Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Э
Уҡыу көйләүҙәре
Э
[үҙгәртергә]- Эҙләгән ҡорт бал табыр, эшләгән кеше мал табыр.
- Эҙләгән моратына етер, ялҡауҙың ғүмере бушҡа үтер.
- Эйелгән илгә яраған.
- Эйәһенә күрә бейәһе.
- Энә менән ҡойо ҡаҙып булмай.
- Энә текмәй, ҡул тегә.
- Энә эшенә өмә кәрәкмәй.
- Энә осо хәтле ут, тубал ҙурлығы төтөн.
- Эңер төшкәс күләгә кәрәкмәй
- Эт Айға ҡарап өргәндән Айҙың нуры китмәҫ
- Эт асыуын беттән алған
- Эт артында ҡойроҡ, түрә артында бойороҡ.
- Эт ашаған еренә ҡайта.
- Эт ояһында көслө.
- Эт өргән ерҙә ауыл бар, ут күренгән ерҙә фатир бар.
- Эт — туйған ерендә, бисә — һыйған ерендә, ир — тыуған ерендә.
- Эт туйған ерен эҙләй, ир тыуған ерен эҙләй.
- Эт тә үҙ йортон белә.
- Этте илсе итеп ебәрһәң, илеңә яу килтерер..
- Этте түрә итһәң, эт ҡәҙере күтәрелә.
- Эттең туйған ере бар, тыуған ере юҡ.
- Эттең тамағы ҡайҙа булһа, башы шунда.
- Эт доғаһы ҡабул булһа, күктән һөйәк яуыр ине
- Эт күңеле бер һөйәк
- Эт өрә тип, һин өрмә.
- Эт саба тип бет саба
- Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
- Эте торор, көсөгө өрөр
- Эҙләгән тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
- Эт алған төлкөлә һын булмаҫ.
- Этеңә ышанма, атыңа ышан.
- Этһеҙ ҡуян тотолмай.
- Эшләй белеп эшләгәнгә иген эше — кинәнес, ялҡаулашып йоҡлағанға иген эше — көйөнөс.
- Эш бөткәс, уйнарға ярай.
- Эш эшләнгәс - ирмәк, бөтмәй ҡалһа - имгәк.
- Эшең һәм аҡылың барҙа һаулығыңа үлем булмаҫ.
- Эшкә ашмаған ир - башыңа сир.
- Эшкә теләгең - һаулыҡҡа бүләгең .
- Эшләгән - тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
- Эшләгәнгә эш ҡарышмай
- Эш айыу түгел, урманға ҡасмаҫ.
- Эш араһында шеш булма.
- Эш араһында эш бөтә.
- Эш башында маҡтанма.
- Эш белмәгән эш өҫтөндә үлгән.
- Эш белмәйенсә, аҡыл белмәҫһең.
- Эш беләктә түгел, йөрәктә.
- Эш бөтмәй йән тынмай.
- Эш иплене ярата.
- Эш кемдеке — беләк шуныҡы.
- Эш кешене кеше итер.
- Эш ҡаты булһа ла, тырышҡас, йомошай.
- Эш ҡиммәт түгел, эште белеү ҡиммәт.
- Эш майлы бутҡа түгел.
- Эш менән ваҡыт тиҙ үтер.
- Эш менән үткән ғүмер — алтын ғүмер.
- Эш оҫтаһынан ҡурҡа.
- Эш үҙе өйрәтә.
- Эш һөйгәнде ил һөйгән.
- Эш һөйгәндең дәрәжәһе артыр, эшлекһеҙлек боҙоҡлоҡ¬ҡа тартыр.
- Эш һөймәгән көн итмәҫ (күрмәҫ).
- Эш һөймәҫте ил һөймәҫ.
- Эш эшкә өйрәтә.
- Эш эшләгән интекмәҫ, эшләмәгән көн итмәҫ!
- Эш эшләнгәс — ирмәк, бөтмәй ҡалһа — имгәк.
- Эш эште тартыр.
- Эш яратҡан — уңған, яратмаған — туңған.
- Эше бар кешелә мең кешенең эше бар,
- Эше юҡ кешелә кемдең ни эше бар?
- Эше бар тик тормаҫ, эшләмәгән көн күрмәҫ.
- Эше барҙың ашы бар, эше юҡтың ашы юҡ.
- Эше барҙың көсө бар.
- Эше ҡаты, икмәге татлы.
- Эше юҡтың — ашы юҡ, туны юҡтың көнө юҡ.
- Эше юҡтың ҡәҙере юҡ, ҡәҙере юҡтың ҡәбере юҡ.
- Эшенә күрә ашы.
- Эшенә күрә ялы.
- Эшең бер булһын, берәгәйле булһын.
- Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы килер көҙ.
- Эшең кире китһә, эше алға барғанға кәңәш ит.
- Эшең ҡалһа иртәгә, сиҡан сығыр елкәңә.
- Эшең ҡаты булһа, тешеңә йомшаҡ булыр.
- Эшең теүәл булмаһа, кешегә күрһәтмә.
- Эшеңде башлар алдынан аҙағын уйла.
- Эшеңде кешегә тапшырма.
- Эшеңде эш иткәс кенә маҡтан.
- Эшкә ауырҙың теле оҙон.
- Эшкә теләк булһа, беләк сыҙар.
- Эшкә ялҡау (бала) һабаҡҡа аңҡау булыр.
- Эшкә булһа — «алла, башым», ашҡа булһа — «ҡайҙа ҡашығым?»
- Эшкә булһа «уф, табаным!», ашҡа булһа «китер табағым!»
