Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/С

Викидәреслек проектынан

С[үҙгәртергә]

  • Сабый барған юлда ҡалыр.
  • Сабыр эшен бөтөрөр, ҡауҙыр үҙен бөтөрөр.
  • Сабырлы булһаң, уңырһың.
  • Сабырлыҡтың төбө һары алтын.
  • Сабырлынан дошман шашалыр, сабырһыҙҙан бәрәкәт ҡасалыр
  • Сапҡан аттың башына һуҡма.
  • Сапҡан уҙыр, ятҡан ҡалыр.
  • Себеште көҙ һанайҙар.
  • Сентябрҙә һин дә бер, мин дә бер — мартта арыта
  • Сирле булып атҡа ултырып йөрөгәнсе, таҙа булып йәйәү йөрөгәнең артыҡ
  • Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул
  • Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ.
  • Сит ерҙә мал да ерҫәй.
  • Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
  • Сит илдең ҡарсығаһын үҙ иленең ҡарғаһы талар.
  • Сит өйҙөң түшәгендә йоҡлағансы, үҙ өйөңдөң иҙәнендә йоҡла.
  • Ситкә китеп эшлә, өйөңә ҡайтып аша.
  • Ситкә китһәң дә, ситәнгә элеп кит.
  • Ситте маҡта, илеңдә тор.
  • Ситтең ситәне ҡороһон.
  • Ситтә йөрөгән тарығыр, тыуған илен һағыныр.
  • Ситтән килгән эттең ҡойроғо бот араһында булыр.
  • Сифаты юҡ та, һаны бар, норма тигән даны бар.
  • Сулаҡ суҡмар күтәрер.
  • Сумар - үлмәҫкә бер тумар
  • Суфый һуған ашамаҫ, ҡабығын да ташламаҫ
  • Сүлдә йөрөгән ҡуңыр ҡаҙ күл ҡәҙерен белмәҫ,

Күлдә йөрөгән ҡара өйрәк сүл ҡәҙерен белмәҫ, Тауҙа йәйләп, ташта үҫкән ил ҡәҙерен белмәҫ.

  • Сүлмәксе ярыҡ сүлмәктән һыу эсә.
  • Сүп баҫҡан ер боҙолор, йоҡо баҫҡан ир боҙолор.
  • Сүтәшкәне бей итһәң, илеңде дауға ҡалдырыр.
  • Сыҡмай сыҡтым ҡунаҡҡа,

Осраным ҡараҡҡа

  • Сәйнәп биргәнде йота бел.
  • Сәйнәп ҡаптырғанды көтмә.
  • Сәмле эш йәмле.
  • Сәскәне ваҡытында өҙөү фарыз
  • Сәскән йыяр, сәсмәгән илар.
  • Сәсмәгән урмаҫ.
  • Сәсмәнең иһә яҙ көнө, ни йыйырһың көҙ көнө?
  • Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа ҡулың тый.
  • Сәсәндең теле уртаҡ, сибәрҙең йөҙө уртаҡ, оҫтаның ҡулы уртаҡ