Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Ҡ

Викидәреслек проектынан
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡ[үҙгәртергә]

  • Ҡабалан эшкә аҡыл эйәрмәй.
  • Ҡабаланған ҡабырғаһын һындырған.
  • Ҡабаландың аты өҙлөгә, ялҡауҙың аты һөрлөгә.
  • Ҡағын, һөртөн дә тағы эшкә тотон.
  • Ҡабат эшләнгән эш һабаҡ булыр.
  • Ҡаза күрер егет аяғы һыҙлау ҡатын алыр.
  • Ҡаҙна малы — ил малы.
  • Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк.
  • Ҡаҙ ҡанаты — ҡауырһын, ир ҡанаты — ат.
  • Ҡаҙансының ирке бар, ҡайҙан ҡолаҡ сығарһа.
  • Ҡаҙынған ҡар аҫтынан ҡалъя тапҡан, ҡаҙынмаған - ҡар өҫтөндә ҡатып ятҡан
  • Ҡаҙынған ‐ кеше баҙынан ҡалья тапҡан, аҙаҡтан зинданға инеп ятҡан.
  • Ҡайғы килһә, игеҙ килә
  • Ҡайһы ырыу көслө — ханды шул ҡуя,

Ҡайһы ырыу үсле — ҡанды шул ҡоя.

  • Ҡайҙа барһаң — бер ҡояш, эш эшләүҙә тиң һайлаш.
  • Ҡалаҡ тотһа, хан ҡыҙының ҡулы ҡабара.
  • Ҡала — бер барһаң, ҡала,

Йыш барһаң, башыңды алып ҡала.

  • Ҡалала эш һөймәҫ, ауылда кәбән өймәҫ.
  • Ҡалала ҡалас бешерә белмәгән ауылда иген игергә өйрә¬тер.
  • Ҡалалы ер — ҡаласлы ер.
  • Ҡаланы маҡта, ауылда тор.
  • Ҡаланың ҡапҡаһы ҡырҡ.
  • Ҡаланың тауығы булғансы, ауылдың әтәсе бул.
  • Ҡалын ырыуҙың ҡарағы күп була.
  • Ҡалған эш — төштән кире.
  • Ҡалған эшкә ҡар яуа.
  • Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.
  • Ҡапҡа аҫтынан кергән, түргә менеп өргән.
  • Ҡара ерҙә ҡармандап ҡал, ҡар яуғас, ҡайҙа барырһың?
  • Ҡараҡ менән юлдаш булма,

Ғәйбәтсе менән серҙәш булма, Уйнашсы менән ултырҙаш булма

  • Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната бел.
  • Ҡар башын ҡар ашар, хан башын хан ашар.
  • Ҡара ерҙе яманлама, ҡайтып, шунда барырһың; Ил-йортоңдо яманлама, ҡарғышына ҡалырһың.
  • Ҡара урмандан үтеп, ҡамсы һаплыҡ ағас таба алмаған.
  • Ҡара ерҙә ҡармаңдап ҡал, ҡар яуғас, ҡайҙа барырһың?
  • Ҡара тояҡ ҡарында ятмаҫ.
  • Ҡара тупраҡ иген уңдыра.
  • Ҡарағайға ҡарап тал үҫер,

Колхозсыға ҡарап, мал үҫер.

