Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Һ
Уҡыу көйләүҙәре
Һ
[үҙгәртергә]- Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың
- Һаҙ булһа ла яҙ булһын
- Һаҡалда булһа ҙурлыҡ
Кәзәгә "олатай" тиерҙәр ине
- Һандуғасмын тиһәң һайрай бел
- Һантый һыйпағанды белмәҫ.
- Һанаулы мал юғалмаҫ.
- Һандуғасһыҙ ерҙә әтәс тә йырсы (Г. Ситдиҡова)
- Һапһыҙ балта — ҡаҙан ҡырғысы.
- Һаран өс һалыр,өсөнсөһөн кире алыр.
- Һарттың көйгәнен ал, башҡорттоң менгәнен ал.
- Һаулыҡ күрке - эш, эш күрке - аҡыл, аҡыл күрке - йөҙ, йөҙ күрке - күңел.
- Һаулыҡ менән хеҙмәт никахынан шатлыҡ менән бәхет тыуған.
- һауып эсһәң—мең көнлөк, һуйып элһәң — бер көнлөк.
- Һигеҙ көн ғүмергә туғыҙ көн тырышлыҡ кәрәк.
- Һикһәндә һикерә алмаҫһың
- Һигеҙ көн ғүмергә туғыҙ көн тырышлыҡ кәрәк.
- Һигеҙ һарыҡ һуйғансы, һимеҙ һарыҡ һуй.
- Һигеҙ һыйыр аҫырағансы, һимеҙ һыйыр аҫыра.
- Һимеҙ аттың арҡаһы йомшаҡ.
- Һимеҙҙең аяғы һигеҙ
- Һин ялҡауға эш өйрәтһәң, ул һиңә аҡыл өйрәтер.
- Һин дә мулла, мин дә мулла — атҡа бесән кем һала?
- Һин дә түрә, мин дә түрә- беҙҙең эште кем күрә?
- Һинән хәрәкәт, минән бәрәкәт.
- Һорау - бер яман, бирмәү - ике яман.
- Һөйгән йәр - һөйәгең елеге
- Һөйләргә ашыҡма, эшләргә ашыҡ.
- Һөйләй-һөйләй сәсән булырһың, күрә күрә күсәм бу¬лырһың.
- Һөймәгәнгә һөйкәлмә.
- Һөйәк этте ҡол иткән
- Һөнәр эйәһе бай булмаһа ла мохтажлы булмай.
- Һөнәрһеҙ тырышты күрә алмаҫ, Эшләп, артыҡ түҙә алмаҫ
- Һөнәр алды — аҡыл.
- Һөнәр ашарға һорамай.
- Һөнәр ирҙең ҡанаты
- Һөнәр тамағына һорамай, ҡулға йәбешеп тормай.
- Һөнәр -һәнәрле ҡулында ғына һөнәр, һөнәрһеҙ ҡу¬лында түмәр.
- Һөнәр эйәһе бай булмаһа ла, мохтажлы булмай.
- Һөнәрҙең артығы юҡ.
- Һөнәре бар ғәрип тә үлмәй.
- Һөнәре бар күккә осор, һөнәре юҡ ерҙә лә йөрөй алмаҫ.
- Һөнәре бар ҡом өҫтөндә кәмә йөрөтөр.
- Һөнәре бар мал таба.
- Һөнәре бар үргә йөҙөр.
- Һөнәрле булыу гәүһәрле булыуҙан мең артыҡ.
- Һөнәрле ир үргә оса, һөнәрһеҙ ир күлгә оса.
- Һөнәрле кеше — ҡораллы кеше.
- Һөнәрле ҡул ас булмаҫ.
- Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар.
- Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ.
- Һөнәрлегә үлем юҡ.
- Һөнәрленең ҡулы алтын.
- Һөнәрленең ҡулы алтын, аҡыллының аҡылы алтын.
- Һөнәрһеҙ ир — аяҡлы сир.
- Һөнәрһеҙ ир — ҡанатһыҙ ҡош.
