Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Ы
Уҡыу көйләүҙәре
Ы
[үҙгәртергә]- Ыҡтың (йылға) башы - ел башы
Ырыҫ арыҫландың ауыҙында, төркмәндең түрендә
- Ыласындың ҡоласы киң
- Ынйы бөртөгө ҙур булмай
- Ырҙыныңда булмаһа, келәтеңдә лә булмаҫ.
- Ырыҫ тырыш ҡулында
- Ырыҫҡалын (бәхетен) эт ашаған
- Ырыҫлы арыш сәсһә бойҙай үҫер, ырыҫһыҙ бойҙай сәсһә лә арыш үҫер.
- Ырыҫы барҙың ырыҫы алда
- Ырыҫы булған кешегә хәйерһеҙ йәйҙән ҡыш артыҡ
- Ырыуына күрә йолаһы.
- Ырыулы ил — оялы ҡаҙ.
- Ырыулының уғы юғалмаҫ.
- Ырыуына күрә йолаһы, биреүенә күрә доғаһы.
- Ылдым-йылдым иткән ике туйыр,
Иң-һынын тартҡан тик торор
- Ысҡынған балыҡ суртан була
- Ысыҡһыҙ үлән үҫмәҫ
- Ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға
- Ышанған ояла ҡош юҡ,
Ышанған тауҙа кейек юҡ