  • Ҡарамағандың ҡатыны ташлар, баҡмағандың малы таш¬лар.
  • Ҡарағайға ҡарап тал үҫер, хеҙмәтеңә ҡаран дан үҫер.
  • Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә.
  • Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә
  • Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.
  • Ҡарға, һайрап, һандуғас булмаҫ
  • Ҡарға һайыҫҡан кеүек йөрөп ҡарайым тип үҙ йөрөшөн онотҡан, ти
  • Ҡарт булһа ла ирең булһын, алама булһа ла өйөң булһын.
  • Ҡарт ҡуйынында ҡалас бар, йәш ҡуйынында ҡамсы бар.
  • Ҡапҡам төбөнә туй еткән, ҡаба орсоғом ҡайҙа икән?
  • Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит, ҡайтыуыңа аш булыр.
  • Ҡаты ерҙә ҡаҡ торор, игенле ерҙә мал торор.
  • Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
  • Ҡатын ғәйрәтле булһа, ир ғибрәтле булыр
  • Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
  • Ҡатын тота белмәгән көң (ҡол)иткән, ебәк тота белмәгән йөн иткән.
  • Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
  • Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, муса ташы иткән дә — ир.
  • Ҡатындың теле уҙһа - иренең ҡулы уҙа
  • Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр
  • Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
  • Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
  • Ҡатын аҙһа ир башына, түрә аҙһа — ил башына.
  • Ҡашығаяҡ шалтырамай тормаҫ.

Ҡой[үҙгәртергә]

  • Ҡойроҡ тулап баш булмаҫ.
  • Ҡойроҡ биткә бойороҡ бирмәҫ.
  • Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең.
  • Ҡолон аҫыраһаң, ат менерһең.
  • Ҡолон — ҡырҙа, ҡондоҙ — һыуҙа.
  • Ҡолон тояғына — ҡом терәк,

Ҡош аяғына — ел терәк, Ҡара кешегә — мал терәк, Хан кешегә — ил терәк.

  • Ҡом татырҙа мал ятыр.
  • Ҡомо юҡ һыу булмаҫ, бейе юҡ ил булмаҫ.
  • Ҡомо юҡ һыу булмаҫ,

Яғаһы юҡ тун булмаҫ, Законы юҡ йорт булмаҫ.

  • Ҡомһоҙ ҡоторһа, ҡоҙоҡҡа ҡармаҡ һалыр,

Ялҡау ҡоторһа, байрамда эшкә барыр.

  • Ҡорал әмәлһеҙ булмай, әмәл ғәмәлһеҙ булмай.
  • Ҡорал юҡтан ҡороҡ та ҡорал.
  • Ҡораллының ҡулы уйнай.
  • Ҡоралһыҙ оҫта булмаҫ, теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ.
  • Ҡоралы үтмәҫтең эше бөтмәҫ, тапҡаны тамағына етмәҫ.
  • Ҡоро ҡулға ҡорал яу.
  • Ҡоро ағастың емеше юҡ.
  • Ҡоро ер булһа ла, иген сәс.
  • Ҡорт саҡмайынса бал булмай.
  • Ҡорт таныһаң, тотоп ал, күсе һайын бер бот бал.
  • Ҡорт күсһә, иле менән.
  • Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шунда һарыр.
  • Ҡорттоң сағыуы ла файҙаға.
  • Ҡотһоҙға ҡот ҡунмаҫ, умартаһында ҡорт тормаҫ.
  • Ҡош ҡош менән аулана.
  • Ҡошон юғалтҡан күккә ҡарар,
  • Ҡоштоң матурлығы төҫөнә ҡарап,кешенең матурлығы эшенә ҡарап.
  • Ҡош аяғынан, ҡыҙ ирененән эләгер
  • Ҡошона күрә тоҙағы
  • Ҡошто ем менән алдайҙар
  • Ҡош ояһыҙ булмай.
  • Ҡояш таңһыҙ, ил дауһыҙ булмаҫ.

Ҡуй[үҙгәртергә]

