Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Й

Викидәреслек проектынан

Й[үҙгәртергә]

  • Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр.
  • Йоҡлаған йыланды уятма
  • Йоҡлаған - ҡалыр, уяу - донъяны алыр.
  • Йоҡо бесәйгә генә моң.
  • Йоҡоһо оҙондоң бәхете ҡыҫҡа.
  • Йоҡлаған йоҡо тапҡан, йоҡламаған йылҡы тапҡан.
  • Йоҡлаған көлкө алыр, йоҡламаған төлкө алыр.
  • Йоҡлаған ҡалыр, уяу донъяны алыр.
  • Йоҡлағанға йоҡмаған.
  • Йоҡлағанға өлөш юҡ.
  • Йоҡлағандың өҫтөнә ҡар яуыр.
  • Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.
  • Йоҡо ялҡауҙы ярата.
  • Йоҡосан егеттә дәрт булмаҫ.
  • Йоҡосоға аш юҡ.
  • Йортҡа кергәнсе утҡа кер.
  • Йорттан айырылған илде яу баҫыр.
  • Йортһоҙ — йылан, ерһеҙ — шайтан.
  • Йондоҙ һанап, аттан ҡалған.
  • Йөҙө аҡ тип алданма, эсе ҡара булмаһын.
  • Йөгөң күп булһа, келәтең тулы булыр.
  • Йөҙ күтәреп кешенән теләнгәнсе, башыңды эй ҙә ерҙән һора.
  • Йөҙлөк атың булһа, меңлек сыбыртҡың булһын.
  • Йөрәк серең йөрәктә ҡалһын
  • Йөрәк тынмай беләк тынмай.
  • Йөрәгендә барҙың беләгендә бар.
  • Йүгерек атҡа ял теймәй.
  • Йүгерек атҡа менгән тәңреһен онотор.
  • Йүгәнһеҙ тороп була, һөнәрһеҙ тороп булмай.
  • Йүнһеҙ итеген майлар, итеге итәген майлар.
  • Йүнһеҙ итексе беҙҙе ғәйепләр.
  • Йүнһеҙ килеп, эшлегә эш өйрәтер.
  • Йүнһеҙ менән ағас киҫмә — өҫтөңә ауҙарыр.
  • Йүнһеҙ менән көнөң уртаҡ булмаһын.
  • Йүнһеҙ әҙәм булғансы, юҡҡа сыҡҡан булһаңсы!
  • Йүнһеҙҙе эшкә ҡуш, артынан үҙең эшлә.
  • Йүнһеҙгә йүнле өндәшеп йүнле һүҙ көтмә
  • Йүнһеҙҙең үҙе ни ҙә һүҙе ни!
  • Йүнһеҙ һунарсы арба менән ҡуян тотҡан.
  • Йыйнаҡ бул, йыйнаҡлы булһаң, тыйнаҡлы булырһың
  • Йыбанмаған оҫта булған, оялмаған күрәҙә булған.
  • Йығылһаң, ергә таян.
  • Йылан йыландың ҡойроғон уҙмаҫ,Түрә түрәнең бойороғон боҙмаҫ.
  • Йылҡы — малдың батшаһы.
  • Йылҡы — данлыҡ, ҡуй — байлыҡ.
  • Йылҡы ҡолондан үҫер.
  • Йылҡыла үт юҡ, ҡоро үләндә һөт юҡ, түрәлә ҡот юҡ.
  • Йылы һүҙ йән иретер.
  • Йылы һүҙ - йән аҙығы, яман һүҙ - баш ҡаҙығы
  • Йыуаш ат йүнләүгә яҡшы.
  • Йә эшең үлһен, йә үҙең үл.
  • Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарга танмаҫһың.
  • Йәй ҡышты туйҙыра.
  • Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың.
  • Йәйге көн бер йылды туйҙыра.
  • Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла, ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла.
  • Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер айынан ҡиммәт.
  • Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына тора.
  • Йәйе барҙың ҡышы бар.
  • Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.
  • Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар
  • Йән биргәнгә йүн биргән.
  • Йән ҡыйналмай эш бөтмәҫ, тырышмаған моратына ет¬мәҫ.
  • Йәне барҙың йүне бар
  • Йәне теләгән - йылан ите ашаған
  • Йәнең тынһа, ҡулың тынмай, ҡулың тынһа, йәнең тын¬май.
  • Йәнен аямаған яу алыр, малын аямаған дау алыр.
  • Йән рәхәте тән менән, тән рәхәте мал менән.
  • Йән тынысы — ямғыр
  • Йәш үләндә арыҡ мал да уйнаҡлай
  • Йәштәр килһә эш башлай, ҡарттар килһә һүҙ башлай.
  • Йәш ҡайынға терәлеп ҡарт ҡайын йөҙ йыл йәшәгән
  • Йәш сағыңдың ҡәҙерен бел
  • Йәшем етте ҡырыҡҡа, эшем китте шырыҡҡа