Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Т

Викидәреслек проектынан

Т[үҙгәртергә]

  • Табан аҫтындағын күрмә, танау аҫтындағын күр
  • Табылмаған мал таш аҫтында.
  • Таҙа орлоҡ таҙа иген үҫтерер,насар орлоҡ ҡырға сүп-сар тултырыр.
  • Тай тулап, өйөрөнән сыҡмаҫ.
  • Тай атҡа еткерер, ат моратҡа еткерер.
  • Тай байталға еткерер,байтал атҡа еткерер,ат моратҡа еткерер.
  • Талҡый-талҡый киндерҙән ебәк булған
  • Тамырын белмәгән — тере йәтим
  • Тамғалы мал юғалмай.
  • Тамыр тартҡан тарыҡмаҫ.
  • Таналының тамағы туҡ.
  • Таныған ерҙә буйға хөрмәт, танымаған ерҙә тунға хөрмәт.
  • Тапма ла, өләшмә лә.
  • Тау менмәгән тауҙы белмәҫ
  • Талпынған тауға менер.
  • Тал ы м л ы ға аш килешмәҫ, ялҡауға эш килешмәҫ.
  • Тау билһеҙ булмаҫ, әҙәм илһеҙ булмаҫ.
  • Тау бүреле булһа, ил ороло була
  • Тау ҡаяһыҙ булмай, бөркөт ояһыҙ булмай.
  • Тау ташһыҙ булмаҫ, ил башһыҙ булмаҫ.
  • Тауға тау ҡушылмаҫ, илгә ил ҡушылыр.
  • Тауына күрә төлкөһө.
  • Тауҙай талабың менән бергә күбәләй эшең күренһен
  • Тауҙың күрке таш менән, табаҡ күрке аш менән;
  • Табаҡ күрке аш менән, ирҙең күрке эш менән
  • Тауыҡ менән ят, әтәс менән тор
  • Тауға ҡарап тау булып булмай
  • Тауыҡ тауға менгәс, әтәс булып ҡысҡырған.
  • Татлынан-татлы — яҡшы һүҙ, затлынан-затлы — яҡты йөҙ
  • Татыр, татырҙа мал ятыр.
  • Тауышлы йорттан фәрештә ҡасҡан
  • Таш менән атҡанға аш менән ат
  • Ташлама илеңде: ҡан баҫыр юлыңды.
  • Ташта тамыр юҡ, түрәлә бауыр юҡ.
  • Таяҡ тайға еткерер,
  • Таянма билеңә, таян илеңә.
  • Тегеүсенең төймәһе булмаҫ.
  • Тегеүсе боҙа, үтек төҙәтә.
  • Тегеүсенең туны юҡ.
  • Тейҙерә алмағандың уғы кәкере.
  • Теле ямандың көнө яман.
  • Теле оҫта, ҡулы ҡыҫҡа
  • Тел менән тирмән тарттырып, онло булып булмай.
  • Тел менән һөйләгәнсе, ҡул менән эшләп күрһәт
  • Тел һөйләй, ҡул эшләй.
  • Телеңдән килгән ҡулыңдан килһен.
  • Телең һөйләһен, ҡулың эшләһен.
  • Телеңде бәйләп ҡуй ҙа, ҡулыңды эшкә ҡуш.
  • Телеңә таянма, көсөңә таян, көсөңә таянма, эшеңә таян.
  • Теләк булһа, беләк ҡарышмай.
  • Теленең өҫтө — һөт, аҫты — ҡорт.
  • Телеңә урын тапмаһаң, тешеңә ҡыҫтыр
  • Телеңде теш артында тот, ҡолағыңды киҫмәһен.
  • Теләге булған яйын эҙләр, теләге булмаған сәбәбен табыр.
  • Теләгән түш ите ашаған.
  • Тернәкле әҙәм түрәне ҡол итер.
  • Тернәксел кеше ат тиҙәген дә алтын итер.
  • Теш телде тешләр, эшле бергә эшләр.
  • Тешең барҙа ашап ҡал, көсөң барҙа эшләп ҡал.
  • Тешләүенә ҡарама, эшләүенә ҡара.
  • Тибешеп ятһа ла тиңең булһын.
  • Тиле ҡыҙ туй иткән, үҙе түргә менеп ултырған
  • Тилене килегә һалып төйһәң дә тиле
  • Тиленең уйында ни, телендә шул.
  • Тик йөрөгәндән тәңре биҙер.
  • Тик торған тиктән үлгән.
  • Тик торған отторған, тик тормаған — туҡ торған.
  • Тик тормаҫ йә теленән табыр, йә ҡулынан табыр.
  • Тик тормаҫта бөлә бар.
  • Тик ултырған тиле булған.
  • Тик ятҡан ятып ҡалыр, тик ятмаған атып ҡалыр.
  • Тик ятҡандың ҡабырғаһына көс
  • Тик торған да юҡ, эш ҡырған да юҡ.
  • Тик торгансы, тун сабыуыңды ыуа тор
  • Тик ятырға үлгәс тә өлгөрөрһөң.
  • Тимерҙе ҡыҙыуында Һуҡ.
  • Тимерсе бысаҡҡа йәлсемәҫ.
  • Тимерселә бысаҡ — бер ҡосаҡ.
  • Тимерсенең балтаһы булмай.
  • Тинтәк башым һау ҡалһа, тик ятҡаным ҡулайлы.
  • Тинтәк илде еңмәҫ.
  • Тинтәк түрә булмаҫ.
  • Тиң — тиңе менән, йүнле эш — йүне менән.
  • Тир таммайса, ер бирмәй.
  • Тир түкмәйенсә труддень булмаҫ,

