Башҡорт теле/Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр/Н
Уҡыу көйләүҙәре
Н
[үҙгәртергә]- Наҙлы наҙланғансы наҙһыҙ ашап туйған
- Наҙан кеше һуҡырҙан яман, ялҡау кеше барынан да яман.
- Намыҫ аҡсанан ҡиммәт
- Намыҫ белгән - көн күргән
- Намыҫ йәштән - оят баштан
- Намыҫлы булһаң, намыҫһыҙ менән булталма
- Намыҫлы кеше - ырыҫлы кеше
- Намыҫлы ир хур булмаҫ
- Намыҫты һатып та булмай, алып та булмай
- Намыҫһыҙ оялмаҫ,Оятһыҙ - намыҫланмаҫ
- Намыҫһыҙҙың ауыҙы алыптай, йөҙө ҡаптай.
- Намыҫың пак булмаһа, йөҙөң аҡ булыуҙан файҙа юҡ
- Насар һөрөлгән ерҙе сүп баҫыр.
- Насар арба юл боҙор, насар түрә ил боҙор.
- Нефть ҡәҙерен яғыусынан бигерәк табыусы белә
- Ни һөйләһәң, шуны ишетерһең
- Ныҡ һөйә тип һөйөнмә, уртаса һөйә тип көйөнмә
- Нәпсе менән шайтан бер атанан
- Ниәт ғәмәлдән артыҡ.
- Ниәт— ярты ғәмәл.
- Нормаһына формаһы.