Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Я
Уҡыу көйләүҙәре
Я
[үҙгәртергә]Ябаға тайҙы хурлама: яҙға сыҡһа, ат булыр; Йәш егетте хурлама: уҡыһа, илгә баш булыр.
- Ябыҡ ишек шығырҙамай
- Ябыҡ тайҙы хурлама, яҙҙы үтһә, ат булыр.
- Ябыулы атта ял ҡалыр,ял ҡалмаһа, йән ҡалыр.
- Ябағаны яуға менмә ялы бар тип, яман менән ҡоҙа булма малы бар тип
- Яҙ сәсеүен ҡыштан ал
- Яҙ уңмаған көҙ уңмаҫ.
- (Мал) яҙ үлмәһә, көҙ үлмәҫ.
- Яҙ эшләһәң, ҡыш алырһың.
- Яҙған мал үҙ аяғы менән кире ҡайта.
- Яҙға сыҡҡан атты яуҙан да йәлләмә,
Көҙгә кергән атты кейәүеңә лә бирмә
- Яҙғы айғыр ятҡан ерҙән кешәннәй.
- Яҙғы сәсеү — бер генә ваҡыт.
- Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра
- Яҙҙың йәме сәскә менән, көҙҙөң йәме көлтә менән.
- Яҙын бер биҙрә ямғыр-бер ҡалаҡ бысраҡ, көҙөн бер ҡалаҡ ямғыр- бер биҙрә бысраҡ.
- Яҡшы ат ирҙең данын сығарыр.
- Яҡшы аттың башы ҡашҡа.
- Яҡшы ат бығауһыҙ йөрөмәҫ, алама атҡа тышау ҙа теймәҫ.
- Яҡшы килен яҙ килер, яман килен көҙ килер.
- Яҡшы эш - һаулыҡтың балаһы.
- Яҡшы әкиәт ысынға яҡын була.
- Яҡшыға төшкән - ярпайған, Яманға төшкән - ҡартайған
- Яйлы эш — майлы эш.
- Яҡшы ат тәртә араһында үлә.
- Яҡшы атҡа ял юҡ.
- Яҡшы ағай ил көтһә, йорт кәрәген үтенер,
Яман ағай ил көтһә, илгә дошман килтерер; Яҡшы ағай йорт көтһә, йортҡа шатлыҡ килтерер, Яман ағай йорт көтһә, йәм-байлығын бөтөрөр.
- Яҡшы егет ил ғәйебен асмаҫ.
- Яҡшы түрә әҙәмгә юл асыр, яман түрә әҙәмдең юлын быуыр.
- Яҡшы кеше эш яратыр, яман кеше эш ҡыйратыр.
- Яҡшы эш үҙ-үҙен маҡтай.
- Яҡшы юртаҡ — күпкә уртаҡ
- Яҡшы ҡатын юҡтан ғына юрған һырыр, яман ҡатын яңғыҙ юрғаңды һуйҙырыр
- Яңғыҙ ағас сана булмай,
Яңғыҙ бейәнән һаба тулмай.
- Ялан йәме көлтә менән.
- Ялҡауҙың еренә бойҙай сәсһәң, билсән үҫә.
- Ялған яндырыр, яманатҡа ҡалдырыр.
- Ялғанлаған ямандың үҙ башына теле яу.
- Ялғансы менән хәйләкәрҙең дуҫы ла, иптәше лә, яҡыны ла булмай.
- Яман ат эйәһен ҡартайтыр.
- Яман айғыр өйөрсәк.
- Яман орлоҡ сәсеп, яҡшы иген көтмә.
- Яман менән юлдаш булһаң Һәрпәк (һәлмәк) балтаң билеңдә булһын
- Яманлыҡтың төбө - наҙанлыҡ
- Ямғыр менән ер йәшәр, фатиха менән ир йәшәр.
- Яман атты ял баҫыр, яман илде яу баҫыр.
- Яман илдең яҡшыһы булғансы, яҡшы илдең яманы бул.
- Яман түрә йән алыр.
- Яңы салғы ҡаты саба.
- Яр аҫтынан яу сыҡҡан
- Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма.
- Ярма һораған көн күрмәҫ, ҡаҙна һораған ил уңмаҫ.
- Ятҡан ағас ял табыр, йөрөгән аяҡ мал табыр
- Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә,күп тешләй
- Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ етер
- Ялҡау атты ял баҫыр
- Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер
- Ялҡау булма-ялҡаулыҡ баҫыр
- Ялҡау йөрөшөнән билдәле
- Ялҡау кеше иҫәпкә бар, һанға юҡ
- Ялҡау кеше эш янында ат кеүек,эш янында ат кеүек
- Ялҡау өйҙә, бүрке сөйҙә.
- Ялҡау әйткән: «Бөгөн ял итәйем дә, иртәгә ныҡлап эшләрмен ».
Тырыш әйткән: «Бөгөн тырышып эшләйем дә, иртәгә ял итермен».
