Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/В
Уҡыу көйләүҙәре
В
[үҙгәртергә]- Ваҡ гәрәбәнән тупраҡ яҡшы
- Ваҡ ямғыр - тунға зыян,
Төртмәле һүҙ - дуҫҡа зыян
- Ваҡыт етмәй әжәл килмәй
- Васыят үлем килтермәй
- Вәғәҙә - алтын.
- Вәғәҙә ҡылһаң вафа ҡыл
- Вәғәҙә - иман
- Вәғәҙәһен боҙған - башһыҙ ҡалған
- Вәли - үҙенсә, Ғәли - үҙенсә
- Вайымһыҙҙың эше алымһыҙ.
- Вайымһыҙ йөрөһәң йәй көнө, алымһыҙ булырһың көҙ көнө.
- Ваҡ эште лә эре итеп башҡар
- Ваҡытлы эш ваҡытында яҡшы
- Ваҡытһыҙ эшләгән ЭШ ЭШЛӘНМӘГӘНГӘ ИҪӘП.