Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/З
Уҡыу көйләүҙәре
З
[үҙгәртергә]- Закон - көслөнөкө
- Закондың ҡулы оҙон
- Законы юҡ йорт булмаҫ
- Залим золом итер, золомо башына етер
- Залим түрә күп һөйләр,ғәҙел түрә әҙ һөйләр
- Залимдың үҙенән залим эте булыр
- Заман башҡа, заң башҡа
- Заман һиңә эйәрмәһә, һин заманға эйәр
- Заман яҙмышы кеше ҡулында
- Заманына күрә бағанаһы
- Заманына күрә ғәмәле,
Һабанына күрә әмәле
- Заманына күрә законы
- Заманына күрә кешеһе
- Заманына күрә манараһы
- Заманына күрә өйө,
Өйөнә күре көйө
- Заманына күрә көлкөһө,
Тауына күрә төлкөһө
- Заманына ҡарап бүрек кейәләр
- Заманың ниндәй - яҙмышың да шундай
- Заманың нисек булһа - бүркеңде шулай кей.
- Зат затына тарта
- Заттың алаһы ла, ҡолаһы ла була
- Заты башҡа менән болан аулама
- Зәһәр зәһәрҙе киҫә