Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/К

Викидәреслек проектынан

К[үҙгәртергә]

  • Каруан күсер — ут ҡалыр, халыҡ күсер —- йорт ҡалыр.
  • Кейеҙ ҡалыны беләккә төшә.
  • Кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар.
  • Кем ерендә йәшәһәң, шуның һыуын эсерһең,
  • Кем менән даның сыҡһа, шуның менән йәнең сыҡһын.
  • Кем эшләмәй - шул ашамай
  • Кеше алдында кеше өгөтләгәнсе, битен дегетлә.
  • Кеше һүҙе кеше үлтерә.
  • Кеше ғәйебен күрһәң, үҙеңдекен уйла.
  • Кеше күҙендәге сүпте күргәнсе, үҙ күҙеңдәге сүпте алып ҡуй.
  • Кеше көшөлөн осора, үҙенекен ел алмай.
  • Көн уҙһын, сабата туҙһын.
  • Кеше хәлен кеше белмәй - үҙ башына төшмәһә
  • Кеше юҡ тип һүгенмә - ауыҙың яман өйрәнер, кеше юҡ тип һауа боҙма, артың яман өйрәнер
  • Кешегә барып ҡаҙы ашағансы, өйөңә ҡайтып һыу эс
  • Кешегә кешенең малы, үҙенең аҡылы күп күренер.
  • Кешене белгең килһә — ҡылығына, баланы белгең килһә, уйынына ҡара.
  • Кешенең үлемен теләгәнсә, үҙеңдең йөрөмөңдө телә
  • Кеше икмәгенә ауыҙыңды асма, үҙең тап.
  • Кеше нәҫеле менән оло булмаҫ, һөнәре менән оло булыр.
  • Кеше эше менән маҡтанма.
  • Кеше эше — ярты эш, үҙ эшең — бөтөн эш.
  • Кеше эштә һыналыр.
  • Кешене кейеменә ҡарап баһалама, эшенә ҡарап баһала.
  • Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара.
  • Кешенең ниндәйлеге төҫтә түгел, эштә.
  • Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.
  • Кеше ерҙе күтәрә, ер кешене күтәрә.
  • Кешәнле атың — бар атың, кешәнһеҙ атың — юҡ атың.
  • Килен килбәтле булһын, теле ширбәтле булһын.
  • Киндер сәсһәң, күлдәк кейерһең.
  • Киске эш таңға көлкө.
  • Киҫемле мал үҫемле
  • Киң кейем туҙмаҫ, кәңәшле ил аҙмаҫ.
  • Киткәндән китек сүлмәк ҡалыр
  • Колхоз башлығын ашлығына ҡарап һынайҙар.
  • Колхозың алда булһа, ауыҙың балда булыр.
  • Көйһөҙ кейәү кейәүләп ятҡансы, көйлө кейәү кәләшен алып ҡайтҡан.
  • Көҙ бай булма, яҙ бай бул.
  • Көҙ көнөндә бары бай: тарттырған да ашаған,

Яҙ көнөндә нишләгән? — Хәйерсене теләнсе ҡыҫтаған,

  • Көҙгө ашлыҡты көлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс.
  • Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.
  • Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор.
  • Көн ҡайғыһы таңдан, йыл ҡайғыһы яҙҙан.
  • Көн үтһен дә төн үтһен, ҡалғанына ҡар яуһын
  • Көнөн күрһен, көлөндә аунаһын, барған ерҙән ҡайтмаһын.
  • Көнсө көнө - көйөнөс.
  • Көнсөл кеше көн күрмәҫ
  • Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ.
  • Көс һабантуйҙа беленер,эш өмәлә беленер
  • Көслө кеше берҙе еңер, белемле кеше меңде еңер.
  • Көслө умарта геүләүенән билгеле.
  • Көсө етмәгән ауыр күтәрер
  • Көсөң барҙа эшлә, көсөң барҙа тешлә.
  • Көсөң барҙа эшеңде ҡара, көсөң киткәс, эшең һине ҡарар.
  • Көсөң етмәгәнгә көсәнмә.
  • Көсөң менән маҡтанма, эшең менән маҡтан
  • Көсөңә күрә көсән.
  • Көсһөҙ көрәк һындырыр.
  • Көткәнгә көн үтмәй, эшләгәнгә көн етмәй.

