аҙҙырыр.
- Арыҡлыҡтан ат үлмәҫ, ярлылыҡтан ир үлмәҫ.
- Арыҫлан аста төлкө туҡ.
Ас
- Ас айыу уйнамаҫ
- Ас балыҡ та селәү һайлай.
- Ас бүре тотолмаҫ, туҡ бүре ҡотолмаҫ.
- Ас кергән, яланғас керә алмаған
- Ас кешегә барыһы тәмле
- Ас французға ала ҡарға ла аш
- Ас айыу уйнамаҫ.
- Ас күңеле икмәктә, туҡ күңеле хикмәттә.
- Астың хәлен ас белер.
- Астың хәлен туҡ белмәҫ.
- Ас һөлөк әсе тешләр.
- Астың иманы юҡ.
- Астың уйы икмәктә, яланғастың — бишмәттә.
- Асҡыс ярамаҫ йоҙаҡ юҡ
- Астан аҡыл һорама
- Астан үлһәң дә, ата-әсәңде, тыуған илеңде ташлама.
- Астың күҙе -икмәктә, туҡтың күҙе - хикмәттә
- Асыҡ ҡапҡанан кем кермәҫ (ҡыҙ намыҫына ҡарата)
- Асыны татымаһаң, тәмлене белә алмаҫһың
- Асыу - ағыу,Йота белһәң - дарыу!
- Асыу - аҡыл дошманы
- Асыу - алдан, аҡыл арттан
- Асыу алдан йөрөр, аҡыл арттан йөрөр
- Асыу - бысаҡ, аҡыл - дуҫ
- Асыу - бысаҡ, аҡыл - һап
- Асыу - дошман, аҡыл - дуҫ, асыуыңа аҡыл ҡуш
- Асыу йыйма, аҡыл йый
- Асыу килһә, аҡыл китер, аҡылың күп булһа - асыу бөтөр
- Асыуын алға ҡуйған - аҡылын артҡа ҡуйған
- Асыуыңды ат ит, аҡылыңды теҙген ит
Аҫ
- Аҫтындағын алты ай эҙләгән
- Аҫыл ат һыртына ҡамсы тейҙертмәҫ
- Аҫыл ҡоштоң балаһы алдына ҡуймаҡ аш еймәҫ
- Аҫыл шоңҡар ҡаҙ алһа, ҡанатын ҡанға тигеҙмәҫ
- Аҫылынһаң, ағастың аҫылына аҫылын
Ат
- Ат абынғанға ишәк ғәйепле
- Ат аҙғыны тай була, ир аҙғыны бай була
- Ат аҙғыны тайға эйәрер, ир аҙғыны байға эйәрер
- Ат аҙғыны тайға эйәрер, ир аҙғыны ҡыҙға эйәрер
- Ат аҙғыны тайға эйәрер, ярлы малы байға эйәрер
- Ат аҙғыны юрға булыр, ир аҙғыны мулла булыр
- Ат аҙғыны тай була, ир аҙғыны бай була.
- Ат айғырланһа, баш була
- Ат айғырланһа, үҙ башына була
- Ат алмаҫ борон йүгән эҙләмә
- Ат айҙа һыналыр, әҙәм йылда һыналыр
- Ат айында, ир йылында һыналыр
- Ат айында һыналыр.
- Ат алғансы, тай ҙа мал.
- Ат алмаҫ борон йүгән эҙләмә.
- Ат алһаң, арба кәрәк
- Ат алһаң, арба кәрәк, ҡатын алһаң, бары ла кәрәк
- Ат алһаң, ауылына тартыр
- Ат алһаң, ауылың менән, ауылың менән булмаһа, бүркең менән кәңәш ит
- Ат алһаң, ауылыңдан алма
- Ат алһаң - ауылың менән, ҡыҙ алһаң - ырыуың менән кәңәшләш
- Ат алһаң, баш менән түш ал, ҡыл алһаң, ҡабаҡ менән ҡаш ал
- Ат алһаң, өйөң менән кәңәшләш, ҡатын алһаң, ауылың менән кәңәшләш
- Ат алһаң, һынап ал, аҡса алһаң, һанап ал
- Ат алһаң, яҡындан ал, ҡатын алһаң, алыҫтан ал
- Ат арымаһа, аҙыҡтан
- Ат арығын маҡтама, арғымаҡтан тай уҙыр.
- Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер.
- Ат аяғынан һимерер.
- Ат — байҙа.
- Ат барҙа бейә сапмаһын, ир барҙа ҡатын алға сыҡмаһын
- Ат баҫмайым тигән еренә өс баҫа.
