Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Х
Уҡыу көйләүҙәре
Х
[үҙгәртергә]- Халыҡ аҡылы — ҡойон, ҡаршы тороуы ҡыйын.
- Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар.
- Халыҡ бар ерҙә батыр бар.
- Халыҡ дуҫлығы — күңел хушлығы.
- Халыҡ — илендә, балыҡ — күлендә.
- Халыҡ йорто — Тыуған ил.
- Халыҡ көсө таш яра.
- Халыҡ ҡан түгер, хан'дан күрер.
- Халыҡ менән хаҡлыҡҡа ҡарышма!
- Халҡың өсөн йәшә, халҡың өсөн үл.
- Халыҡ теләһә хан дөйәһен һуйҙырыр.
- Халыҡ һөйгәнде хаҡ һөйгән.
- Халыҡ һүҙен ташлама, кеше хаҡын ашама.
- Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә.
- Халыҡ әйтһә, хата әйтмәҫ.
- Халыҡҡа таянған таймаҫ.
- Халыҡҡа хыянат — Ватанға хыянат.
- «Халҡым» тигән ир — алтын.
- Халыҡты хан да еңмәҫ.
- Хандың алдынан, аттың артынан үтма.
- Хандың эше халыҡҡа төшөр.
- Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар.
- Хан ҡаршында ғәйебең булһа, ҡара ерҙән ҡайыҡ (кәмә) тарттырыр
- Хан ҡыҙының битендә лә бармаҡ битендәй миң булыр
- Хан урлай, халыҡ юллай
- Хан ятҡан - ҡан ятҡан
- Ханға ышанма - Иҙелгә таянма
- Ханға яраған таҙға ярамаҫ
- Хан ярлығы (бында - бойороғо)ике булмаҫ
- Хан ярлығы ҡарыуһыҙ
- Хандан-ҡаҙыҡ, бейҙән - туҡмаҡ
- Хан булһа — яу күп, бей булһа — дау күп.
- Хандың әтәсенә лә «әссәләмәғәләйкүм!»
- Хан күп булһа — ҡан күп,
Бей күп булһа — яу күп, Түрә күп булһа — дау күп.
- Ханды Хоҙай ораһы булһа, үҙ халҡына хасланыр,
Байҙы Хоҙай ораһы булһа, байлығына маһайыр
- Хеҙмәт менән күтәрелһәң, һаулығың ишәйер.
- Хеҙмәте ҡаты - емеше татлы.
- Хеҙмәт төбө — хазина.
- Хеҙмәт төбө — хөрмәт.
- Хеҙмәт эйәһе — хөрмәт эйәһе.
- Хеҙмәте ҡаты — емеше татлы.
- Хеҙмәте юҡтың хөрмәте юҡ.
- Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.
- Хеҙмәтең ҡаты булһа, тотҡаның татлы булыр.
- Хеҙмәттең тире әсе, емеше татлы.
- Хеҙмәтһеҙ тапҡан мал иҫәпһеҙ китә.
- Хужаһыҙ йортта бәрәкәт юҡ.
- Хужа юҡта ат хужа.
- Хәҙер аҡсаға һөйөүҙе түгел, дейеүҙе лә һатып алалар.
- Хәйерһеҙ ҡатын ир бөлдөрөр, хәйерһеҙ түрә ил бөлдөрөр.
- Хәрәмдән килгән - әрәмгә китә...
- Хөрмәт һөйһәң, хеҙмәт һөй.
- Хәйерһеҙ булған малдан хәйерле ҡаза яҡшы.
- Хәлеңдән килмәгәнгә көсәнмә.
- Хәрәкәттә — бәрәкәт.