Күҙ[үҙгәртергә]

  • Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр.
  • Күҙең ауыртһа ҡулыңды тый,эсең ауыртһа тамағыңды тый
  • Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.
  • Күк арҡаһы — Тимер ҡаҙыҡ.
  • Күкрәк киреп эшләһәң, килер ерең киң булыр.
  • Күктән эҙләгәнде ерҙән биргән.
  • Күктә сулпан булыуҙан, һыуҙа суртан булыу артыҡ.
  • Күл балығы менән данлы, ил халығы менән данлы.
  • Күләгәһе юҡ тауҙан биҙ
  • Күмәк ҡулға эш түҙмәй.
  • Күмәк эш — ирмәк эш.
  • Күмәкләгән - яу ҡайтарған
  • Күнеккән ҡулда һәнәр бар.
  • Күнсе күнде күндерер.
  • Күңел биреп эшләгән эш өлгө булыр
  • Күңел бирмәй эшләгән эш көлкө булыр.
  • Күңел етһә, ҡеүәт етә.
  • Күңелең ҡурҡһа, ҡулыңа таян.
  • Күңелсәк күңеле менән көн күрә, иренсәк нимәһе менән көн күрә?
  • Күңеле боҙоҡ – йортто туҙҙыра, халыҡты тарҡата...
  • Күрмәгәнен күргән - күн итеген кейгән
  • Күп йәшәгән күрмәгәнде күп йөрөгән күрер
  • Күп һүҙ — юҡ һүҙ.
  • Күп торғандан һорама, күп йөрөгәндән һора
  • Күп һайланған һайландыҡҡа ҡалыр.
  • Күп һөйләгән күп яңылышыр.
  • Күпме бейек булһа ла, сигенмәһәң - тауға менерһең,

Күпме ауыр булһа ла, сигенмәһәң - эште еңерһең.

  • Күп йоҡлаған атын алдырыр.
  • Күп өргән эт тешләмәҫ, күп ҡысҡырған эшләмәҫ.
  • Күп һөйләгән — аҙ эшләгән.
  • Күпкә китһә, сүпкә китә
  • Күптең эше күңелле
  • Күрексенең туны юҡ
  • Күренгәндең алыҫы юҡ, күтәргәндең ауыры юҡ
  • Күрше тауығы ҡаҙ кеүек, ҡатыны ҡыҙ кеүек.
  • Кәзә көн буйы баҡырһа ла - ишетмәйҙәр, һарыҡ бер баҡырһа - бар донъя ишетә
  • Кәзә һауып ҡына һөткә байып булмай.
  • Кәзә — мал түгел.
  • Кәзә — ярлының һыйыры.
  • Кәзә майы — туң май,

Кәзә көткән уңмай.

  • Кәзәне маҡта, һыйырҙы һау.
  • Кәзә һауғандан һыйыр һауған һөт һорап килгән.
  • Көлә килгән түрәнән ҡас.
  • Көн үтһен дә төн үтһен, ҡалғанына ҡар яуһын
  • Көрәк бәләкәй булһа ла тирәкте йыға
  • Көс кемдеке әмер шуныҡы.
  • Көслө ырыу хан ҡуйыр, үсле ырыу ҡан ҡойор.
  • Көтөү аҙашмай, көтөүсе аҙаштыра.
  • Көтөү боролғанда, аҡһаҡ һарыҡ алға сыға.
  • Көтөү ташлаған малды бүре алыр, ил ташлаған ирҙе гүр алыр.
  • Көтөүсе күп булһа, һарыҡты бүре алыр.
  • Көтөүсе ниндәй — көтөүе шундай.
  • Көтөүсеһе юҡ мал уңмаҫ, башлығы юҡ ил уңмаҫ.
  • Көтөүсеһеҙ көтөү йөрөмәй.
  • Көтөүсеһеҙ ҡуй — бүре аҙығы