- Ат башы менән уйнағансы, атаң башы менән уйна.
- Ат башы тотҡан арымаҫ.
- Ат булмағанда, ишәк тә ярай.
- Ат йәлләгән ергә ҡарар, ҡош йәлләгән күккә ҡарар.
- Ат күреп аяғың аҡһамаһын
- Ат күрмәгән ат күрһә, саба-саба үлтерер,
Тун күрмәгән тун күрһә, ҡаға-ҡаға туҙҙырыр.
- Ат асыуын арбанан алмайҙар
- Ат бирҙем - атлата алманым, тай бирҙем - туҡтата алманым
- Ат йөрөп юл ала
- Ат ҡаҡҡанды тай ҡаҡҡан, ир ҡаҡҡанды мир ҡаҡҡан.
- Ат ҡартайһа — һуғымлыҡ.
- Ат менән ҡыҙҙы ауылдан алма
- Ат — менгәндеке, тун — кейгәндеке.
- Ат юрғалар, эйәһе дан алыр
- Ат, эйәһенә килгәс, аҡһамаһын
- Ат юҡ аранда, ҡайғы юҡ буранда.
- Ат яҡшы ла, ел ҡаршы.
- Ат яҡшыһы — ала тояҡ, тун яҡшыһы — төлкө тояҡ
- Ат яҡшыһы алға сығыр, алға сыҡҡан данға сығы
- Ат санала беленер.
- Ат тапҡансы ишәк мен.
- Ат тапҡансы эйәр тап.
- Ат тапһаң, эйәр табыла.
- Ат тирләһен, сирләмәһен.
- Ат ТОЯҒЫ сабата түгел, тишелһә, ямап булмай.
- Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә.
- Ат әйләнеп, ҡаҙығын табыр,
Ьыу әйләнеп, юлығын табыр, Ир әйләнеп, илен табыр.
- Ат холҡона таянма.
- Ат хурлаған тай менер, тай хурлаған таяҡ менер.
- Ат юрғалар, эйәһе дан алыр.
- Ат яҡшыһы аранда.
- Ат яҡшыһы алға сығыр, алга сагаҡай данға сығыр..
- Атка - һоло, машинаға — май.
- Атҡа ышанма: ат, кем менһә, шуныҡы.
- Атланһаң үҙ атыңа атлан, кеше аты тиҙ арыр.
- Атлы тәртә төҙәтер, атһыҙ кәртә төҙәтер.
- Атлының аяғы да арымай, туны ла туҙмай.
- Атлыға тай менһә лә килешә.
- Атты айһыҙ маҡтама.
- Атты ат һаҡлай.
- Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу.
- Аттың даны егет ҡулында.
- Аттың күрке ял булыр.
- Аттың саяһы — юрға.
- Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло.
- Атһыҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош.
- Атһыҙ ир — ҡулһыҙ кеше.
- Атһыҙ кеше — затһыҙ кеше.
- Аты бар — арыҫлан.
- Аты бар атланмаҫ, эйәре бар атланыр.
- Аты бар — батыр, аты юҡ — ятыр.
- Аты барҙың дуҫы бар.
- Аты барҙың ҡанаты бар
- Аты булһа, ҡамыты табыла.
- Аты барҙың ҡанаты бар, һыйыры барҙың һыйы бар.
- Аты-туны бар кешелә Алпамышаның көсө бар.
- Атым яҡшы тип, сыбыртҡыңды ҡуйма.
- Атың арыһа, абруйың китер.
- Атың арыһа, үҙеңә үпкәлә.
- Атың барҙа арыш сәс.
- Атың булһа, арымаһын.
- Атың булһа, ил таный.
- Атың юғалһа ла, йүгәнең ташлама.
- Ата - ата ҡаҙ.
- Ата балаһы хур булмаҫ.
- Ата балаһы хатаһыҙ булмаҫ
- Ата балаһы алтмышҡа етмәй, аҡыл тапмаҫ
- Ата маҡтағанды алма, ауыл маҡтағанды ҡуйма
- Ата-бабам баҡҡан ер - кендек ҡаным аҡҡан ер
- Ата - инә ҡәҙерен балалы булғас белерһең, ағай - эне ҡәҙерен ялалы булғас белерһең
- Ата-инәңә ни ҡылһаң, алдыңа шул килер
- Ата-инәһен һөймәгән ҡыҙ яман, Ҡәрҙәш-ҡәүемен һөймәгән ул яман
- Атай булмай тороп атай ҡәҙерен белмәҫһең, Әсәй булмай тороп әсәй ҡәҙерен белмәҫһең
- Ата-әсә һүҙе - бала-саға күҙе.
- Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе
- Атайҙың һүҙе- аҡылдың үҙе
- Атайһыҙға ҡыҙ бирмә, инәйһеҙҙән ҡыҙ алма
- Атайһыҙҙы кейәү итмә, инәйһеҙҙе килен итмә.
- Атайым ай күргән, иртәгә байрам икән
- Атанан йәш ҡалдым, аҡылдан буш ҡалдым
- Атанан күргән уҡ юнған, инәнән күргән тун бескән.
- Атаңдан айырылһаң айырыл, илеңдән айырылма
- Атаһы айырымды ау ҡушыр,өйөрө айырымды яу ҡушыр
- Атаһы торор - улы һөйләр, Әсәһе торор - ҡыҙы һөйләр.
- Атаһынан күргән - уҡ юнған, инәһенән күргән - тун бескән.
- Атҡа ышанып, арбала йоҡлама, аҙаштырһа, үҙеңә үпкәлә
- Атҡаҙанған артистар була, президенттар булмай.
- Атҡан таң алға һөйрәй, ахырҙа ҡәбергә һөйрәй
- Атты айһыҙ маҡтама
- Ат алһаң, һынап ал, аҡса алһаң, һанап ал
- Атты ҡамытҡа үлсәп алмайҙар, ҡамытты атҡа үлсәп алалар
- Атты өйрәтә белмәһәң, сығынсы булыр.
- Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло
- Аттың - юрғаһын, бисәнең уңғанын ал
- Аттың яҡшыһы алға сыға, егеттең яҡшыһы данға сыға
- Атһыҙ арба алға китмәй, ирһеҙ ҡатын ал-ял белмәй.
- Атым юҡ бурамда, ҡайғым юҡ буранда
- Атын алма, затын ал
- Атын атама, аҙашып китһен
- Атың барҙа юл таны, аҡылың барҙа ир таны
- Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң; Аға-энең яман булһа ҡасып ҡотолорһоң; Ҡатының яман булһа нисек ҡотолорһоң?
- Атың арыҡ булһа - бер сап, утының аҙ булһа - бер яҡ
- Атың арыһа -абруйың китер, ҡарының асһа - ҡәҙерең китер
- Атың барҙа елеп ҡал, йөрөй алмай торған көн килер
- Атың булмаһа ла хутың булһын
- Атың насар булһа, һатып ҡотолорһоң, Аға-энең яман булһа, ҡасып ҡотолорһоң,Ҡатының яман булһа, нисек ҡотолорһоң?
- Ат тешенән билгеле, егет эшенән билгеле.
- Аттың үҙе ниндәй, йөгө шундай.
- Ата алмаған - атаһына үпкәләр.
- Ата алмаған атынан күрер,
Ҡайтып килеп ҡатынынан күрер.
- Ата алмаған йәйә һайлар.
- Ата алмаған мылтығынан күрер
- Ата алмағандың уғы алты ҡолас китер
- Атаһыҙ тороп-балтаһыҙ тороп булмай
Инәһеҙ тороп була-энәһеҙ тороп булмай
- Аты булһа, ҡамыты табылыр.
Ау
- Ау аула, ауылда тор.
- Ауға барһаң, зирәк бул, юлдашыңа терәк бул.
- Ауға сыҡҡанда эт ашатмайҙар.
- Аулаҡ күлгә тәлмәрйен хужа.
- Ауылда булмаған далала булыр.
- Ауылы башҡаның һыуы башҡа.
- Аусы — ауҙа, юлсы — юлда.
- Аусыны аяғы туйҙыра.
- Аусы ҡоҙғон ауламаҫ, өйрәк аулар.
- Ауыҙы онға тейгән эт тирмән яламай түҙә алмай
- Ауыҙың менән сәскәнде ҡулың менән йыйып ала алмаҫһың
- Ауыҙың тулы ҡан булһа ла яттар алдында төкөрмә.
- Ауылдан ҡыҙ алма ла мал алма
- Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, дошман алдында төкөрмә
- Ауыҙы-мороно ҡыйыш булһын, бай балаһы һөйләһен.
- Ауыҙыңдан ел алһын
- Ауыл эте ала булһа, бүре килеп баш булыр
- Ауыл эте ала булһа ла, бүре килгәндә берегер
- Ауыл эте ала булыр
- Ауырыу ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй
- Ауырыу хәлен һау белмәҫ, ярлы хәлен бай белмәҫ.
- Ауырыу - аяҡтан, ҡайғы йөрәктән алыр
- Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй.
