Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Г
Уҡыу көйләүҙәре
Г
[үҙгәртергә]- Герәздән (бысраҡтан) кенәз булған
- Гонаһ ҡылһаң, тәүбә итә бел.
- Гөл ҡәҙерен былбыл белер
- Гөл тикәнһеҙ (сәнскеһеҙ) булмаҫ
- Гөлөнә ҡарама, төбөнә ҡара
- Гөлөң сәскә атмаһа, ҡояшҡа үпкәләмә, үҙеңә үпкәлә
- Гүргә кергән кире ҡайтмаҫ
- Гүрҙә ятҡанса түрҙә ят
- Гәүһәр ерҙә ятмаҫ
- Гәүһәр төндә лә күренә
- Гәүһәрҙе мыҫҡаллап үлсәйҙәр