  • Ҡуйын юғалтҡан ергә ҡарар.
  • Ҡуй байлығы -туй байлығы.
  • Ҡуй ырыҫы -ҡура эсендә.
  • Кунаҡта рәхәт, өйҙә бәрәкәт
  • Ҡулалмашта ҡул талмаҫ, эшләгәндән ҡул ҡалмаҫ.
  • Ҡулайымламай ҡул яҙылмай.
  • Ҡулалды ат төптән тартыр, ҡул алды әйбер ҡулбуй(ы) ятыр.
  • Ҡул ҡайҙа ауыҙ шунда
  • Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай.
  • Ҡулы берҙе эшләй, теле икенсене һөйләй.
  • Ҡулы эшләй, теле йыуа.
  • Ҡул һелтәй, балта саба.
  • Ҡул эшләһә, ауыҙ тик тормаҫ.
  • Ҡулда ҡорал -ярты эш, эшләһәң-бөтөн эш.
  • Ҡуллана белмәһәң, ҡоралға үпкәләмә.
  • Ҡулы белгән бал ашар.
  • Ҡулы ҡыймылдағандың ауыҙы ҡыймылдар.
  • Ҡулың күтәрә алмаған суҡмарҙы билеңә таҡма.
  • Ҡулың оҫта булһын, һүҙең ҡыҫҡа булһын.
  • Ҡулың уйнаһа, ауыҙың уйнар.
  • Ҡулыңда эшең булһа, эс бошорға ваҡыт юҡ.
  • Ҡулыңдан килмәгән эшкә тотонма.
  • Ҡулыңдан килмәһә, телеңдән килһен.
  • Ҡулыңдан элек башың уйлаһын.
  • Ҡулыңдан эш китһә, ауыҙыңдан аш китә.
  • Ҡурай тартһаң - көй була, бүрәнә тартһаң — өй була.
  • Ҡурҡҡан эш хәйерле була.
  • Ҡуян алмаҫ, ҡулынан килмәҫ.

Ҡуян алмаҫ, артынан ҡалмаҫ.

  • Ҡуян тотоҡоң килһә, бурҙай ал.
  • Ҡыйын эшкә ҡыйыу ҡул.
  • Ҡыйынлығын күрмәй, ҡоймағын ашап булмай.
  • Ҡыйынлыҡты еңгән рәхәт күргән, еңәлмәгән гүргә кер¬гән.
  • Ҡыҙ аҡсаһы - тоҙ аҡсаһы..
  • Ҡыҙ байлығы - күркәм холоҡ, ир байлығы - тәүәккәл.
  • Ҡыҙ баланың бирнәһен етеһенән йыйһаң - етмәй торор, алтыһынан йыйһаң - артып ҡалыр.
  • Ҡыҙ егеткә ҡушыла - ебәк булып ишелә.
  • Ҡыҙ кемгә бармаҫ ине, егет кемде алмаҫ ине ҡалым малы булмаһа.
  • Ҡыҙ күңелендә — балалы бишек, ир күңелендә — эйәрле ат.
  • Ҡыҙ - ҡыйғыр тамаҡ,
  • Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр
  • Ҡыҙыл телем тыйманым,ҡыҙым өйөнә һыйманым
  • Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билгеле.
  • Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал
  • Ҡыҙыңа тиң кейәү килһә, ҡалым алма, тиген (бушлай) бир.
  • Ҡырҙа ҡалған- ҡар аҫтында.
  • Ҡырҙа тиреҫ мул булһа, амбарың буш булмаҫ.
  • Ҡырҙағы ашлыҡ байлыҡ түгел, амбарҙағы ашлыҡ байлыҡ.
  • Ҡырҡ ҡаҙ бер тыу бейәне алмаштыра
  • Ҡырҡ йыл ҡыйыш үҫкән ағас йыл эсендә тураймаҫ
  • Ҡырҡҡа тиклем донъяны ҡырырмын, ҡырҡтан һуң бары менән торормон
  • Ҡырҡта ат менмәгән иллелә айғыр менмәҫ
  • Ҡырҡта булһа ла ҡыҙ булһын.
  • Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡма
  • Ҡырын эш ҡырыҡ йылдан һуң да беленә.
  • Ҡыр — ҡырҡ күҙ, ил — илле күҙ.
  • Ҡысҡырырға әтәсең булмаһа, ҡуналҡала тауыҡ йырлай.
  • Ҡыҫыр ҡатындан бала таптырма .
  • Ҡыш ҡайғыһын яҙ ҡайғырт.
  • Ҡыш аҙығын йәй йыйна.
  • Ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла,йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла.
  • Ҡәйнәгә сәс менән иҙән йыуып та ярай алмаҫһың