- Ауырыу көсәйһә, йәнеңде алыр; Дарыу көсәйһә, малыңды алыр
- Ауырыуҙың аҙығы үҙе менән
- Ауан кеше ауыҙы менән ҡош тотор.
- Ауан ауға сыҡһа, ауҙа ғауға сыға.
- Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә.
- Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта
- Ауыр күтәргән - билен һындырған
- Ауыр таш - тау аҫтында, ауыр эш -бауыр аҫтында
- Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар.
- Ауыр эште күмәк ҡул еңгән.
- Ауырыу бер үлер, иренсәк көн дә үлер.
- Ауырыуға дауа бар, дәртһеҙгә дауа юҡ.
- «Ауырып торам» тимә, «иренеп торам» тиң.
Ат
- Ата алмаған «уғым кәкере булды» тигән.
Ах
- Ахмаҡ бирер, аҡыллы алыр
- Ахмаҡтан аҡыл һорама
- Ахмаҡтың эшләгән эше аҡыллыны алйытыр
- Ахмаҡтың һаҡалы үҫһә лә, аҡылы үҫмәҫ
- Ахыры заман булғанда, йүнһеҙ кеше йүнлегә эш өйрәтер.
Аш
- Аш ҡәҙерен белмәгән өй хужаһын оялтыр
- Аш хурлама-ҡоҫторор,ир хурлама-боҫторор.
- Аш янында аш үтә.
- Ашаған аттың теше аҡ
- Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы
- Ашаған мал үлмәй.
- Ашаған еренә эт тә ҡайта.
- Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр.
- Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы.
- Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең ел¬кенһен.
- Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.
- Ашап, алаша булмаҫһың
- *Ашамаһаң да, май яҡшы, яманлаһаң да, бай яҡшы
- Ашаған үлмәҫ, ярлы бөлмәҫ.
Ашҡаҙар менән Ағиҙел, Йөрәктауҙа табышҡан; Яҡшы егет, яҡшы ҡыҙ, шулай итеп табышҡан, яр иткәнде пар иткән, айырылтмаҫҡа ҡауышҡан
- Ашлыҡты бураға һалмайынса "уңыш алдым", тимә
- Ашланған ер аш бирер.
- Ашлыҡты бураға һалмайынса «уңыш алдым» тимә.
- Ашлыҡтың йоҙағы — һалам.
- Ашыҡ уйнаған - аҙыр; Туп уйнаған - туҙыр; Ҡуй көтөп, ҡарын майы ашаған барынан да уҙыр
- Ашыҡҡан арба аҡрын тәгәрәй
- Ашыҡҡан арыр, аҡрын барыр
- Ашыҡҡан ашҡа бешкән.
- Ашыҡҡан күҙгә аҡ төшә
- Ашыҡҡан ҡыҙ кейәүгә барһа ла мантымаҫ
- Ашыҡҡан юл алмаҫ
- Ашыҡҡанда артыңа йыш ҡарама.
- Ашыҡҡандан аҡыл һорама
- Ашын - тоҙон эсеп ултыр, аҡыллыны тыңлап ултыр
- Ашыуһыҙ булһа, тауҙан биҙ, үткеһеҙ булһа, һыуҙан биҙ.
- Ашаған белмәй, тураған белә.
- Аш тигәндә — йән фарман, эш тигәндә — юҡ дарман.
- Аш янында ат кеүек, эш янында эт кеүек
- Ашамаған ашым түгел, эшләмәгән эшем түгел.
- Ашау татлы — эшләү ҡаты.
- Ашамай тамаҡ туймай, эшләмәй ризыҡ булмай.
- Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.
- Ашы юҡ ураҙа тотҡан, эше юҡ ас ултырған.
- Ашын яратһаң, эшен дә ярат.
- Ашына күрә табағы, эшенә күрә тамағы.
- Ашыҡҡан арба аҡрын тәгәрәй.
- Ашыҡҡан арыр, аҡрый барыр.
- Ашыҡҡан эштә хәйер юҡ.
- Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ.
Ая
- Аяғы яман түрҙе бысрата, теле яман – илде бысрата.
- Аяғың тәп итһә, ауыҙың сәп итер.
- Аяғына тартһа — башына юҡ, башына тартһа аяғына юҡ — йүнһеҙ ирҙең көнө шул.
- Аяҙлы-болотло аҡылы бар, кәҙәнеке хәтлем һаҡалы бар
- Аяҡлы ҡаза күрәһе егет аяғы һыҙлау ҡатын алыр
- Аяҡтан кергән ауырыу бөтә тәнде алыр
- Аяҡ атламаһа, баш йөрөмәй