- Эшле кеше — көслө кеше.
- Эшле килер — эш арттырыр, эшһеҙ килер — эш ҡалды¬рыр.
- Эшле эш өҫтөндә, әрәмтамаҡ әҙәм өҫтөндә.
- Эшле эштән бушағансы, ялҡау түргә уҙған.
- Эшле янында эшһеҙ көсләнгән.
- Эшленең ҡулы тынмаҫ, телсәндең теле тынмаҫ.
- Эшлекле миҫалға ҡарар, эшлекһеҙ мыҫҡалға ҡарар.
- Эшлекле норма өсөн йөрөр, эшлекһеҙ форма өсөн йөрөр.
- Эшлеклене иген баҫыр, эшлекһеҙҙе йоҡо баҫыр.
- Эшлекленең ҡулы уйнай.
- Эшлекленең эше бөтөр, эшлекһеҙҙең көнө үтер.
- Эшлекһеҙ аҡыл һатыр.
- Эшлекһеҙгә эш хәрәм.
- Эшлекһеҙгә эш бирһәң, ғариза килтерер.
- Эшләгән ашаған, эшләмәгән ҡаҡшаған.
- Эшләгән ашар, эшләмәгәндең хәле насар.
- Эшләгән башҡа таяҡ теймәй.
- Эшләгән бер яңылыша, эшләмәгән гел яңылыша.
- Эшләгән ике туйыр.
- Эшләгән ирешер, теш төбөнә килешер.
- Эшләгән кеше туҡ булыр, эшләмәгән юҡ булыр.
- Эшләгән кеше үлмәҫ, эшләмәгән көн күрмәҫ.
- Эшләгән тапҡан, ауыҙына ҡапҡан.
- Эшләгәп тешләгән, эшләмәгән нишләгән?
- Эшләгән туҡ булған, эшләмәгән юҡ булған.
- Эшләгән уҙыр, эшләмәгән туҙыр.
- Эшләгән үлмәҫ, эшләмәгән көн күрмәҫ.
- Эшләгән эшләй, эшләмәгән терһәген тешләй.
- Эшләгәнгә эш түҙмәҫ.
- Эшләгәндә йөрәгең елкенһен, ашағанда ҡолағың һел¬кенһен
- Эшләгәндән кеше үлмәй.
- Эшләй белгән ашай ҙа белер.
- Эшләмәгән кешенән күкәй һалған тауыҡ яҡшы.
- Эшләгән туңмаҫ, эшләмәгән уңмаҫ.
- Эшкә саҡырһаң бармам, ашҡа саҡырһаң — ҡалмам.
- Эшләмәгән эшем юҡ, «рәхмәт» тигән кеше юҡ.
- Эшләмәгән көн итмәҫ.
- Эшләмәгән эштән шайтан көлгән.
- Эшләмәй ашаһаң, сирләмәй үлерһең.
- Эшләмәй тамаҡ туймай.
- Эшләмәйенсә ашап булмай, ашамаһаң йәшәп булмай.
- Эшләмәйенсә уңыш бүлмә.
- Эшләмәһәң план менән, ашарһың грамм менән.
- Эшләмәһәң эш көнө, ни ашарһың, ҡыш көнө.
- Эшләнгән эш иргә ҡот, яҡшы эшләнһә, илгә ҡот.
- Эшләп үлмәҫһең, ауырып үлерһең.
- Эшләргә иренгән — ашарға тилмергән.
- Эшләргә иренгән — көлөр ерҙә көрһөнгән.
- Эшләһәң, эш көс бирә.
- Эшләһәң, эш ҡарышмай.
- Эшләһәң, эсең тишмәҫ.
- Эште башла: башлаусыһы булһа, ҡушылыусыһы булыр.
- Эште башлаған кешене маҡтама, эшләп бөтөргән кеше¬не маҡта.
- Эште башлап ташлағансы, башламауың яҡшы.
- Эште башлама, башлаһаң — ташлама.
- Эште башлап ебәреү генә ҡыйын.
- Эште үҙең белеп эшлә, кеше ҡушҡанды көтмә.
- Эште һөйгән үкенмәҫ.
- Эш һөйгән һөйөнгән.
- Эште эшләгән кеше өҫтөнә өйәләр.
- Эште эшләйһең икән, еренә еткереп эшлә.
- Эштең башы — ҡөрал.
- Эштең башы михнәтле булһа, төбө хикмәтле була.
- Эштең башы — ниәт.
- Эштең башы — эштең яртыһы.
- Эштең башында маҡтанма, аҙағында маҡтан.
- Эштең иң яҡшыһы — үҙең булдыра алған эш.
- Эштең яты юҡ.
- Эштең өҫтөнән өсөн булмай.
- Эштең тәме аҙағында.
- Эштең яйы булмаһа, ҡаймаҡтың майы булмай.
- Эштә билеңде бушатма.
- Эштән көлмә — көлкө булырһың.
- Эштән ҡалған — кеше икмәгенә ауыҙ асҡан.
- Эшһеҙ ғүмер — утһыҙ күмер.
- Эшһеҙ кеше — көсһөҙ кеше.
- Эшһеҙгә аш юҡ.
- Эшһеҙлек эс бошорор.
- Эшсе эшенән билгеле.
- Эшсән бәхетте эшендә күрер, ялҡау бәхетте төшөндә күрер.
- Эшсән бәхетте эштән әҙләр, ялҡау бәхетте ситтән эҙләр
- Эшсәи кеше эшһеҙ тормаҫ, иренгән кеше көн күрмәҫ.
- Эшсән эштән туймаҫ.