- Һөнәрһеҙгә донъя тар.
- Һөнәрһеҙҙе иш итмә.
- Һөнәрһеҙҙән йыраҡ ҡас.
- Һөт бирмәгән һыйырҙы иткә һуялар.
- Һуҡа тотоп ҡулың ҡабармаһа, мейес яғып әпәкәйең ҡа¬бармаҫ.
- Һунарсыға эҙ кәрәк, эҙ табырга күҙ кәрәк.
- Һунарсының көнлөгө бер тин.
- Һүҙ тейһә — ағаға, уҡ тейһә боғаға.
- Һыйлы көнөң — Һыйыр.
- Һыйыр ашауҙан туймаҫ.
- Һыйыр еленендә һөт әсемәҫ.
- Һыйырҙың йәше мөгөҙ һырынан билгеле.
- Һыйырҙың тубығына һыу тейһә, һөтө кәмей
- Һыйырҙың һөтө елендә,е лендән алда телендә.
- Һыйыр кемдеке булһа — быҙау уныҡы, бей кемдеке бул¬һа — ил уныҡы.
- Һыйырҙың һөтө — телендә, ирҙең бәхете — илендә.
- Һыйыры бар асҡа үлмәҫ.
- Һыйыры барҙың Һыйы бар.
- Һыуға таянма, ергә таян.
- Һуғыш сығарыр дөрөҫтән тыныслыҡ һаҡлар ялған яҡшы
- Һуҡыр булһа ла - ҡыҙ яҡшы, урау булһа ла - юл яҡшы
- Һуҡмаҫ һуйыл күтәргән.
- Һурпалыла бер кис, өйрәлелә ике кис
- Һүҙенә күрә яуабы, саҙаҡаһына күрә cауабы
- Һүҙенән ҡайтҡан - ир түгел
- Һүҙ күп ерҙә эш аҙ булыр.
- Һүҙ менән түгел, эш менән күрһәт.
- Һүҙ һөймәгән тирмән ҡорған.
- Һүҙең менән эшең бер булһын.
- Һыйырҙы яҡшы күрһәткән - артындағығы танаһы,
Әсәйҙе яҡшы күрһәткән - алдындағы балаһы
- Һыуыҡ менән көрәшкән ҡолаҡһыҙ ҡалған
- Һәр миҙгелдең үҙ йыры бар.
- Һыйыр һөтө менән, кеше эше менән.
- Һыйыр майы — һары май, һыйыр көткән арымай;
- Һыналмайҙар төҫ менән, һыналалар эш менән.
- Һыу бешеү менән май төшмәҫ.
- Һыуға инмәй йөҙөргә өйрәнеп булмай.
- Һыуға таянма, ергә таян.
- Һыу башынан болғаныр.
- Һыу — һыйған ярында, ир — тыуған яғында.
- Һыуы менән ер ҡәҙерле, иле менән ир ҡәҙерле.
- Һыуына күрә балығы, ауылына күрә халығы.
- Һыуһыҙ ергә өй ҡорма, утһыҙ ергә ил ҡорма.
- Һыуыҡ менән көрәшкән ҡолаҡһыҙ ҡалған,
Бармағына ышанған ҡалаҡһыҙ ҡалған.
- Һәләтлене һәнәк тотоуынан күреп була.
- Һәләтһеҙ һәнәк һындырыр, көсһөҙ көрәк һындырыр.
- Һәр бер эш п(ы)лан менән, ат һуҡалай ыҙан менән.
- Һәр бер эштең ваҡыты бар.
- Һәр бер эштең яйы бар, бутҡаның да майы бар.
- Һәр ҡулымда йөҙ бармаҡ, йөҙөһө лә —беҙ бармаҡ
- Һәр ерҙең үҙ емеше.
- Һәр кем үҙ өйөндә батша.
- Һәр кемгә үҙ иле ғәзиз.
- Һәр сәскәнең үҙ еҫе, һәр халыҡтың үҙ төҫө.