- Ялҡау кеше-ярты кеше,уңған кеше-ун кеше
- Ялҡау өйөнә еткәс йүгерер
- Ялҡау өмә әйтер,тамаҡһау өмәгә йөрөр
- Ялҡау торһа йән ҡуймаҫ
- Ялҡау ултырып йоҡлай, ятып эшләй
- Ялҡау урынын йыймаҫ
- Ялҡау үгеҙ ит бирә,ялҡау кеше ни бирә?
- Ялҡау үлмәҫ, рәхәт көн күрмәҫ
- Ялҡау ялдан туймаҫ,уңған эштән туймаҫ
- Ялҡау ялҡауға эйәрер
- Ялҡау ята белмәҫ,ятһа, тора белмәҫ
- Ялҡау ятып ашар
- Ялҡау аҙ эшләй, аҙ эшләһә лә, күп тешләй.
- Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ етер.
- Ялҡау атты ял баҫыр.
- Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер.
- Ялҡау булма — ялҡаулыҡ баҫыр,
- Ялҡау йөрөшөнән билгеле.
- Ялҡау кеше иҫәпкә бар, һанға юҡ.
- Ялҡау кеше аш янында ат кеүек, эш янында ят кеүек.
- Ялҡау кеше — ярты кеше, уңған кеше — ун кеше.
- Ялҡау өйөнә еткәс йүгерер,
- Ялҡау өмә әйтер, тамаҡһау өмәгә йөрөр.
- Ялҡау торһа йән ҡуймаҫ.
- Ялҡау ултырып йоҡлай, ятып эшләй.
- Ялҡау урынын йыймаҫ.
- Ялҡау үгеҙ ит бирә, ялҡау кеше ни бирә?
- Ялҡау үлмәҫ, йәхәт көн күрмәҫ.
- Ялҡау ялдан туймаҫ, уңған эштән туймаҫ.
- Ялҡау ялҡауға эйәрер.
- Ялҡау ята белмәҫ, ятһа, тора белмәҫ.
- Ялҡау ятҡан ерҙән кеше өйрәтер.
- Ялҡау ятып ашар.
- Ялҡау ятыр ерҙең яйлыһын һайлар.
- Ялҡау ятыр, йоҡо тирмәне тартыр.
- Ялҡауға йомош ҡушһаң, ул Һиңә аҡыл өйрәтер.
- Ялҡауға көн дә байрам, кеше май ашағанда, ул эсә айран.
- Ялҡауға көн дә ял.
- Ялҡауға ҡояш та ваҡытында сыҡмай.
- Ялҡауға ҡәбер хәрәм.
- Ялҡауға үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын.
- Ялҡауға эш ҡушһаң, атаң бирмәгән өгөттө бирер
- Ялҡауға эш ҡушһаң, башы ауырта,
- Ялҡауға эш юҡ.
- Ялҡауға эш ярамаҫ.
- Ялҡауға ярты көн эш, ярты көн ял.
- Ялҡауҙан эш ояла.
- Ялҡауҙы ҡандала баҫыр.
- Ялҡауҙы яланда күрмәҫһең.
- Ялҡауҙың аты ла аҙымһыҙ бул ы р.
- Ялҡауҙың башында план күп була.
- Ялҡауҙың — бешкән дә төшкән.
- Ялҡауҙың дуҫы — йоҡо.
- Ялҡауҙың көн дә башы ауырта.
- Ялҡауҙың эсе, йоҡосоноң башы ауырта.
- Ялҡауҙың эше тарҡау.
- Ялҡауҙың ялы аҙнаһына биш көн.
- Ялҡауланһаң — ауырырһың, тырышһаң— һауығырһың.
- Ялҡаулығыңды юҡ итһәң, тамагыңды туҡ итерһең.
- Ялҡаулыҡ башҡа бәлә килтерер.
- Ялҡаулыҡ — зәхмәт, дарыуы — хәрәкәт.
- Ялҡаулыҡтың дарыуы — эш.
- Яманды ашҡа саҡырһаң саҡыр, эшкә саҡырма.
- Ямандың эше ярты юлда ҡалыр.
- Яңғыҙҙың эше бөтмәҫ.
- Яңғыҙ һыйырым аранда,
Ни ҡайғым бар буранда?
- Яратҡан эш ялҡтырмай.
- Ярлылыҡ ғәйеп түгел, ялҡаулыҡ ғәйеп.
- Ярлылыҡҡа дарыу юҡ, ялҡаулыҡ менән ҡушылһа.
- Ярты көнгә ярыш юҡ.
- Ярты эш йөҙгә оят.
- Ярыҡ ҡайҙа — ел шунда, ялҡау ҡайҙа — тел шунда.
- Ярышмаған эш ауыр була.
- Ята-ята таш та сатнай.
- Ятҡан аяҡ ял табыр, йөрөгән аяҡ мал табыр.
- Ятҡан ерең көшөл өҫтө булһа ла, кеше өҫтөндә булмаһын.
- Ятып икмәк табылмай.
- Ятып ҡалғансы, атып ҡал.
- Ятһаң, ята бирәһең, торһаң, бара бирәһең.
- Яуға барған — йәйәһен онотҡан.