Бил бөкмәйенсә бураң тулмаҫ.

  • Тиреҫ сығарһаң ереңә, ташып бөтөрә алмаҫһың өйөңә.
  • Тиреҫте ҡалын түшәһәң, амбарың буш булмаҫ.
  • Тирәктең сайҡалыуы елдән, түрәләрҙең көн күреүе — илдән.
  • Тирәгең булһа, терәгең булыр.
  • Тирең кипмәһә, байлығың китмәҫ.
  • Тирләп эшләһәң, тәмләп ашарһың.
  • Тишек йортҡа тамсы тамыр, иренгән атҡа ҡамсы яуыр,
  • Тоҙҙай әсе булма, Балдай татлы булма
  • Тота белгән — арба менән ҡуян тотҡан.
  • Төлкө ҡыуҙым — тотторманы, ҡуян ҡыуҙым — еткермәне
  • Төлкө ҡойроғо менән, түрә бойороғо менән.
  • Төнгө эштән көндөҙгө эш көлгән.
  • Төндө көнгә ауҙарма.
  • Төҫ менән түгел, эш менән.
  • Төҫө барҙан төңөлмә.
  • Төҫөң һары булһа ла йөҙөң нурлы булһын
  • Төҫ бирмәгән малды аҫырама.
  • Төшкән ереңә таш булып бат.
  • Туғандарҙың татыулығы бар байлыҡтан артыҡ
  • Туйға барһаң туйып бар, Асыуыңды ҡуйып бар
  • Туйғанға тауыҡ ите лә тупраҡ тәме итер
  • Туйғансы аша, тирләгәнсе эшлә.
  • Туйҙың булғанынан була тигәне ҡыҙыҡ
  • Туй үткәс, дөмбөрөнә
  • Туймаҫ элек туя бел, ҡалағыңды ҡуя бел
  • Туйған ерҙән тыуған ер яҡшы.
  • Туйынған да — ер, һыйынған да — ер.
  • Тун яғаһыҙ булмаҫ, ил ағаһыҙ булмаҫ.
  • Туҡһан билең бөкөрәйтер, ике күҙең секерәйтер
  • Туҡлыҡ йыл яҙынан билгеле.
  • Туры ат еккән тура киткән.
  • Турпыша төбөн еҫкәмәк, ат туймай
  • Тупраҡ игеп, тары урмаҫһың.
  • Тура бармаҡҡа май эләкмәй
  • Тура барһаң - уңырһың, кәкре барһаң - туңырһың.
  • Тура әйткән хатта туғанына ла ярамаған!
  • Туя ашама — ҡуя аша.
  • Түҙемһеҙ — уңмаҫ, түҙемле — уңыр
  • Түккән көсөң буш булмаҫ, эшләгән күңел хуш булмаҫ.
  • Түрә түрәнең бойороғон боҙмаҫ.
  • Түр кемдеке булһа, мендәр шуныҡы,

Ер кемдеке булһа, түрә шуныҡы. Түрә аяғы тайғаҡ, түбә башы һайғак.

  • Түрә барҙа түргә уҙма.
  • Түрә-бейҙә туған юҡ, туған бейҙә имам юҡ.
  • Түрә бойороғона, толко ҡойроғона, ярлы беләгенә, егет йөрәгенә ышаныр.
  • Түрә булһаң, түҙем бул, телгә татлы йөҙөм бул.
  • Түрә күп булһа, дау күп булыр
  • Түрә ҡуштанды һөймәҫ — унһыҙ көн күрмәҫ.
  • Түрә ни әйтһә, шул дөрөҫ.
  • Түрә саҡта түрҙә, түрәлектән төшһә, күрмә.
  • Түрә түрен бирмәҫ.
  • Түрә түрәне яҡлар.
  • Түрә «тәнҡит», «тәнҡит» тиһә лә, үҙен тәнҡит иткәнде яратмаҫ.
  • Түрә һимерһә, ҡырғын килә.
  • Түрәгә бармаҡ һелкмә.
  • Түрәгә тел тейҙермә, телһеҙ ҡалырһың.
  • Түрәгә ышанма, һыуға таянма.
  • Түрәнең атын, һунарсының этен ҡаҡма.
  • Түрәнең түрен күрмәҫһең, йыландың аяғын күрмәҫһең.
  • Түрәнең урыны түрҙә, байҙар менән бергә.
  • Түрәнең һүҙе һүҙ, ни әйтһә шул төҙ
  • Тымыҡ өйҙә тын тарығыр,
  • Тыныслыҡтың төбө — уңышлыҡ
  • Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.
  • Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
  • Тыйнаҡлының ҡулы эшләр, маҡтансыҡтың теле эшләр.
  • Тырнамаған тауыҡтың тамағы туймай.
  • Тырыш таш тишер.
  • Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.
  • Тырыш эшкә һырышыр, ялҡау атҡа һырышыр.
  • Тырышҡан кеше ас ҡалмаҫ.
  • Тырышҡан — моратына ирешкән.
  • Тырышҡай моратына етер, ялҡауҙың абруйы китер.
  • Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
  • Тырышҡан табыр, эшләгән ҡабыр.
  • Тырышҡан эшләр, тырышмаған нишләр?
  • Тырышҡан ярпайған, иренгән янтайган.
  • Тырышҡанға дәүләт бар.
  • Тырышҡандың даны сыға, иренгәндең йәне сыға.
  • Тырышлыҡ — ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ — хурлыҡ.
  • Тырыштан тир кипмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ.
  • Тырышыу бушҡа китмәҫ
  • Тыуған ерҙең туҙаны ла ҡәҙерле
  • Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле.
  • Тыуған ерҙәй ер булмаҫ, тыуған илдәй ил булмаҫ.
  • Тыуған ерем — тыуған тупрағым.
  • Тыуған илдең ҡәҙерен ситтә йөрөһәң белерһең.
  • Тыуған илдең эте лә яҡын.
  • Тыуған ер — яҡын, тыуған ил — алтын.
  • Тыуған илдән туйған юҡ.
  • Тыуған тупраҡ һыуытмай.
  • Тәгәрмәс өйләнгәндә, күсәренә көс төшөр.
  • Тәмле тел — ағыу, әсе тел — дарыу.
  • Тән зиннәте — кейем, аҡыл зиннәте — ғилем.
  • Тәүфиҡҡа бәхет эйәрә.
  • Тәңре эше фарман менән, бәндәнеке — дарман менән.
  • Тәүәккәл булмаған ғүмер буйы уңмаған.
  • Тәүәккәлләгән таш йотҡан.
  • Тәүәккәл таш ярыр, булдыҡһыҙ баш арыр.
  • Тәүәккәллә лә — билеңде бәйлә